Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар , 09:35

Байҙар үҙҙәренә хеҙмәтсене нисек һайлаған?

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай: “Атайым миңә бик күп фәһемле вә ғибрәтле хәлдәр хаҡында "әүәле" тип башланған тарихтар һөйләй торғайны. Шуларҙың береһе:...”

Байҙар үҙҙәренә хеҙмәтсене нисек һайлаған?
Байҙар үҙҙәренә хеҙмәтсене нисек һайлаған?

Атайым һабаҡтары
Атайым миңә бик күп фәһемле вә ғибрәтле хәлдәр хаҡында "әүәле" тип башланған тарихтар һөйләй торғайны. Шуларҙың береһе: "Әүәле байлар үҙҙәренә хеҙмәтсе һайлағанда мотлаҡ рәүештә ашатып ҡарар булған. Әгәрҙә ҡайыра тешләп, умырып ҡапһа, уны хеҙмәтселеккә алған, әгәрҙә ризыҡҡа илтифат итмәйенсә, семсенеп кенә ҡапһа, бының ашауының рәте юҡ, эшкә лә барымы булмаҫ, тип унан баш тартҡан..." — тигәне.
Юҡҡа ғына "Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен" тимәгәндәр бит.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
("Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 686-сы күҙәтеү).

Сығанаҡ: “Ағиҙел” журналы төркөмө.

Автор:
Читайте нас