Яңы тыуған йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 27 093 һум тәшкил итә. Республикала был суммаға район коэффициенты өҫтәлә, шуға күрә беҙҙә МРОТ (хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме) – 31 156 һум 95 тин (НДФЛ иҫәпләнгәнгә тиклем).
Бынан тыш, минималь эш хаҡы тураһында килешеү оҙайтылды. Уның ярҙамында бюджеттан тыш сектор өсөн МРОТ-тан арттырыла торған төбәк коэффициенты билдәләнгән. Был турала, асыҡланыуынса, бөтә эш биреүселәр ҙә белеп етмәй икән.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова эш хаҡы минимумы темаһына аңлатма бирә:
-Эш биреүселәрҙең эш хаҡын МРОТ кимәленән түбән ҡуйырға тейеш түгеллеге Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 133-сө статьяһында билдәләнгән. Әгәр хеҙмәткәр (эшсе) үҙенең хеҙмәт бурыстарын үтәп, эш ваҡыты нормаһын тулыһынса эшләгән икән, ул ваҡытта уның бер айға эш хаҡы МРОТ-тан түбән булырға тейеш түгел.
Бынан тыш, минималь эш хаҡы (МЗП) тигән төшөнсә бар. Уны, үҙенең социаль-иҡтисади шарттарын иҫәпкә алып, теге йәки был төбәк үҙе билдәләргә хоҡуҡлы. Беҙҙең республикала бындай килешеү төҙөлгән: республика тарафынан МРОТ-тан 5,7 процент күләмендә төбәктең күтәреүсе коэффициенты билдәләнгән. Йәғни, шуға ярашлы, 2026 йылдың 1 ғинуарынан беҙҙең республикала минималь эш хаҡы күләме, район коэффициенты иҫәпкә алынып, НДФЛ иҫәпләнмәҫ элек, 32 932 һум 90 тин тәшкил итә.
Ләкин ул федераль, республика, урындағы бюдежттарҙан һәм дәүләт бюджеттан тыш фондтарҙан финансланған ойошмаларҙың, шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәренә ҡағылмай. Йәғни был документ коммерция предприятиеларына ғына һәм килешеү рәсми рәүештә баҫылған көндән алып ай дауамында эш биреүселәр республиканың хеҙмәт министрлығына был килешеүҙән баш тартыуҙарын мотивациялаған яҙма ебәрмәгән осраҡта ғына ҡағыла. Быйылғы йылда уның срогы сыҡты. Шуға бәйле, социаль партнерлыҡ яҡтары, уның ғәмәлдә булыу ваҡытын 2028 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтып, документҡа өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйҙылар.
Шулай уҡ хәтерегеҙгә төшөрәм, МРОТ-ҡа, тимәк, МЗП-ға ла, норманан тыш эшләгән өсөн, шулай уҡ төнгө ваҡытта, ялдарҙа һәм эш көнө булып иҫәпләнмәгән байрам көндәрендә эшләгән өсөн түләүҙәр индерелергә тейеш түгел. Был зыянлы шарттарҙа эшләгән өсөн түләүҙәргә лә ҡағыла.
Шулай итеп, МРОТ-ҡа (хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме) һәм МЗП-ға (минималь эш хаҡы) эш ваҡыты нормаһы сиктәрендә һәм нормаль шарттарҙа башҡарылған эш өсөн түләүҙәр индерелә.
Т. СӘЙФЕТДИНОВА әҙерләне.