Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар , 17:05

Атайҙың ашарға ҡайтырға оялып йәшенеп ултырғаны...

Төшкөлөккә будкаға ҡайтһам, колхоздыҡылар килеп тулған. Силос һалырға өмәгә килгәндәр икән, беҙҙең диләнкә янында ҙур булмаған яландар бар ине. Төшкөлөккә беҙҙең будка янына туҡтағандар. Тыштағы усаҡта тиҙ генә тушенка һалып аш бешерҙем. Атайым һаман күренмәгәс, ашап алдым. Моғайын, берәй ерҙе һыҙып (сайыр һыҙып) бөтөргә булғандыр, тип, ғәҙәттәгесә, ятып ял итергә булдым. Сәғәттән артығыраҡ йоҡлап торҙом, ә атайым һаман күренмәй. Өмәселәр ашап алғас, бесән сабырға киткәндәр, тик ашнаҡсы ике ҡатын ғына ҡаҙан тирәләһендә булыша.

Атайҙың ашарға ҡайтырға оялып йәшенеп ултырғаны...
Атайҙың ашарға ҡайтырға оялып йәшенеп ултырғаны...

Бесәнде беҙ ғүмер баҡый ағасы ҡырҡылған диләнкәләрҙә эшләнек. Йәш ағастар ултыртылған бураҙналар аралары булды  беҙҙең өсөн сабынлыҡ. Күмәкләшп бер-бер артлы төшөп сабырлыҡ асыҡлыҡтарҙа булманы тиерлек. Дөрөҫен әйткәндә, беҙ атайым менән бесән сабышманыҡ тиһәм дә була. Йәй буйы сайыр эшендә булдыҡ, күбәләшеүгә һәм кәбән ҡойорға ғына ҡайта торғайныҡ. Бесән әҙерләү әсәйем һәм ҡыҙҙар елкәһендә булды.
Атайым пенсияға сыҡҡас ҡына (56 йәшендә) ихласлап бесән саба башлағандыр. Бесән сапҡан мәлендә атайым ситкәрәк, башҡаларға күренмәҫлек урынға бара ла, сисенеп ташлап, трусик менән генә йөрөп саба ине. Ысын булдымы - миңә күгәүен, серәкәй килмәй, тиер ине. Күгәүен тешләһә лә, мин дә билгә хәтлем сисенеп йөрөйөм, тик атайым бит ялан аяҡ йөрөп сапты. Йомшағыраҡ табанлы аяҡ кейеменән яңы сабылған үләндең төбө ҡай саҡта үтә тишеп килеп сыға, ә атайым нисек ялан аяҡ йөрөп сапҡандыр, әле булһа ла аптырайым.
Изгелде башы тигән ерҙә сайыр һыҙабыҙ. Көндәр эҫе торғас, атайым, ғәҙәттәгесә, трусиксән генә йөрөп эшләй (аяғында тәпишкәһе бар).

Төшкөлөккә будкаға ҡайтһам, колхоздыҡылар килеп тулған. Силос һалырға өмәгә килгәндәр икән, беҙҙең диләнкә янында ҙур булмаған яландар бар ине. Төшкөлөккә беҙҙең будка янына туҡтағандар. Тыштағы усаҡта тиҙ генә тушенка һалып аш бешерҙем. Атайым һаман күренмәгәс, ашап алдым. Моғайын, берәй ерҙе һыҙып (сайыр һыҙып) бөтөргә булғандыр, тип, ғәҙәттәгесә, ятып ял итергә булдым. Сәғәттән артығыраҡ йоҡлап торҙом, ә атайым һаман күренмәй. Өмәселәр ашап алғас, бесән сабырға киткәндәр, тик ашнаҡсы ике ҡатын ғына ҡаҙан тирәләһендә булыша. Мин төшкөлөккә ҡайтҡандан алып ике сәғәттән ашыу ваҡыт үтеп киткән, ә атай һаман юҡ. Оҙаҡлауының сәбәбен белер өсөн ул эшләгән яҡҡа йүнәлдем. Будканан алып күп тә барманым, ҡарағай артында йәшенеп ултырған атайымды күреп, тертләп киттем. Минең оҙаҡлағанға енләнһә лә, ҡысҡырып әрләй алмай – ҡаҙан янындағы ҡатындар ишетеүе бар.
Иртән кейемдәрен будкала сисеп ҡалдырып киткән булған. Төшкөлөккә ҡайтһа, будка янында өмәселәр тулған. Урмандан яланғас килеп сыға алмай бит инде, яҡын ғына булһа ла, миңә һөрәнләргә оялғандыр. Шулай итеп, оялып, ике сәғәттән ашыу ҡарағай артында мине көтөп ултырған.

Бына шулай, урмандың күҙе лә, ҡолағы ла, танауы ла бар, тип юҡҡа әйтмәгәндәр икән. Урман тулы кеше бит ул. Урманда кеше юҡ әле, тип ярым яланғас йөрөп эшләргә күнеккән атайға был ҙур һабаҡ булды.

Фәрзәт Ҡаһарманов, Әбделмәмбәт ауылы.

Автор:
Читайте нас