

Кисә, 18 ғинуарҙа, Бөрйән районының почетлы гражданы, Башҡортостан Республикаһаның атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, бар эшмәкәрлеген тыуған районы үҫешенә, мәнфәғәтенә бағышлаған абруйлы шәхесебеҙ Ирек Фәсхетдин улы Зариповтың тыуыуына 70 йыл тулды.
-Тыумышы менән ул Иҫке Мөсәт ауылынан. Хеҙмәт юлын 1973 йылдарҙа "Бөрйән" совхозында эшсе, водитель булып башлай. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. Төрлө йылдарҙа өлкән ветеринар, баш ветеринар табип, КПСС-тың район комитеты инструкторы, райпо идараһы рәйесе, ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы вазифаларында эшләй.
1993-2011 йылдарҙа Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара.
Шул осорҙағы бер хәл иҫкә төштө. 2000 йылдар башында район урман хужалығында юрист булып эшләгән мәлем. Йомағужа һыуһаҡлағысы төҙөлөү буйынса һорауҙар килеп сыҡҡайны. Мәҡсүт ауылын күсереү буйынса ауыл халҡы менән осрашырға Өфөнән кешеләр килергә тейеш ине. Комиссияла юрист кәрәк булғас, Ирек Фәсхетдин улы кабинетына саҡырып, шунда барып халыҡтың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәтен һаҡларға кәңәштәр бирергә кәрәклеген әйтте. Ризалаштым. Әммә ҡапыл ғына Мәҡсүткә сығып китергә машина булмай сыҡты. Ул саҡтағы ветстанция начальнигы Р.Ш. Хәлиуллинға шылтыратып, мине Мәҡсүткә алып барырға машина һораны. Һөйләшкәндәрен мин дә ишетеп ултырам. "Кемгә кәрәк һуң шулай тиҙ машина?" - тип һорағас, Ирек Фәсхетдин улы миңә ҡарап йылмайып, Бөрйән районының буласаҡ башлығына, тине. Машина мәсьәләһе хәл ителеп, Мәҡсүт ауылында ике көн комиссия менән эшләп ҡайттым. Ә шаяртып әйткән һүҙе ысынбарлыҡҡа әйләнде.
Ирек Фәсхетдин улы етәкселек иткән дәүерҙә районда бик күп ыңғай үҙгәрештәр булды. Уның район үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Ирек Фәсхетдин улы Зарипов һәр саҡ беҙҙең күңелдәрҙә төплө белемле, талапсан, етди етәксе, шулай уҡ тыуған районын, халҡын бик яҡшы белгән, аңлаған илһөйәр шәхес, ярҙамсыл, ябай, алсаҡ кеше булып һаҡланып ҡалыр, - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин.
Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan