

- Мәүсилә Нурғәле ҡыҙы, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ҡасан эшләй башланы?
-«Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы фонды РФ Президентының 2023 йылдың 3 апрелендәге Указы менән булдырылғайны. Ул Рәсәй буйынса шул йылдың 1 июненән эшләй башланы. Ә филиалдары Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттарында ла булдырылған.
-Фонд ниндәй йүнәлештәр буйынса эшләй?
-Фондҡа махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләренә шәхси адреслы ярҙам күрһәтеү буйынса етди бурыстар йөкмәтелгән. Беҙҙең бурыс - уларға төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү. Шулай уҡ хәбәрһеҙ юғалғандарҙы табыуҙа ярҙам итәбеҙ.
-Кем ул социаль координатор?
-Социаль координатор - ул яңы һәм үҙенсәлекле һөнәр. Эшкә урынлашҡанда ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләр менән эшләү тәжрибәһенә ҡарайҙар. Район хакимиәте тарафынан тәҡдим ителгән кеше булараҡ эшкә ҡабул иттеләр. Башҡортостанда 120 социаль координатор бар. Беҙ бер команда булып тупланғанбыҙ, бер-беребеҙ менән даими бәйләнештә эшләйбеҙ.
-Фондтың ярҙамы нимәнән ғибарәт?
-Алдан әйтеп үтеүемсә, беҙ махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре һәм демобилизацияланғандар менән эшләйбеҙ. Мөрәжәғәт иткәндә шәхесте раҫлаусы документ, йәғни паспорт талап ителә. Фондта юридик, психологик яҡтан ярҙам алырға мөмкин. Демобилизацияланып ҡайтҡандарға хәрби хәрәкәттәр ветераны исемен юлларға, төрлө льготалар менән ҡулланырға, пенсия, пособие алыуҙа килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итергә булышлыҡ итәбеҙ. Медицина ярҙамы талап ителгән осраҡта госпиталь, шифаханалар менән һөйләшеү алып барам. Шулай уҡ фонд аша МХО-нан инвалид булып ҡайтыусылар өсөн өйҙө яугирға яраҡлы итеп эшләтергә, махсус кейем тектереп алырға мөмкин. Әле районда бер ветерандың йортон ҡулайлаштырыу эштәре бара – тауыш менән идара итеп булған яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыла, өйҙөң баҫҡыстары түбәнәйтеп эшләнә.
Уларҙан тыш, МХО ветерандарына эшкә урынлашыу, бушлай белем алыу, квалификацияны үҙгәртеү буйынса ярҙамдар күрһәтелә. Районда МХО ветерандарының 70 проценты мәшғүллек үҙәге аша дәүләттән ярҙам алып, үҙ эштәрен астылар.
-Йышыраҡ ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итәләр?
-Иң йыш мөрәжәғәт итеү - хәбәрһеҙ юғалғандарҙы табыу буйынса. Был осраҡта мин ДНК-тест алам (ДНК тапшырыу бушлай) һәм уны тикшереүгә ебәрәм. Тест әҙер булғас, уның һөҙөмтәһе махсус базаға ултыртыла. Һәләк булған егеттәрҙең 80 проценты фонд аша табылды. Шулай уҡ эҙләү картаһы тултырам, мәғлүмәттәр “Ҡыҙыл тәре” халыҡ-ара порталына ебәрелә. Унда әсирлеккә төшкән һалдаттарҙы табырға мөмкин.
Бынан тыш, МХО ветерандары һәм ғаилә ағзалары социаль ярҙам саралары тураһында һорашырға киләләр.
-Ниндәй ойошмалар менән берлектә эшләйһегеҙ?
-МХО-ға китеүселәр төрлө өлкәлә эшләгәнгә күрә, барлыҡ ойошмалар менән дә тығыҙ бәйләнештәмен. Иң күп осраҡта хәрби комиссариат, баш табиптар, мәшғүллек үҙәге менән эш итергә тура килә. Төп эшемдән тыш, киләсәк быуында патриотик рухта тәрбиәләүгә йүнәлтелгән һәм махсус хәрби операция ветерандары иҫтәлеген һәм уларҙың батырлығын мәңгеләштереү буйынса сараларҙа ҡатнашам, ташлама менән һәм бушлай төрлө мәҙәни сараларға йөрөүҙе ойошторам.
Телефонда тәүлек әйләнәһенә бәйләнештәмен. Көн, тимәй, төн, тимәй, һорауҙар килеп сыҡһа, хәл итергә тырышам. Һәр аҙнаның бер көнөндә Өфөлә эшләйем. Шул осраҡта ғына тиҙ яуап бирә алмаҫҡа мөмкинмен.
-МХО ветерандарына һәм ғаиләләренә ҡағылышлы ниндәй льготалар бар?
-МХО ветерандарына һәм МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзаларына айлыҡ түләүҙәр ҡаралған. Шулай уҡ бәләкәй балалар өсөн бушлай һөт аҙыҡтары алыу, уҡыусыларға мәктәптә бушлай туҡланыу, балалар баҡсаһына сиратһыҙ урынлашыу, бушлай йөрөү, бушлай төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү (К.Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбендә бушлай уҡыу) мөмкинлеге бар. МХО ғаиләһенә ҡараған балалар бушлай урта һөнәри һәм юғары белем ала, уларға ятаҡтан урын бирелә. Яугирҙың Рәсәй Федерацияһының ордендары булһа, бушлай ер бирелә. МХО яугиры үҙе йәки ҡатыны, йә ата-әсәһе 14 көн бушлай шифаханала дауалана (әгәр ҙә яугир МХО-ға Башҡортостандан юлланған булһа). Тағы ла газ үткәреү өсөн 100 мең һум күләмендә сертификат бирелә, транспорт һалымынан, сүп-сар өсөн түләүҙән азат ителә. Был льготаларҙың һәр береһенең үҙенсәлектәре бар. Мөрәжәғәт иткән осраҡта барыһын да ентекле аңлатам.
-Гәзит уҡыусыларға теләктәр?
-Илебеҙҙә барған ауыр һынау осоронда барлыҡ Рәсәй халҡы берләште. Беҙҙең район да үҙенең берҙәмлеген әленән-әле күрһәтә – ауылдарҙа маскировка селтәрҙәре үрелә, мунсалар эшләнә, төрлө изгелек акциялары үтә, башҡа төрлө бихисап эштәр башҡарыла. Барыбыҙ ҙа аңлап торабыҙ - МХО яугирҙарына беҙҙең өсөн бәләкәй генә булып күренгән ярҙам да бик мөһим. Ирекмәнлек беҙҙең ҡанға бәләкәй саҡтан һеңгән, ул һәр беребеҙҙең йөрәгендә. Ошо изге эш өсөн берләшкән район халҡына ҙур рәхмәт! Барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, донъя именлеге, яҡты киләсәк теләйем!