Йәмғиәт
15 Ғинуар , 07:00

Таныҡлыҡһыҙ руль артына ултырған

"Иғтибар – балалар!" акцияһы барышында Бөрйәндә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ВАЗ машинаһын йөрөтөп китеп барған малайҙы туҡтата.

Инспекторҙарҙы күреп ҡалған үҫмер ҡапыл тормозға баҫа, артҡа сигенеп ҡасырға самалай. Тик тәжрибәһеҙ водитель көрткә барып менә.

Үҫмерҙең әсәһен саҡырталар. Автомобилде штраф туҡталҡаһына оҙаталар. Материалдарҙы бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға тапшыралар. Тикшереү тамамланғас, ата-әсәне дөрөҫ тәрбиә бирмәгән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырасаҡтар.
(Видео БР Дәүләт автоинспекцияһының телеграм каналынан).

Автор:
Читайте нас