

Балалар юл-транспорт травматизмы проблемаһы йыш ҡына водителдәрҙең һәм ата-әсәләрҙең вайымһыҙлығына бәйле. Балаларҙы транспорт сараһында йөрөткәндә улар тарафынан Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре үтәлмәй. Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларының барыһында ла автомобилдәрҙә баланы тотоп тороу ҡо-ролмаларының булмауы, уларҙы ҡулланыу ҡағиҙәләре үтәлмәүе асыҡланды. Был ата-әсәләрҙең балалар хәүефһеҙлеген тәьмин иткән ҡағиҙәләрҙе үтәү кәрәклеге буйынса аңының түбән булыуы, балаларҙы тотоусы ҡоролмаларҙы ҡулланыу кәрәклеге һәм уларҙың һөҙөмтәлелеге тураһында тейешле белемдәренең булмауы тураһында һөйләй.
Ошоларҙы иҫәпкә алып, республикала 2025 йылдың 8 декабренән 2026 йылдың 31 майына тиклем транспорт сараларында һәм мототранспорттарҙа балалар үлемен кәметеүгә йүнәлтелгән “Балаңа зыян килтермә, ҡайышын таҡ!” тип аталған мәғлүмәт-пропаганда компанияһы уҙғарыла.
Л. Алтыншина, дәүләт автоинспекцияһы инспекторы.