

Беҙ бәләкәй саҡтарҙа техникалар аҙ ине, күпселек эштәр аттар ярҙамында башҡарылды. Мин иҫ белгәндән, үҙебеҙҙең ат булмаһа ла, атайым һәр ваҡыт аттар менән эшләне. Күпселеген мисәүле аттарҙа сайыр мискәләрен ташыны, конюх та, етәкселәрҙе йөрөтә торған атта кучер булып та йөрөнө. Начальство йөрөткән сана (кашауай тей торғайныҡ) еңел, матур итеп эшләнгән, алда махсус, кучерҙың урыны, артта - түрәләр өсөн уңайлы урын. Ә аты ярыш аты кеүек, уйнаҡлап торған юртаҡ, “выездной” тип йөрөттөләр. Ул атты эшкә екмәнеләр, ашатыу ҙа айырым булды. Әллә ҡайҙарға - 150 саҡрымда ятҡан Сибайға ла барып әйләнәләр ине.
Атай күберәген сайыр мискәләрен ташыны, тәүҙә ағас мискәләрҙе, 70-се йылдарҙан тимер мискәләр ташыны. Леспромхозда елле - Владимир тоҡомло аттар булды. Ябай аттарҙан ике тапҡыр көслөрәк булғандыр, ундай аттың дағаһының эсенә ҡәҙимге аттыҡы һыя (сайттағы фотоны ҡарағыҙ). Мин иҫләгәндәрҙән ул йөк аттарының исемдәре - Буланка, Ягодка, Ҡара айғыр һәм һуңғыһы Мальчик булды.
Бәләкәй генә сағымда, ағайымдар ҡыҙыҡ күрептер инде, мине ҡолонға ултыртып ебәрҙеләр. Күпмелер сабып барғас, ҡолап ятып ҡалдым. Уҡыуға төшмәҫ борон уҡ күбә тарттырҙым, хатта ҡай саҡта икенсе берәйһенә күбә тарттырырға ебәрә торғайнылар. Һирәкләп булһа ла, таң менән аттарҙы алып ҡайтырға ебәрә атайым. Әллә ни ҡырға китмәһәләр ҙә, 7 йәшлек саҡта уҡ, күкрәктән ысыҡ кисеп, аттарҙы эҙләп 2 саҡрымдай бараһың. Аттарҙы тапҡас, берәүһенә йүгән кейҙереп, тышауын алып, ағасҡа бәйләгәс, икенсеһен йүгәнләр кәрәк. Ҡыңғырау шалтырап бармаһын өсөн, эсенә йоморлап үлән тығыла.
Иң ауыры - атҡа менеү. Бейегерәк түңгәк йә йығылған ағасҡа баҫып атланырға кәрәк, ә ат тик тормай, китә лә бара, етмәһә, икенсе аттың да теҙгенен ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Менеп алғас, икенсе атты теҙгененән етәләп ҡайтаһың, оҙаҡлаһаң, әрләнеп тә алаһың.
Ул осорҙа Кордон участкаһында 30-лап ат булғандыр. Кис аттарҙы тышар мәлдә, беҙ, малайҙар, конный дворға (аттар аҙбары) төшәбеҙ. Конюх Әхәт ағай булған малайҙарҙы аттарға мендерә, ҡалғандары эйәргәндәрҙер инде. Мине атта, йәнәһе, оҫтараҡ йөрөгәне тип, тыңлауһыҙыраҡҡа атландыра. Йүгәнләп тормайбыҙ, ялына йәбешеп кенә барабыҙ.
Пенсия ваҡыты яҡынлашҡас, атайым сайыр һыҙыуға күсте, сөнки сайырсының эш хаҡы бик юғары ине.
Шулай ҙа, кеше таба алмғастармы икән, бер йыл тағы ла сайыр ташыусы булып (коноводщик трелевки бочек тип атала ине) эшләп алды. Ул мәлдә мин 9-сы класты тамамлағайным. Минең өсөн дә оҙон арба эшләп алдыҡ, арбаның буйына ике мискә һыйырға тейеш. Атайым мисәүле пар ат менән, мин яңғыҙ, елде Мальчик аты менән бер үк кимәлдә сайыр тулы мискәләрҙе сығарабыҙ. Көслө булһа ла, ауырыраҡ булла. тип, һуңынан мин дә тағы бер атты мисәп алдым.
Бер тирәләрәк булған диләнкәләрҙең сайырлы мисәкәләрен бер урынға ташыйбыҙ, уртаса 1 -2 саҡрым алыҫлыҡҡа, ҡайһыларын 3 саҡрымдан да ташырға тура килә. Иң күп сайыр мискәләре тупланған урын - Изгелде башы, бер сборҙа (сайыр йыйған мәлдә) 300 -ҙө үтеп китә. Ә йәйге сезонда Кордон участкаһы буйынса 300-400 тонна сайыр йыйыла. Участка биләмәһе Бөрйән леспромхозында иң ҙуры - Һарағы арьяғында Муйыл түбәлә Мөхәмәтов Рәжәптең, Заповедник яғында Сәйфетдинов Сәғәҙәтдиндең, Байғаҙы яғында Ковалевский Викторҙың, Монасип, Ҡуян юлдарында Йәһүҙин Мөхәрәмдең, Абдуллин Вилдең, Оло Аҡбейек тирәһендә Хамматов Ғилметдиндең сайыр диләнкәләре. Былар биләмәнең сиктәрендә урынлашҡан диләнкәләр. Йәй буйына ике тапҡыр, утыҙҙан артыҡ диләнкәләргә мискәләр таратып, кире йыйып алыр кәрәк.
Буш мискәләр таратҡанда арбаға 3 ҡат итеп 9 мискә тейәп, арҡан менән нығытып бәйләнә, сайыр менән тулы мискә буйына икәү һалына. Арба шундай эшләнә, мискәләр ҡыбырламаҫлыҡ итеп ята, шуға сайырлы мискәләрҙе бәйләп тороу кәрәкмәй. Сайыр ташығанда, иң мөһиме, мискәнең ауыҙын сайыр аҡмаҫлыҡ итеп ябыр кәрәк. Мискәнең ҡапҡасы аҫтына сүбәкте арҡан һымағыраҡ йоморлап, ҡыҫтырып һалаһың. Унан обручь менән һыҡтырып, нығытып ҡуйыла. Һәр мискә һайын (диләнкәлә уртаса 15 - 20 мискә) арбаға тәгәрәтеп мендерер өсөн 2- 3 метр оҙонлоғондағы 2-шәр ағас һайғау (покат) ҡырҡып эшләнә. Тәгәрәтеп мендерер өсөн арбаны һарҡыуғараҡ ҡуйып, покаттарҙы һалып, ике сайырлы мискә арбаға тейәлә. Юлға сыҡҡансы ағастар араһынан, ҡырын урындарҙан бик һаҡ үтергә кәрәк. Бер ҡырын урында, үргә боролған ерҙә, арба ҡырынайып. мискәләр тәгәрәп төшөп киттеләр. Мискәнең өҫтөндә ултырған ерҙән саҡ ситкә һикереп өлгөрҙөм. Бер мискә тәгәрәп барышлай ҡарағайға бәрелеп асылып китте. Түгелгән сайырҙы ер менән ҡуша кире мискәгә тултырып, тағы покаттар эшләп, кире тейәп алдым. Станға (мискәләр тупланған урын) барып еткәс, аттарҙы бер яҡҡараҡ бороп, арбаны ҡырынайтыбыраҡ мискәләр ауҙарыла. Хөртөрәк ябылһа, бында ла мискәнең ҡапҡасы асылып китеүе ихтимал. Быуыным да нығынып өлгөрмәгән 15 йәшлек егеткә 250 килолыҡ сайырлы мискәне күтәреп торғоҙоп ултыртыр кәрәк. Мин егеп йөрөгән Мальчик исемле ат күгәүенгә сыҙамһыҙыраҡ була торғайны, ҡайһы саҡта егелгән килеш ятып аунап, тәртәне һындыра, шуға запаста тәртә йөрөтәм.
Уҡыу алдынан интернатҡа балаларҙы аттарҙа алып баралар. Бер ваҡыт балалрҙы алып барырға 5 арбаға ат ектем. Аттар менән күпселеге ҡатындар идара итергә тейеш булғас, иң холоҡһоҙ атты ҡалдыҡ сбруйҙар менән үҙем ултырасаҡ арбаға ектем. Тау түбәненә төшә башлағас, атым алып ҡаса башланы. Һикереп кенә төшөп ҡалыр инем, арбала әсәйем бар. Тауҙан төшөп еткән ерҙә арбабыҙ түңкәрелеп, ат туҡтаны. Минең ҡул имгәнде, әсәйемдең тубығы һыҙырылған ине, нисектер әйберҙәр төшөп ҡалмаған. Еккәндә иғтибар итмәгәнмен, шлеяһы оҙонораҡ булып, тау төшкәндә алғы күсәрҙең дүңгәләге аяғына тейгәнгә ат биленләгән.
Армиянан ҡайтҡас та әҙерәк ат менән эшләп алырға тура килде. Сайырсылар ҡыш бушыраҡ була, эш булһын, тигәндәрме икән, терләү тракторы булһа ла, ат менән бесән ташырға ҡуштылар. Февраль башында башлағайныҡ, март айының аҙағына тиклем бесән ташыныҡ. Күберәген мин, Тәлғәт һәм Әсхәт биш атты егеп барабыҙ, барғанда өсәүләп алдағы санаға ятып алабыҙ, ҡалған аттар эйәреп баралар. Бесән алырға Ҡолғана арьяғына, Үҙән йылғаһының башланған еренә тиклем барып етә торғайныҡ.
Атайым пенсияға сыҡҡас, үлеп киткәнсе ат тотто. Арбаға йәш бесән түшәп сабынлыҡтан ҡайтҡанды хәҙер һағынып иҫләргә генә ҡалды. Хәҙер онотҡанда бер генә һыбай йөрөргә тура килә. Ат тотоусылар байтаҡ булһа ла, еккегә йә һыбай менеүгә әллә ни өйрәтә һалып бармайҙар.
Атлы бала саҡ онотолмай. Ат менән ир-егет араһында ниндәйҙер бер бәйләнеш бар һымаҡ бит ул. Юҡҡа ғына “ир-ат” тимәйҙәрҙер инде.
Йылҡы йылы – тупһала. Ат һымаҡ әрһеҙ, эшсән, тоғро, тауыш-тынһыҙ башҡа хайуан юҡтыр ул...
Фәрзәт Ҡаһарманов, Әбделмәмбәт ауылы.