Йәмғиәт
11 Декабрь 2025, 10:55

Ғүмеренең һуңғы минутына тиклем хужаһын көткән...

Тобольск эргәһендәге трасса буйында эткә һәйкәл ҡуйылған. Уның тарихы бик ҡыҙғаныс...

Ғүмеренең һуңғы минутына тиклем хужаһын көткән...Ғүмеренең һуңғы минутына тиклем хужаһын көткән...
Ғүмеренең һуңғы минутына тиклем хужаһын көткән...

Тобольск эргәһендәге трасса буйында эт үҙенең вафат булған хужаһын 13 йыл көткән.

2009 йылда Аремзянка йылғаһы янында юлдағы йәйәүлеләр өсөн үткәүелдә ир кешене машина бәрҙереп китә.

Шул мәлдән алып Мишка ҡушаматлы эт хужаһының әйләнеп ҡайтҡанын көтөп юл ситендә ултыра.

Этте бер нисә тапҡыр яңы ғаиләгә алырға тырышып ҡарайҙар. Ләкин һәр саҡ ул комфортлы торлаҡтан ҡаса һәм трассала хужаһын көтөүҙе дауам итә.

Үлеренә бер нисә көн ҡалғас, инде ҡартайған эттең аяҡтары атламаҫ була. Ләкин ул шыуышып булһа ла нисәмә йыл ултырған еренә барып, көтөүен дауам итә.

Мишка үлгәс, урындағы ир-егеттәр эт тоғролоғо иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйғандар.

Ғүмеренең һуңғы минутына тиклем хужаһын көткән...
Ғүмеренең һуңғы минутына тиклем хужаһын көткән...
Ғүмеренең һуңғы минутына тиклем хужаһын көткән...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас