Йәмғиәт
11 Декабрь 2025, 09:35

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Уртаса эш хаҡы артҡанмы, кәмегәнме?

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булдыБашҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды
Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 2025 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында уртаса айлыҡ номиналь хеҙмәт хаҡы – 72 153 һумға, III кварталда 73 105 һумға еткән. Был 2024 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 11,1% һәм 10,1% юғарыраҡ.

Шул уҡ ваҡытта реаль иҫәпләнгән эш хаҡы 1,7% һәм 1,9% артҡан.

2025 йылдың сентябрендә республикала уртаса эш хаҡы 72 466 һумдан ашыуыраҡ тәшкил иткән (2024 йылдың сентябре менән сағыштырғанда 8,5% күберәк).

Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Автор:
Читайте нас