Ғәлимә әбей поезға ултырыу башланыуы тураһында сираттағы иғлан тауышына һиҫкәнеп уянды. Бәй, ҡалай ҡаты серем итеп киткән. Башта ҡайҙа икәнен аңламай ултырҙы. Шунан, тормош ысынбарлығы башына барып еткәс, ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. Һау кешегә сираттағы таң да һыҙылып килә икән. Йәһәт кенә ҡуйынындағы ҡул сумкаһын ҡапшай һалып ҡараны – урынында, шөкөр. Юғиһә шифахананан алып ҡулынан төшмәгән юл сумкаһын ошолайтып үҙе серем иткән мәлдә кемдер бәсте. Эргәһенә ҡуйған сумкаһының тотҡаһын ҡулына кейҙереп, йылышып ҡына ултыра ине бит әле, нисек аңғармай ҡалғандыр. Йоҡо үлем менән бер тигәндәре шулдыр инде. Аҙаҡ бер күлдәген, эске кейемдәрен вокзал бәҙрәфендәге ҡый һауытында күреп, йыуып алды. Хәҙер уларын биленә ҡуша бәйләп йөрөй.
Барлы-юҡлы ғына аҡсаһы, документтары шул бәләкәй сумкала. Әҙме-күпме генә аҡсаһын иң һуңғы сиккә тип һаҡлаған була. Карта ейәнсәрендә киткән. Теге ваҡыт, биреп кенә тор инде, хәҙер әпкиләм, тип һорап алғайны ла...
Ултырып йоҡлаған йоҡо ял буламы һуң инде. Ҡатҡан быуындарын һыйпаштырып, урынынан ҡуҙғалды. Ҡул-битте йыуып алырға кәрәк. Һикәлтәләр буйлап яйлап ҡына подвалға төшкәс, бер гилке ер аҫты үткәүелендәге халыҡ ағымына ҡарап торҙо. Ҡайҙа бара икән был халыҡ? Осо ла, ҡырыйы ла юҡ юлдағыларҙың. Ярай, кемдәр булһа ла, ҡайҙа ғына юлланһалар ҙа имен генә йөрөһөндәр, бер-беренә шәфәғәтле булһындар, тип күҙ йәштәрен һөртөп ҡуйҙы.
Йыуынып менгәс, берәй сынаяҡ ҡына сәй эсеү хыялы менән икенсе ҡатҡа күтәрелде. Кафела ҡараҡас ҡына бер ауыл ҡыҙы эшләй. Килеп матур итеп башҡортса һөйләшә үҙе. Шуның сменаһы тура килһә, әбей күренеү менән ҡул иҙәп, мөйөштәге урынға саҡырып, алдына сәй, берәй йылы ризыҡ, икмәк ҡуя һала. Аллаға шөкөр, бөгөн эштә икән. Эй, Хоҙайҙың изге бәндәһе, үҙе лә изгелектәр күреп йәшәһен инде. Табасаҡ балаларының күңеленә иман, мәрхәмәт бир, Хоҙайым, тип битен һыйпаны әбей.
Тамаҡ ялғағас, аяғын яҙыр өсөн вокзалдың икенсе ҡатын бер урап сыҡты ла, тағы аҫҡа төшөп, үҙенең ҡәҙимге уңайлы ғына мөйөшөнә һыйынды. Башта полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыуып бер булғайны, хәҙер өндәшмәйҙәр. “Инәй, бында төрлө әтрәгәләмдәр күп. Сумкаңды ҡуйыныңа тығып ят ятҡанда”, тип китте береһе, документтарын ҡарап, ни өсөн бында йөрөүен һорашҡас, ауыр көрһөнөп.
Бына бөгөн дә вокзалдағы ҡырмыҫҡа иләүендәге ҡырмыҫҡалар кеүек мыжғыған кешеләргә ҡарап уйға сумды. Ниндәйе генә юҡ кешеләрҙең. Ана, ҡаршыһындағы эскәмйәгә ике ҡатын килеп ултырҙы. Былары китеүселәр түгел, ҡайтыусылар, ахыры. Берәүһе ҡыуанып-ҡыуанып, Мәскәүҙә йәшәүсе ҡыҙҙары хаҡында һөйләй. Икенсеһе эштән ҡайтып килә, ахыры, йонсоуыраҡ йөҙлө. Уныһының да ҡыҙы бар икән. Үҙебеҙҙең башҡорт ҡатындары, ҡалай һөймәлекле әле үҙҙәре, тип һоҡланып ҡараны әбей. Эргәһендә тыныс кешеләр булғас, әҙерәк серем итеп алырға булды. Юғиһә, үҙенән алыҫ түгел эскәмйәләге ир-ат төнө буйы шаулашҡас, йүнле йоҡо күрмәгәйне.
Кемдеңдер ипләп кенә уятыуына һиҫкәнеп күҙен асты Ғәлимә әбей. Бәй, ҡаршыһына ҡунаҡлаған ханымдарҙың яшығырағы икән...
*
Гөлсинә был инәйгә бынан ун көн элек үк күҙ һалып ҡуйғайны. Балалары Мәскәүгә барып, һәйбәт кенә эшкә урынлашып, ҡуртымға фатир алғас, әсәй, беҙҙең йәшәгән, эшләгән урындарҙы килеп күреп ҡайт, тип саҡырғастар, эй, бауыр аҫтынан ел үткәреп йөрөп ҡайтайым әле, тип сыҡты ла китте. Хәҙер ней техниканың һәр төрлөһө геүләп йөрөп тора. Үҙенең районынан таксила килде. Таксисит егет ҡапҡаһы төбөнән ултыртып алып, вокзалға уҡ илтеп ҡуйҙы, рәхмәт төшкөрө.
Бәләкәйерәк кенә буйлы, үҙе бөхтә генә кейенгән инәй яйлап ҡына баҫып ҡаршыһына килеп ултырғас уҡ уның ҡайҙалыр юлға йыйынған кеше түгеллеген самалағайны. Йөҙө үтә моңһоу, һағышлы, үҙе йонсоуыраҡ инәй берәйһен ҡаршыларға көтәүелләп йөрөүелер, тип уйлап ҡуйғайны. Ултырҙы ла йоҡомһорай һалып китте әбекәй. Ваҡыт уҙғарып, һөйләшеп ултырырға иткәйне лә Гөлсинә, оло кешенең йоҡоһон бүлергә ҡыйманы. Төрлө кешеләр менән аралашырға ярата ул. Ваҡыт та тиҙерәк үтә, төрлө яҙмыштар хаҡында ла ишетәһең...
Ике полиция хеҙмәткәре, “инәй, йоҡлама”, тип эргәләге шаулашып ултырған ирҙәргә ҡул иҙәп нимәлер әйтеп киттеләр. Гөлсинә лә йоҡомһорап ҡына бара ине, әмәлгә ярағандай, поезын иғлан иттеләр.
Мәскәүгә имен генә барып етеп, балаларында матур итеп ҡунаҡ булып, Мәскәүҙең бик күп матур урындарын күреп, күңеле булып ҡайтып килеүе.
Ҡайтҡанда вагондар лыҡа тулы булды. Әмәлгә ярағандай, күрше райондан бер башҡорт ҡатыны менән урындары йәнәш тура килде. Мәскәүҙә вахта менән эшләп ҡайтып барыуы икән. Эй, заман, эшһеҙлек хатта ауыл ҡатындарын да ете диңгеҙ кистерә бит. Һөйләшеп киттеләр. Сәлимәнең ире үлеп ҡалған. Бер генә бөртөк ҡыҙы Мәскәүҙә табип һөнәренә уҡып йөрөй булып сыҡты. “Ҡыҙым быйыл һуңғы курста, диплом яҙырға аулаҡ кәрәк булғас, фатир снимать итә. Ошоға тиклем үҙ йүнен үҙе күрҙә тиһәң дә була – эшләп тә, уҡып та йөрөнө. Шул фатирына түләшәйем тип эшкә йөрөүем инде. Үҙебеҙҙең яҡта аҡсалы эш булмағас, эш эҙләп баш ҡалаға сығып китергә тура килде. Бер юлы ҡыҙыма ла күстәнәстәр тейәп барам. Эшем ауыр инде, уның ҡарауы аҡсаһы һәйбәт. Ҡайтҡанда ла, бер юлы ҡыҙымды ла күреп, аҡса ҡалдырып ҡайтам”, тип сараһыҙҙан вахта менән эшләүен бәйән итте Сәлимә.
Үҙе киң даирәле, бик мәғлүмәтле генә ханымға оҡшаған. Эргәлә сканворд сисеп китеп барғандарға ла яуабын әйтешеп ебәрә. “Мәктәптә бик һәйбәт уҡығайным мин. Тик юғары белем алырға мөмкинлек булманы. Шуға, исмаһам, балам уҡыһын тип тырышам. Минең кеүек ил өҫтөндә аҡса эҙләп йөрөмәһен инде”, тип тә өҫтәне ҡатын.
Поезд инде Башҡортостан буйлап килә. Тәҙрәгә күҙ һалған Гөлсинә тышта күҙ асҡыһыҙ буран башланғанын күреп, Сәлимәгә был турала әйткәс, уныһы тәҙрәгә күҙ һалды ла, төн уртаһында бәләкәй генә станцияла төшөп ҡалырға ҡурҡты. Юл ябылып ҡуйһа, ҡалайтырмын, тип, Өфөгә тиклем барып, иртәгә автобус менән ҡайтырға хәл итте.
Поезд Өфөгә барып туҡтаны. Сәлимә менән Гөлсинә перрондан вокзалға йүнәлделәр. Алсаҡ ҡатын булып сыҡты Сәлимә, Гөлсинәнең ҡыҙҙары тейәп ебәргән әйберҙәре һалынған сумкаларының береһен эләктереп тә алды. Вокзалға инеп урынлашҡас, Гөлсинә теге ваҡыт йоҡомһорап ултырған инәйҙе тағы тап итеп, шаҡ ҡатты. Тимәк, кемделер ҡаршы алырға килмәгән булған инәй. Ҡала бомждарына ла оҡшамаған бит әле. Йыйнаҡ ҡына кейенгән, үҙен ипле генә тота. Шул уҡ кейемдә, тик йонсоуы йөҙөнә нығыраҡ сыҡҡан һымаҡ был юлы. Күҙҙәре төпкә батып, сикәләре һурылып киткәндәй. Гөлсинәнең йөрәге семетеп кенә ауыртып ҡуйҙы. Тиген улайтып йөрөмәйҙер инде инәй. Аптырап, Сәлимәгә был инәйҙе теге ваҡытта ла күреүе тураһында әйтеп ҡуйҙы.
-Ошо инәй бынан ун көн элек тә, мин Мәскәүгә юлланған көндә лә, ошонда этелеп-төртөлөп тигәндәй йөрөп ята ине. һаман бында. Үҙе шыпа бомжға ла оҡшамаған бит әле ул.
Сәлимә инәйгә инде иғтибар менәнерәк ҡараны ла, түҙмәне, янына уҡ шылып ултырҙы. Ихлас ҡына һөйләшеп киттеләр. Бер аҙҙан Сәлимә, тороп:
-Апай, әйберҙәремде ҡарап ҡына тор әле. Был инәйҙе мин кафела ашатып алып киләм, - тип әбей менән өҫкө ҡатҡа йүнәлделәр. Гөлсинә уйҙарға батып ултырып ҡалды. Бер аҙҙан йөҙө буйтым яҡтырған инәй менән Сәлимә әйләнеп килделәр. Инде Гөлсинәнең таксиһы ла килеп етте. Гөлсинә Сәлимә менән йылы хушлашып, юлға сыҡты.
*
Байтаҡ ваҡыт үткәйне инде, бер көндө кеҫә телефоны шылтырап, Сәлимә тигән яҙыу сыҡҡас, Гөлсинә аптырап китте хатта. Онот булып бөткәйне инде Сәлимә менән уртаҡ сәфәр.
-Гөлсинә апай, һаумыһығыҙ!
Телефонда Сәлимәнең шат тауышы ишетелде. Алсаҡ ханым йәһәтләп хәл-әхүәлдәрен теҙҙе. Баҡтиһәң, теге ваҡыт вокзалдағы инәйҙе өйөнә алып ҡайтып киткән булған икән.
-Аллаға шөкөр, шул тиклем яҡшы, тәрбиәле инәй булып сыҡты. Хоҙай юлыма сығарып ҡуйған булғандыр - ошо инәйҙе алып ҡайтҡаны бирле тормошом ыңғайлап алды ла китте. Яҡшыраҡ, еңелерәк һәм аҡсалыраҡ эш табылды. Бер ай эшләйем, 15 көн ял итәм. Мин юҡ саҡта инәй донъяма күҙ-ҡолаҡ, гөлдәремә һыу һибә. Үҙенә шөғөл булһын тип тауыҡтар, иптәш булһын тип бесәй алып бирҙем. Шәп кеше булып сыҡты ул инәй – күңелем алдамаған!
Ейәнсәре картаһын алып торған да кире ҡайтармаған булған. Уны ла яңынан тергеҙешеп бирҙем. Пенсияһы ла һәйбәт кенә үҙенең.
Ҡыҙыма ла ныҡ оҡшаны әбей. Өләсәй тип өҙөлөп тора инде. Шулай итеп мин көтмәгәндә әсәйле, ҡыҙым өләсәйле булып ҡуйҙыҡ, Аллаға шөкөр. Гөлсинә апай, берәй мин өйҙә саҡта беҙгә килеп ҡайт. Һинең арҡала әсәйле булдым бит инде.
-Ә ништәп вокзалда йөрөгән һуң?
Был һорауға Сәлимә һылыу шаҡ ҡатырырлыҡ тарих һөйләп ташланы.
*
Ире иллеһе лә тулмай вафат булған Ғәлимә инәйҙең ҡалала ике бүлмәле фатиры булған. Улы кәләш алғас, фатир алғандарынаса, тип уларҙы ла үҙенә һыйындырған. Ейәнсәре донъяға килгән. Тик килене еңел тормош яратҡан, күңел асырға ғына ынтылып торған ҡатын булып сыҡҡан. Тора-бара эскелеккә бирелеп киткән.
Ҙур урында яуаплы ғына вазифа биләгән Ғәлимә Ғәлиулла ҡыҙы башта быға артыҡ иғтибар бирмәгән. Йәшлеге менән мауығалыр, балаһы үҫә килә аҡылға ултырыр, тип көткән. Бер ҡайҙа ла эшләргә теләмәһә лә, матур йәшәргә яратҡан килен яйлап ирен дә үҙ арбаһына ултыртып алған. Улы ла эштән ҡыуылып, өс кеше үҙенең елкәһендә йәшәй башлағас ҡына Ғәлимә ханым ниндәй ҡот осҡос хәлгә тарығандарын аңлағандай итә. Ләкин был мәлгә йәштәр тамам бәйҙән ысҡынған була. Үҙҙәре һымаҡ иптәштәрен йыйып, Ғәлимә ханым эштә саҡта өйҙә шайтан туйы ойоштороуҙан да баш тартмайҙар. Ейәнсәре Олеся тотошлайы тиерлек Ғәлимәнең ҡарамағына күсә – иртәнсәк балалар баҡсаһына илтә, кисә эштән ҡайтҡанда алып ҡайта, үҙенең менән алып ята, ашата. Кейемдәр һатып ала. Әсә менән ата балалары барлығын да онота. Берҙән-бер көн Ғәлимәне дауаханаға саҡырғастар, Олеся менән берәй нәмә булғандыр тип ҡото оса. Ләкин унда айға яҡын өйгә ҡайтып та урамаған киленен хәл өҫтөндә тап итә. Йөҙө һарғайған, кейеме таушалып, бысырап бөткән. Үҙенән ауыр еҫ килә... Төнгә вафат була ейәнсәренең әсәһе. Наркотиктарҙы артыҡ күп ҡулланыуҙан тигән һығымта яһала. Инде улы, исмаһам, фәһем алып, балаһы хаҡына иманға килер тип көтһә лә, юҡ, булмай – уның үле кәүҙәһен бер йорттоң подвалында табалар...
Олеся менән икәүләп кенә ҡалғас, бөтә ҡайғыларын шул балаға баҫа Ғәлимә. Пенсияға сыҡһа ла эшләп йөрөй. Эш хаҡы ла, пенсияһы ла яҡшы ғына. Ейәнсәренә иң яҡшы әйберҙәр алырға, иң тәмле ризыҡтар ашатырға тырыша. Яҡшы мәктәпкә бирә. Бейеү түңәрәгенә йөрөтә. Мәктәпте тамамлағас, бюджетҡа уҡырға инә алмаған ейәнсәрен түләүле уҡыуға урынлаштыра. Бөтә өмөтө шул бала була.
Сессияларында ла аҡсалар түләй-түләй, ҡулына диплом алдырғас, Олесяның бер ҡайҙа ла эшләргә теләмәгәнен күреп, аптырауға ҡала. “Бына – дипломың! Ул һиңә кәрәк ине бит, файҙаһын күр!” тип ҡыҙ дипломын өләсәһенең алдына ырғыта.
Бер аҙҙан ниндәйҙер шикле бәндәне эйәртеп ҡайта. Был мәлгә инде көнө пенсияға ҡалған Ғәлимәгә ике әзмәүерҙәй йәш кешене ҡарауы еңел булмай.
Берҙән-бер көн ейәнсәре: “Өләсәй, беҙ өйләнешергә булдыҡ. Тик хәҙер бындай фатирҙар модала түгел. Анауы яңы йорттан ҙурыраҡ фатир алырға ниәт иттек. Гошаның аҡсаһы бар ул. Тик өс бүлмәле фатирға етмәй. Әйҙә, был фатирҙы һатайыҡ та, Гошаныҡына ҡушып, ҡала үҙәгенән яңы фатир алайыҡ.Уның бер бүлмәһе һинеке булыр. Беҙ ҡамасаулап йөрөмәҫбеҙ. Олоғайған көнөңдә рәхәтләнеп йәшәрһең”, тип ҡыҙыл теленән ҡырҡыла.
Башта риза булмай ҡарсыҡ. Ейәнсәре, ейәнеңде ошо хрущевкала йәшәтергә уйлайыңмы, тигәс, аптырап, ейәнсәренең кәүҙәһенә күҙ һала. Эйе шул, әҙерәк тулылана төшкән һымаҡ та, шул килеш һымаҡ та... Әбейҙе әйҙәләп алып сығып, яңы төҙөлөп бөтөп барған бик матур йортто ла күрһәтәләр. Ишек алды бигерәк матур, тыныс булыуын күреп, ошонда ейәндәрҙе уйнарға алып сығырмын, исмаһам, олоғайған көндә яңғыҙ ҡалыуы ла һәйбәт түгел, тип әбей ризалаша.
Ҡыуаныстарынан йәштәр әбейгә бер аҙнаға шифаханаға юллама алып бирәләр. Шатланып ял итә, һаулығын нығыта әбей. Тик ейәнсәренең һуңғы көндәрҙә телефонды алмауы һағайта ҡарсыҡты. Ярай, яңы өй алып йөрөгәндә хәстәрҙәре күптер, тип тынысландыра үҙен.
Шифахананан автобус менән ҡайтып, үҙенең фатирына еткәс, асҡысы менән ишекте аса алмай йонсоған сағында ишек үҙенән-үҙе асылып китә һәм унан таныш булмаған ирҙең башы күренә...
Баҡтиһәң, ул өйҙөң яңы хужаһы икән.
-Ә был өйҙә йәшәгән йәштәр ҡайҙа?
-Белмәйбеҙ. Беҙгә бик ашығыс һаттылар. Ҡайҙалыр китәбеҙ тигән һымаҡтар ине.
-Һуң мин ҡайтҡас яңы йортҡа әйберҙәремде үҙем күсерермен тигәйнем бит инде. Тәләфләп бөтмәһәләр ярар ине лә. Бында әйберҙәремде ҡалдырмағандармы? Ҡана инеп ҡарайым әле.
-Бында бер нәмә лә юҡ ине, әбекәй. Яңылышмаһам, күп әйберҙәрен сүплеккә илтеп түккәндәр. Ғәфү итегеҙ, индерә алмайым.
-Нисек?
Әбейҙең танауы төбөндә үҙенең ғүмере буйы йәшәгән өйөнөң ишеге шарт итеп итеп ябыла...
Йәйәүләп барып табып алып, теге яңы йортто ла белешеп ҡарай. Олеся менән Гоша исемле кешеләр бынан фатир алмағандар икән.
Урам уртаһында тороп ҡалған әбей аптырағандың көнөнән вокзалға йүнәлә... Бер бөртөк кенә яҡын туғаны – башҡ аланан алыҫ түгел ҡасабала һеңлеһе бар ҙа ул. Уның ике бүлмәле генә фатирында 7 кеше көн күрә. Ней йөҙөң менән уларға һигеҙенсе кеше булып барып йығылмаҡ кәрәк...
Ғәлимә әбейҙең иң ҙур хатаһы фатирын ейәнсәре исеменә күсертеү була.
-Фәлән подружкамдың өләсәһе фатирын күптән ейәнсәренә күсертеп ҡуйған. Ана, Таняға атаһы ике бүлмәле фатир алып ҡуйған. Мин генә ул бер ниндәй бирнәһеҙ ҡыҙ, - тип йыш ҡына шул хаҡта һүҙ ҡуҙғатҡылаған ейәнсәрен йәлләп, фатир хужаһы итеп ҡуя Ғәлимә әбей. Шифаханаға китер алдынан да әллә ниндәй документтарға ҡул ҡуйҙырғандарында, үҙ бауырым, алдамаҫ, моғайын, тип һис икеләнмәй ҡул ҡуйып тик ултыра...
*
Был тарихтың дауамы ла бар әле. Берҙән-бер көн Ғәлимә әбей хәстәрлек һәм йылылыҡ тапҡан өйҙөң ҡапҡаһын шаҡыйҙар. Ихаталағы өҫтәлдә алма йыуып торған Сәлимә барып асҡас, унда ҡаҡса ғына йәш ҡыҙ торғанын күрә. Муйыл ағасы аҫтындағы эскәмйәлә еләҫтә ултырған Ғәлимә әбей ҡапыл ырғып тигәндәй торғанын һиҙмәй ҙә ҡала. Сөнки ҡапҡалағы һын хас та Олесяһына оҡшаған кеүек.
-Өләсәй, ғәфү ит. Мине Гоша алданы бит. Ул һаттырҙы өйҙө. Ул наркоман булған. Ғәфү ит... Гоша мине лә алданы. Мин дә урамда ҡалдым. Һине ярты йыл эҙләнем, өләсәй. Картаң миндә булһа ла, хәҙер унан аҡса алып булмай. Шунан бирле аслы-туҡлы йәшәйем...
Ғәфү үтенеп аяғын ҡосаҡлап шыңшыған ейәнсәренә, уйҙарға батып, ҡымшанмай ҙа оҙаҡ ҡарап тора Ғәлимә әбей...
Т. Баһауетдинова.