Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2025, 08:25

Аҡсаның хужаһы табылған

Ғафури районындағы һыйыр эсенән сыҡҡан янсыҡтың хужаһы табылған. 

Аҡсаның хужаһы табылған
Аҡсаның хужаһы табылған

БСТ телеканалы Ғафури районындағы ғәжәйеп хәлгә асыҡлыҡ индерҙе.  Толпар ауылында һуғымға һуйылған һыйырҙың ҡарынынан көтөлмәгән табыш — ҙур суммала аҡса менән янсыҡ табылыуы хаҡында хәбәр менән интернет селтәре тулғайны.

Был янсыҡ ошо ауылда «Зелено» туристик базаһын төҙөгән эшҡыуар Михаил Бурдинскийҙыҡы булып сыҡҡан. Аҡсаны ул төҙөүселәр бригадаһына башҡарған эш өсөн түләргә йыйынған, әммә юғалтҡан. Ваҡиғалар артабан көтөлмәгән боролош ала: янсыҡты һыйыр сәйнәп йота. Ә хайуанҡай ошо ауылда йәшәгән ғаиләнеке булып сыға. Ғаилә башлығы Риф танышы Михаилдың янсығын шунда уҡ таный. 

«Мин уны йыуырға йыйынмайым. Талисман итеп ҡалдырам. Аҡса ысынлап та ҙур суммала ине, мин уны урлағандарҙыр тип уйлағайным. Риф ағай һыйырның ҡарыны эсендә табып алған янсыҡты. Хатта сәйнәлмәгән дә, аҡсалар шул көйөнсә ятҡан, беҙ уларҙы йыуып алдыҡ», - ти Михаил Бурдинский. 

Фото: скриншот / «БСТ» телеканалы видеоһы

“Башинформ”.

Автор:
Читайте нас