Йәмғиәт
8 Декабрь 2025, 10:10

Һыйыр ҡарынынан аҡса сыҡҡан, ә беҙҙең һыйырҙыҡынан...

Ошо хәбәр үҙебеҙҙең арала булған бер хәлде иҫкә төшөрҙө. Апайымдарҙың һыйыры көйшәмәй ҙә, ашаңҡырамай ҙа торғас, һуйырға булдылар. Ирҙәр малдың эс-ҡарынын сығарғас, беҙ, ҡатын-ҡыҙ, эсәк йыуырға сыҡтыҡ. Эсәге эсәк, ә бына ҡарын күҙҙе аҡшайтты.

Һыйыр ҡарынынан аҡса сыҡҡан, ә беҙҙең һыйырҙыҡынан...Һыйыр ҡарынынан аҡса сыҡҡан, ә беҙҙең һыйырҙыҡынан...
Һыйыр ҡарынынан аҡса сыҡҡан, ә беҙҙең һыйырҙыҡынан...

Ошо хәбәр үҙебеҙҙең арала булған бер хәлде иҫкә төшөрҙө. Апайымдарҙың һыйыры көйшәмәй ҙә, ашаңҡырамай ҙа торғас, һуйырға булдылар. Ирҙәр малдың эс-ҡарынын сығарғас, беҙ, ҡатын-ҡыҙ, эсәк йыуырға сыҡтыҡ. Эсәге эсәк, ә бына ҡарын күҙҙе аҡшайтты.

Нимә генә юҡ ине унда: апайымдың үҙе бәйләп алып, яратып урап йөрөгән сәсәкле шарфы ла, йыуғыстар, башҡа сепрәк-сапраҡ, полиэтилендың ағы ла, ҡыҙылы ла,  йәшеле лә (сүплек тулы бит инде улар), ҙур ғына баумы, арҡанмы, сүс бау...

Ғафури районының Толпар ауылында ғәҙәти булмаған табышҡа юлыҡҡандар. Өй хужаһы һыйырын һуйғас, малдың ҡарынынан янсыҡ менән ҙур күләмдә аҡса килеп сыҡҡан. Ир шунда уҡ ауылдаштарына табыштың хужаһын табыуҙа ярҙам һорап видеояҙма яҙҙырған.

Баҡтиһәң, һыйыр һәр ваҡыт сүплектә йөрөргә яратҡан. Шуға ла уның эсендә 30 килограмм самаһы ҡый йыйылған булған. Ә, иң мөһиме, улар араһында 5 мең һумлыҡ аҡсалар менән янсыҡ табылған. Шулай уҡ араһында документтар ҙа бар.

«Эҙләүсе булһа, беҙгә мөрәжәғәт итһен», - тип белдерә ир.

Шулай итеп, юҡҡа ғына “һыйыр” тип атамағандар икән шул был йорт  хайуанын – уға бөтә нәмә лә һыя икән, хатта аҡсалы янсыҡ та...

Ә һеҙҙең һыйырҙың ҡорһағынан да берәй әйбер сыҡҡаны булманымы, дуҫтар?

 

Һыйыр ҡарынынан аҡса сыҡҡан, ә беҙҙең һыйырҙыҡынан...
Һыйыр ҡарынынан аҡса сыҡҡан, ә беҙҙең һыйырҙыҡынан...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас