Йәмғиәт
8 Декабрь 2025, 03:35

Һуғым һуя башлаһағыҙ ҙа була

Синоптиктар шундайыраҡ фараз бирә. (Зиннур Боҫҡонов фотоһы).

Һуғым һуя башлаһағыҙ ҙа булаҺуғым һуя башлаһағыҙ ҙа була
Һуғым һуя башлаһағыҙ ҙа була

Синоптиктар фаразына ҡарағанда, бөгөн, 8 декабрҙә, еңелсә ҡар, айырым райондарҙа юлдарҙа тайғаҡ буласаҡ. Һауа температураһы көндөҙ -4, -9, төньяҡ райондарҙа -10, -15 градус.

Бөгөн иртәнсәк беҙҙә, Бөрйәндә,  -5 градус ине.

Шишәмбе, 9 декабрҙә, артыҡ яуым-төшөм көтөлмәй. Температура төндә -13, -15, урыны менән -25 градус, көндөҙ -8, -13, урыны менән -18 градус күҙаллана.

Шаршамбы, 10 декабрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй, температура төндә -10, -15, урыны менән -20, -25 градус, көндөҙ -5, -10, урыны менән -15 градус .

Ниһайәт, ҡыш еҫе сыҡты бит! Кисә бер аҙ ҡар ҙа яуып һалды. Әле лә әҙерәк иләктән төшкән һымаҡ ҡына яуып тора.

Иң мөһиме, илебеҙгә именлек, үҙебеҙгә сәләмәтлек насип булһын!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас