

Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа, күҙ асҡыһыҙ ап-аҡ бурандарҙа тунһыҙ, дебет шәлһеҙ, быймаһыҙ оҙон сәфәрҙәрҙә ҡалайтып йөрөмәк? Тунһыҙ артист артист түгел инде! Өҫтәүенә, автобустың мейесе бер һүнеп, бер тоҡанып йәнде көйҙөрә. Театр килә, тип клубты бар хәлдәренсә генә йылытырға тырышып, иртәнән кискә тиклем мейескә яғалар йыйыштырыусы апайҙар. Мейесе баҙлай баҙлауға, тик айлап яғылмай торған клуб эсе бер ҙә генә имшей һалмай.
Бөрйәнгә тәүге сәфәрем ине. Електәргә үтеп инерлек әсе елдәр, оҙон бормалы юлдар, аҡ суҡлы шәл бөркәнгән ҡайындар, йәшел тунлы мөһабәт ҡарағайҙар, бейек тауҙар, ғорур ҡаялар...
Йәш инем. Кейем-һалымдың әллә ни юҡ мәле. Тун тектерәйек, тип әсәйем һарыҡ тиреләре йыйған булды. Уларын әрмәк тоҡҡа тултырып, «Дом быта»ға алып барҙыҡ.
Ике еңегеҙгә тағы ла ике тире етмәй, тигәстәр, ҡуй, быйылға алама бәлтәң менән йөрөп тор, Күсейгә ҡайтҡас, йәүкәләп ҡарармын, әллә анауы кәзә тиреләрен берәйһе һарыҡтыҡына алмаштырыр. Тире тапһаҡ, тағы килербеҙ, тапмаһаҡ, быларынан ҡустыңа тун тектерербеҙ, тип тоғон йөкмәп, әсәйем ҡайтып китте.
Әмәлемә ярағандай, универмагҡа пальтолар килтереп, прилавка «аҫтынан» ғына һатҡандар ҙа, минең күрше ҡатын пальто һатып алған. Кейеп ҡарап, яйлап, һайлап алырға форсат теймәгәнме, ҡыҫҡаһы, пальто уға тар булып сыҡҡан. Түшендәге төймәһе элмәгенә барып етмәй, ҡултыҡ аҫтары ҡыҫа, тип миңә алып инде был.
- Аҡсаһын ҡабалан-дырмайым, өскә бүлеп түләрһең, тип төргәкте һүтеп ебәрҙе. Пальто миңә ҙур булып сыҡты.
- Төймәләрен шылдырып баҫырһың, еңдәренең осон эскә бөкләп ҡуй! Мужыт итәгенең осон ҡырҡып, билдек эшләп алырһың, тине лә сығып та китте. Пальто матур, һүҙ юҡ. Аҡ төлкө яғалы, көрән төҫтә. Яңы пальтомды кейеп, көҙгө ҡаршыһында улай-былай әйләндем, яғаһын күтәрҙем, кире төшөрҙөм - килешмәй инде миңә.
«Гастролға кейеп сығайым да, ҡайтҡас күҙ күрер», тинем, ахыры.
Әлеге өп-өр яңы пальтола, башҡа дебет шәл урап, быймалар кейеп, ҡәҙимге кешегә оҡшап, үҙ дәрәжәмде белеп кенә, автобустың иң артында - декорациялар араһында киләм. Артистар бөтәһе лә тиртун кейгәндәр, ҡолаҡсын кәпәс, йөн бейәләй, быймаларҙа киләләр. Хатта ҡайһы бер ағайҙарға ҡатындары тубыҡса бәйләп кейҙергән - эй ҡәҙер иткәндәр инде хәләл ефеткәйҙәрен!
Төшкә табан бер йәтеш кенә ағас клубы булған матур ғына ауылға барып еттек.
Иҙелдән алыҫ ҡына, тау битендәрәк ултырған ыҡсым ғына өйгә фатирға индем. Хужабикә инәй һарай яғында малын тәрбиәләй ине.
- Ҡыҙым, өйгә инә тор, хәҙер малға бер-ике һәнәк кенә бесән ташлайым да, сәй эсербеҙ, - тип һөрәнләне.
Өҫ-башымды сисеп, быймаларымды мейес башына йәйеп ҡуйҙым. Өй йылы, сәй ҡайнаған - былар мосафирҙың иң ҙур теләге!
Хужабикә инәй минән бейегерәк, мыҡты ғына, һыпа һылыу ҡатын. Өтәләнеп йөрөп урындыҡҡа терәлеп торған өҫтәлгә сәй эҙерләне. Мине урындыҡҡа ултыртып, ҙур сатраш шәл менән аяҡтарымды урап ҡуйҙы.
- Юлда күп йөрөнөм, аяҡтан йыға беҙҙең яҡ ҫыуыҡтары, өшөмә ыштубы ла.
Үҙе боһорап торған картуф өҫтөнә һары майҙа ғына ҡыҙҙырылған һуғанды һалып, табындың уртаһына ултыртты.
-Өлкән улымдың үҙ умартаһының балы, - тип кәрәҙле балды телде. Ҡунаҡсыл да инде беҙҙең халыҡ!
- Әйҙә, оялып ултырма. Ашауҙың ней аның ояты юҡ! Өшөнөгөҙ инде, балға ҡушып эс сәйеңде. Радыя бөгөн Бөрйәндә 40 градус ҫыуыҡ тине. Ҡырҡта ғына тормайҙыр. Әллә, ҡыҙым, мунса яғып ебәрәйекме? Иҙелдән ике көйәнтә һыу әпкилһәң, эҫе һыуҙың ҡаҙанына саммый була. Ҫыуыҡ һыуына ана ҡар һоҫоп индереп йыуынырбыҙ...
Инәй үҙе йонсоп киткәндер, шуға мунса төшкөһө килеп ултыра инде. Һыу ташып, мунсаны тоҡандырып ебәрҙек. Аҙ ғына серем итеп тороуға мунсаны бөтөрөп инде был.
- Һин барып, яйлап төш. Миндек ебеткәнмен. Минең тана быҙауларға тейеш, ауырыңҡырап тора. Төндә быҙаулап, өшөп ҡуймаһын быҙау ғынаһы. Ҫыуыҡ бит бигерәк. Әллә спектаклгә бармаҫҡамы тип торам әле.
- Мунсаға индерәйек һыйырҙы, бармай ҡалмағыҙ инде, ғәләмәт ҡыҙғаныс. Илап тик ултыраһың (мин дә ҡыҙыҡ инде, нишләп кенә кешене буйы менән илатып ултыртҡым киләлер)
- Әйе шу, бер һәнәк кенә бесән ташлайыҡ та. Мин бөгөн мунсинеп алһам, Алла бойорһа, ай буйы төшмәһәм дә була.
Инәй мунса төшөп сыҡҡас, тананы етәләп мунсаға индереп яптыҡ. Бесәнде йәлләмәнек, һыҙыра ташып ҡуйҙыҡ.
Инәйҙең кәйефе шәп.
- Ҡанале былай булғас, шифанирҙан иң затлы кейемдәрҙе һайлап алып кейәйек. Мынауы шәлде ябынып еппәргән булайым. Ошо күлдәкте бер генә кейҙем ҡайынбикәмдең һикһән йәшендә.
Ошоно ябынайым. - Инәй суҡлы шәлен һелкеп, койка башына элде, йәшел күлдәген кейҙе. Яңы яулыҡ ябынды. Сервантының быяла ишеген шылдырып, сынаяҡтар артында торған хушбуйын сығарып, күлдәгенә һипте.
- Тәмде ошо адикалун. Мә, һин дә һөртөн. Ин-дий-ский сан-дааал! Үәт! Сирен-мирендән түгел был!
Сынъяһау булып, балҡып китеп көҙгө ҡаршына килеп баҫты инәй. Шул тиклем клубҡа барғыһы килеп, ашҡынғаны йөҙөнә сыҡты. Гел генә килеп торамы әле төпкөл ауылға артистар!
- Ҡарале, ҡыҙым, анауы алама тиртунымды кейеп барып ултыраммы хәҙер?
Ҡайһы ғына ҡатын-ҡыҙҙың гүзәл булғыһы килмәй!
Минең өсөн өҙөлөп торған инәйҙең күңелен күтәргем килә.
- Минең пальтомды кей, инәй, һеҙгә тамам ғына була, бына күрегеҙ. Мин тиртун кейермен, мунсанан һуң өшөмәҫкә. - Пальтоны сөйҙән сисеп ала килеп инәйгә кейҙерәм.
- Ҡайһылай ҙа килешә. Төҫө лә. Яурындары, еңдәре лә. Төймәһе лә эленә.
- Былтыр Иҙел буйындағы өйҙәрҙе вис кенә һыу баҫты ла, бөтөн кеше миндә йәшәнеләр, избенка ла тулды. Хөкүмәт кәмпинсәцийә түләне һәр береһенә, вис кенә бушистый яғалы пәлтәләр алып кейеп бөттөләр. Миңә тин дә юҡ. Эй, ҡыҙығып йөрөгән булдым уларҙың пәлтәләренә. Ярай, имен генә кейеп туҙҙырһындар! Кешелеккә кейеп сығырға бер бушистый ғына яғалы пәлтә алып кейеп буламы үҙ ғүмеремдә? - Инәй көҙгөнән үҙенә ҡарап торҙо. Пальто килешеп тора шул! Хатта йәшәреп киткәндәй булды.
Кейенергә сират миңә етте. Инәйҙең тиртуны ҙурыраҡ булып сыҡты.
- Ай-буй, эсенә сумдың бит. - Инәй пальтоны кире сисмәк.
- Бара, инәй, өшөтмәһә булған.
Тышҡа сыҡтыҡ.
- Хоҙайға тапшырҙым аманат итеп танамды, имен генә торһон! - Ишекте шартылдата бикләп, клубҡа киттек.
Клуб эсе тулы халыҡ. Беренсе рәткә әртистәрҙе үҙҙәренә фатирға төшөргән ағай-апайҙарға урын ҡалдырғандар.
Сәхнәлә уйнап йөрөйөм, инәйгә күҙ һирпеп алам - иң матуры булып ултыра!
Иртәнсәк тана быҙауланы.
- Һөйөнсө, үгеҙебеҙ бар хәҙер. - Инәй һөйөнөп йөрөй. - Әйҙә, тиҙ бул, сәй эсә һал, машинағыҙ аҫҡы урамға китте, әртистәрҙе йыялыр.
Ҡыҙым, мин һиңә тиртун индерҙем әле избенканан, килендеке ине, үҙең менән алып кит, машинала аҫтыңа түшәп йөрөтһәң дә, бөркәнеп ултырһаң да. Кисә ништәп иҫкә төшмәгәндер. Йә тик тороп, көйә ҡырҡып бөтөр, әрәм булыр. Мә, кейеп күргәт әле.
Миңә генә үлсәп тегелгән тиртун! Сат йәбештем.
- Рәхмәт, инәй! Йылылығы!
Былай булғас, ҡустыға тун тектерербеҙ инде, - тим.
- Ярай, өшөмә ыштубы ла! Туҡтап тор, ҡыҙым, адикалун һирпеп сыҡ, һарыҡ еҫе сығып тормаһын үҙеңдән!
- Рәхмәт, инәй, ризыҡ-тәғәмеңә, йылы өйөңә, хөрмәтеңә! - Сумкама йәбешәм - Иҫәнлектә осрашайыҡ! Ә пальтоны үҙеңә алып ҡал, инәй!
Ҡайһы тарафтан ел иҫкәнен дә һиҙмәй йөрөрмөн инде - шундай дан тиртун кейеп алғас! Бына хәҙер ысын артист булдым! Тунымды кейгән һайын инәйгә рәхмәттәр уҡырмын.
Әллә кем булып автобусҡа барып инәм һәм салонға сандал еҫе тарала...
Сулпан ӘБДРӘХИМОВА.
(Интернеттағы асыҡ сығанаҡтан алынды).