+28 °С
Болотло


Федераль метеосайттар биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда ҡарҙың интенсив яуыуы 11 декабрҙән башланасаҡ. 14 декабрҙә яуым-төшөм айырыуса мул булмаҡсы икән – көн йылытыу арҡаһында ҡарлы ямғыр, ҡарҙың ямғырға әйләнеп киткән саҡтары ла күҙәтеләсәк, тиҙәр синоптиктар.
15-тәренә һыуыта һәм ҡар ҙа күберәк яуасаҡ. Шулай итеп, әгәр был күҙаллауҙар дөрөҫкә сыҡһа, Башҡортостанда ҡар декабрҙең икенсе яртыһында ғына ятасаҡ.
“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.