

Минең өләсәйем
Минең өләсәйем Сәғитова (Сафина) Клара Әхмәтйән ҡыҙы 1935 йылда Ғәҙелгәрәй ауылында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Бала сағы, үҫмер йылдары ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Өләсәйемә 6 йәш булғанда атаһы Сафин Әхмәтйән Мөхәрләм улы һуғышҡа алына. Өләсәйем туғандары менән әсәһе Мәстүха һәм өләсәһе Разыя ҡарамағына ҡала. Йүгереп йөрөп уйнар саҡтарында ауыр эшкә егеләләр. Бер эште лә айырмай эшләй өләсәйем. Егәрлелеге, сослоғо, зирәклеге менән тиңдәштәре араһында айырылып тора. Эштән арып ҡайтһалар ҙа киске уйынға сығырға ваҡыт табалар. Клубтың саңын борҡотҡансы бейеп ҡайталар. Ә иртәгә тағы эшкә. Бына шулай үтә уның үҫмер, йәшлек йылдары.
Яҙмышын Мәҡсүт егете Ғәфүрйән менән бәйләп, йәш ғаилә донъя көтә башлай. Тормош иптәше менән бер ҡыҙ балаға ғүмер бирәләр. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше үлеп ҡала. Клара өләсәйем ҡайтанан тыуған ауылы Шүлгәнгә ҡайта.
Тыуған ауылында ул олатайым Сәғитов Вафир Фазлетдин улына тормошҡа сыға һәм башкөллө үҙен ғаиләһенә бағышлай. Колхоз эшендә лә ең һыҙғанып эшләй. Өләсәйем менән олатайым бер-бер артлы 9 балаға ғүмер бирәләр, 60 йылдан ашыу бергә матур ғүмер кисерәләр, гөрләтеп донъя көтәләр. Олатайым баҡыйлыҡҡа күсте инде, ә өләсәйемә ошо көндәрҙә 90 йәш тулды. Клара өләсәйем “Әсәлек даны” ордены менән бүләкләнгән, хеҙмәт ветераны исеме бирелгән. Балаларының барыһы ла үҙ аллы тырышып донъя көтә, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтерәләр.
Клара өләсәйем бөгөнгө көндә балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәләренә һөйөнөп бәхетле ғүмер итә. 90 йәш ул бер ҡараһаң артыҡ күп тә түгел һымаҡ, әммә тормош ауырлыҡтарына сыҙамлы, нығынған кешегә әҙ ҙә кеүек тойола. "Бөгөнгө тормош шул хәтлем матур, йәнең теләгәне бар, тик тырыш булырға, юғалып ҡалмаҫҡа кәрәк, ҡыҙым”, тип миңә кәңәштәр бирә. Үҙенең үткән тормошона һис зарланмай ул.
Ҡәҙерле өләсәйемә артабан да беҙҙе ҡыуандырып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.