Йәмғиәт
2 Декабрь 2025, 03:25

Пенсияла үҙгәрештәр, яңы йыл, янғындар һ.б.

2026 йылдан үҙ көсөнә ингән законға төҙәтмәләргә ярашлы, пенсия рәсмиләштерелгәндә ғаиләлә бишенсе, алтынсы һәм бөтә киләһе балаларҙы иҫәпкә ала башлайҙар. Яңы ҡағиҙәләрҙең үҙенсәлеге шунда: улар 2026 йылдан хаҡлы ялға сыға башлаған ҡатын-ҡыҙҙарға ғына түгел, ә быға тиклем пенсия түләүҙәре алғандарға ла ҡағыла. Тулыраҡ – сайтта.

Пенсияла үҙгәрештәр, яңы йыл, янғындар һ.б.Пенсияла үҙгәрештәр, яңы йыл, янғындар һ.б.
Пенсияла үҙгәрештәр, яңы йыл, янғындар һ.б.

Кисә район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин район ойошмалары етәкселәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе.
Унда райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл буйынса һорауҙар ҡаралды.
-Район биләмәһендә янғын сығыу хәүефен кәметеү маҡсатында профилактик рейдар үткәрелә. Халыҡты ла иғтибарлы булырға, ваҡытында мейестәрҙең, электр һәм газ, янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙың төҙөклөгөн ҡарап, тикшереп торорға саҡырам.
«Страховка пенсиялары тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр индерелде. 2026 йылдан үҙ көсөнә ингән законға төҙәтмәләргә ярашлы, пенсия рәсмиләштерелгәндә ғаиләлә бишенсе, алтынсы һәм бөтә киләһе балаларҙы иҫәпкә ала башлайҙар. Яңы ҡағиҙәләрҙең үҙенсәлеге шунда: улар 2026 йылдан хаҡлы ялға сыға башлаған ҡатын-ҡыҙҙарға ғына түгел, ә быға тиклем пенсия түләүҙәре алғандарға ла ҡағыла.

 Бөрйән районы буйынса Рәсәй социаль фонды бүлексәһенең клиент хеҙмәте биш һәм унан күберәк балалы күп балалы әсәйҙәрҙән пенсияны ҡайтанан иҫәпләүгә ғаризалар ҡабул итә башланы.
Яңы йыл яҡынлаша, һәм байрамдар менән бәйле яңы йыл сараларын үткәреүгә әҙерлек буйынса һорау ҡаралды. Бөтә ойошмалар, учреждениелар етәкселәре 2026 йылдың 6 декабренә тиклем яңы йыл яҡтыртыуын тәьмин итергә тейеш, 2025 йылдың 12 декабренә ауыл биләмәләренең административ үҙәктәрендә, ауыл мәҙәниәт йорттары алдында шыршы һәм ҡышҡы тауҙар ҡуйырға тәҡдим итәбеҙ. Тәү сиратта, әлбиттә, хәүефһеҙлек сараларын үтәүгә иғтибар бүлергә кәрәк.
2025 йылдың 3 декабренән 13 декабргә тиклем 2026 йылдың беренсе ярты йыллығына льготалы яҙылыу декадаһы үтәсәк. Был осорҙа яратҡан газета-журналдарҙы ташламалы хаҡҡа яҙып алырға мөмкин. Район газетаһы "Таң" ла әүҙем яҙылайыҡ!
Социаль селтәрҙәге муниципаль район хакимиәтенең рәсми төркөмдәре, “Инцидент-менеджмент” системаһы аша килгән мөрәжәғәттәр буйынса район халҡын борсоған һорауҙарға анализ яһалды.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем!

Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan

Пенсияла үҙгәрештәр, яңы йыл, янғындар һ.б.
Пенсияла үҙгәрештәр, яңы йыл, янғындар һ.б.
Пенсияла үҙгәрештәр, яңы йыл, янғындар һ.б.
Пенсияла үҙгәрештәр, яңы йыл, янғындар һ.б.
Пенсияла үҙгәрештәр, яңы йыл, янғындар һ.б.
Пенсияла үҙгәрештәр, яңы йыл, янғындар һ.б.
Автор:
Читайте нас