

Район үҙәгендә йәшәүсе Рәис Ишбаевтың төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр хаҡында хәтирәләре бихисап. Редакцияға йомош менән ингән араһында уның боҙ аҫтынан балыҡ тотоусыларға бәйле ике мәрәкәһен һөйләтеп алып ҡалдыҡ. Тап шул миҙгел башланырға торғанда уларҙы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Боҙ өҫтөндә Исрафил ҡартты тишек кәмәгә ултыртҡаны
Иҫке Собханғол ауылында Ағиҙел йылғаһында боҙ аҫтынан балыҡ тотоусылар әүәле һирәк кенә ине – бер нисә кеше генә булды. Уларҙың көндәр буйы шунда бер тишеккә тексәйеп ултырғандарын беҙ, ҡыҙыҡ күреп, йә ярҙан ҡарап тороп, йә үтеп барышлай күҙ ташлап, улайтып ултырыуҙың ней ҡыҙығы бар икән, тип уйлап ҡуя инек. Беҙҙең Бөрйәндә боҙ аҫтынан балыҡ тотоу “бумы” 80-се йылдарҙың баштарына тура килә. Боҙ өҫтө яйлап балыҡсыларҙан сыбарлана башланы.
Шулай бер балыҡсы дуҫым, нишләп йөрөйөң, Рәйес, балыҡ тотмай, балыҡ һәтәр күп бит, тей. Миндә ҡыҙыҡһыныу арта төштө. Арта төштө генә лә түгел, гөлт итеп ҡабынды. Эште кейемдән башланым, сөнки боҙ өҫтөндә, тим буле ҡая төбөндә, ҡыш ныҡ һыуыҡ була бит инде. Уны ғына беләбеҙ. Ҡайҙа итергә белмәй һалып ҡуйған 5 һарыҡ тиреһенән эспесиәлне боҙҙа балыҡ тотоу өсөн елле толоп тектереп алдым. Антарктида боҙо өҫтөндә лә бирешерлек түгел, йылы был. Ул саҡта йәнә эт тиреһенән бүрек тектереүгә мода сығып киткәйне. Мин дә үҙебеҙҙең яҡта йәшәгән оҫта Нәҙирә апай Алтынбаеванан бүрек тектереп алдым. Обмундирование буйтым әҙер була башланы. Йылы ыштанға ҡытлыҡ юҡ. Үҙем ғүмер буйы янғын һүндереү часында пожарник булып эшләгәс, спецовка итеп бирелгән һырмалы көпө салбар бар. Галушлы быйма ла бар аяҡҡа. Ҡыҫҡаһы, баштан аяҡҡаса ысын балыҡсы костюмына кейенеп, икенсе көн шул кейемдәргә “испытание” үткәреп ҡарау ниәте менән йылға буйына юлландым.
Элекке комбинат эргәһенә барһам, боҙ уйымына текәлгән байтаҡ кеше күренә. Иң тәүге күҙгә ташланған кешеләр Исрафил Әбдрәшитов менән Таһир Малабаев булды. Балыҡты тыпылдатып ҡына ултыра шул Исрафил бабай.
Толобома күшерелеп, байтаҡ ҡарап торҙом тегеләрҙе. Күҙ ҡыҙа. Шунан яйлап ҡына боҙға төшөп, боҙҙо бырауым менән тишеп ҡарарға самаланым. Боҙҙоң ҡалынлығы метрға яҡын. Ә минең бырау мөсһөҙөрәк булып сыҡты. Ней тиһәң дә тәжрибә юҡ бит инде. Ҡоро теләк менән алыҫ китеп булмай. Ярҙан ҡарап йөрөү әле тәжрибә йыйыу түгел.
Яйлап ҡына эргәһендә алабуға, йоморосабаҡ, ҡыҙылгүҙ, ҡарағойроҡ ише балыҡтар тәгәрәшеп ятҡан Исрафил бабай эргәһенә барҙым. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй тегенең, бер-бер артлы мәкенән балыҡты сығарып тик ултыра бабайың.
Үҙем мәке уя алманым бит инде, но күҙ ҡыҙа. Шунан ҡапыл башҡа бер уй килде бит, ҡәһәрең.
-Бабай, - тейем, - бында килә ятҡанда юлда Фәниә инәй осраны.
“Ҡайҙа китеп бараң? Әллә һин дә шул балыҡ тип йөрөйөңмө?”, тип һорай. “Эйе”, тейем. “Әә, улай булғас, йәтеш осраның әле. Һыу буйына барһаң, шунда бабайың ултыралыр. Әйт әле, ҡайтһын. Төшкә аятҡа әйткәйнеләр. Тиҙерәк ҡайтһын әле”, тине, тейем.
Исрафил бабай теге мәке уйымынан ҡарашын көскә айырып, миңә ҡырын ғына күҙ һалып алды. Унан:
-Самамдили, иртәнсәк бер нәмә һөйләгәндәй ине ул инәң. Ярай, мин ҡайтайым әле.
Бабай эш монаяттарын йыя башланы. Минең ниәт – бабай ҡуҙғалыу менән уның мәкеһенә ултырыу. Бабай шунда уҡ аңланы инде минең ниәтте – күҙҙе теге мәкенән ала алмайым бит инде.
-Ҡайтҡан саҡта мәкене ҡаплап ҡайтырһың. Анауы фанераны һал башта мәке өҫтөнә, унан өҫтөнә ҡар һиберһең. Ана, мәке эсендә еме лә бар. Хәҙер балыҡ эләгә башлар.
Бабайҙың әйберҙәрен йыйып йөрөгәнен күреп, арыраҡ ултырған Таһир елдереп килә ята.
-Мәкеңә мин ултырайым әле, - ти Исрафил ҡартҡа.
-Юҡ, уны мин уже улыма бирҙем инде, - тине бабай.
Уңайлы итеп урынлашып алдым да мин дә бер-бер артлы тыпылдата башланым балыҡтарҙы. Һәйбәт нәмә икән был боҙ аҫтынан балыҡ тотоу. Азарт уянып китте. Матур уйҙар килә башҡа. Саф һауа. Кейем шәп. Байтаҡ балыҡ тотоп алдым.
Ҡайтыр мәл еткәс, иптәштәргә: “Исрафил бабай иртәгә кәрәкте бирә инде. Мәкеһе өсөн уны алдап ҡайтарып ебәргәйнем бит”, тейем. “У-у, атыу жара һине. 3-4 көн был тирәлә күренмәй тор инде һин. Кәрәгеңә бирер атыу”, тей Таһир ағай.
Аҙна самаһы ул тирәгә барырға ҡыймай йөрөнөм. Ләкин дәрт тигән нәмә ҡуямы – аҙна самаһы үткәс ғәйепле башты түбән эйеп барҙым. Эйе, кәрәкте бирҙе генә! Сыҙа ғына инде.
Ныҡ үпкәләне бабай. Ул ваҡытта пожарка Иҫке Собханғолдоң урта тирәһендә ине бит. Тышта торһаҡ, эргәнән үтә, һаулыҡ бирмәй ҙә, алмай ҙа был. Эс боша барыбер. Мәрәкәләйем, шаярам, тип үпкәләттем бит бабайҙы.
Кире дуҫаштыҡ аҙаҡ барыбер. Нисек, тиһегеҙме? Шул ир-аттың бер юлы бар инде – “өҫтәл артында асыҡтан-асыҡ, күҙгә-күҙ ҡарашып «рәсми» һөйләшеп” инде! Килешеү генә түгел, дуҫлашып киттек. Эргәһенә үҙе саҡыра башланы хатта. Минән 30 йәшкә олораҡ ине ул ағай. Хатта атайымдан 5 йәшкә оло.
Ә боҙ өҫтөндә балыҡ тотоу – иҫ китмәле матур шөғөл. Ул мәрәкәләшеүҙәр, байктар. Үҙе бер донъя ул!
Мөнирҙән теүәл 90 сантиметр булырға тейеш!
Хеҙмәттәшем Мөнир Мәхмүтов та “отчаянный” балыҡсы булды. Бер көн был миңә: “Рәис ағай, беҙҙең яҡта балыҡ һәйбәт ҡаба башланы. Әйҙә, кил. Сразу минең эргәгә урынлашырһың”, тине. Миңә ней, балыҡ ене ҡағылған кешегә, етә ҡалды. Киттем!
Ысынлап та, балыҡты бер-бер артлы боҙ өҫтөнә сығарып ырғытып ҡына ултыра был. Минең аптырабыраҡ ҡарап торғанды аңғарғас, был минең территория, ана, минең тишектән теүәл 90 сантиметр арыраҡ үлсәп, тиш тә ултыр, тей был. Үҙегеҙ беләгеҙ, минең бырауғынам да ана тора - боҙ тишергә артыҡ “барымы юҡ”. Минең хәлде самалағандыр инде, Мөнир кеҫәһенән йыйылмалы метрлыҡ килтереп сығарҙы ла, йәһәт кенә тағатып ебәреп, боҙ өҫтөнә һалып, теүәл 90 сантиметр алыҫлыҡты үлсәп, үҙенең шәп бырауы менән миңә уйым да эшләй һалып бирҙе.
Мин дә балыҡты тыпылдата башланым. Эй күңелле бит ул балыҡ эләгеп торһа! Балыҡ шәп, киң күңелле дуҫ эргәлә! Уртаҡ һөйләшер хәбәр ҙә етәһе. Ҡыҫҡаһы, лафа!
Был күренеште ҡырын күҙе менән күҙәтеп ултырған Пашка (Павел Рябов) түҙмәне, ахыры, беҙҙең янға килде.
-Мөнир, метрлығыңды биреп тор әле, - тей теге.
-Уны нимитәң?
-Һинең тишегеңдән теүәл 90 сантиметрҙа ғына мәке уйып алайым тигәйнем. Ана, Рәис тыпылдатып тик ултыра бит, - тей. Ә Пашка беҙҙән 2 метрҙа ултыра ине.
Мөнир дуҫ шулай мәрәкәсел булды. Кеҫәһенә метрлығын һалып йөрөүен әйт әле.
Бындай ҡыҙыҡтар күп булды инде ул балыҡта. Әйтәм бит, боҙ аҫтынан балыҡ тотоуҙың үҙенең романтикаһы ла, ҡыҙыҡтары ла бик күп. Ситтән ҡарап үткән кешеләр, көнө буйы нимештәп ултыра инде былар бер тишеккә өңшәйеп, ти торғандыр. Ә унда, балыҡсылар араһында, үҙенсә генә ғәжәйеп тормош гөж килеп тора!
Т. Баһауетдинова яҙып алды.