

Килдеғол ауыл мәҙәниәт йортонда Зәки Зәйнуллиндың "41-ҙең арбалы ҡатындары" исемле спектаклен сәхнәләштергәндәр.
-"41- ҙең арбалы ҡатындары" - ниндәй генә хәлдә лә юғалып ҡалмаған, тормош йөгөн төптән егелеп тартыусы ауыл ҡатын - ҡыҙҙарына мәҙхиә булып яңғыраны. Һәүәҫкәр актрисаларҙың ролға инеп, бирелеп китеп, килештереп уйнауҙары тамашасыларҙы ла битараф ҡалдырманы. Улар менән бергә ҡайғырып та, һағышланып та, ҡай саҡ көлөп тә, илап та ҡараны тамашасы. Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте башлығы Ҡаһарманов Фәрзәт Мөхәмәтйән улының да спектаклдә ҡатнашыуы беҙгә оло мәртәбә өҫтәне.
Артабан "Умырзая" халыҡ фольклор ансамбле ҡыҙҙары, "Аҫылташтар" йыр-бейеү ансамбле ҡыҙҙары сығыш яһанылар. Ынйы Ҡарағолова, Айсулпан Фәтҡуллина, Венера Ҡадыровалар дәртле бейеүҙәрен бүләк итте. Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте башлығы Ҡаһарманов Фәрзәт Мөхәмәтйән улы, ветерандар советы етәксеһе Яхина Ғилмия Абдулла ҡыҙы, ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Билалова Сажиҙә Вәлит ҡыҙы ауылдаштарыбыҙҙы байрам менән ҡотлап, бүләктәр биреп, иң изге теләктәрен еткерҙеләр. Сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә ярҙам итеүсе әсәйҙәргә миҙалдар тапшырылды, - тип хәбәр итәләр Килдеғол ауыл мәҙәниәт йорто, ауыл китапханаһы төркөмдәрендә.
Сығанаҡ: https://vk.com/club157364741