Йәмғиәт
28 Ноябрь 2025, 04:00

Мөсәттәр ҙә ФАП-лы булды

Районда йыл һайын яңы модулле фельдшер-акушер пункттары асыла. Быйыл ғына 5 модулле ФАП төҙөлдө. Районда барлығы 25 ФАП булһа, тимәк уларҙың 20-һе яңырыу кисерҙе. Икенсе йылға - 3, 2027 йылға 2 ФАП асыу планлаштырылған.

Мөсәттәр ҙә ФАП-лы булдыМөсәттәр ҙә ФАП-лы булды
Мөсәттәр ҙә ФАП-лы булды

Өр-яңы медицина ҡорамалдары, йыһаздары менән тәьмин ителгән, заманса уңайлы шарттар булдырылған ФАП ауыл халҡы өсөн көтөп алынған ваҡиға. “Йәш йөрәктәр” фольклор ансамбленең йыр-моңдары менән асылған тантанала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, район үҙәк дауаханаһының баш табип урынбаҫары Илнур Иманғолов, Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы Булат Юлмөхәмәтов ҡатнашты. Иҫке Мөсәт халҡының шатлығын уртаҡлашырға килгән ҡунаҡтар үҙ сығыштарында диспансеризация үтеүҙең, һаулыҡты даими тикшереп тороуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.

Байрамға йыйылған ауыл халҡының да теләге бер - йылы, матур ФАП-ҡа тик тикшеренеү өсөн генә йөрөгә насип булһын.

ФАП-ты төҙөүҙә ярҙам һәм әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн Шамил Шәмиғолов, Данир Муллағәлиев, “Алаҡуян” МУП-ы директоры Ришат Шәрипов район хакимиәтенең рәхмәт хаты,  Динислам Рәхмәтуллин ауыл хакимиәтенең почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Зариф Закир улы яңы ФАП менән танышып сыҡҡандан һуң, ауыл халҡының медицина буйынса борсоған һорауҙарына яуап бирҙе.

Белорет медицина колледжын тамамлағандан һуң, 2017 йылда хеҙмәт юлын башлаған фельдшер Ләйсән Әҙелбаеваны ауыл халҡы хөрмәт итә, кәңәштәрен тыңлай. Уның әйтеүенсә, күптән табипҡа күренмәгән кешеләрҙе тикшеренеүгә ебәрергә тырыша. “Күптәр район үҙәгендә эшләгәс, медицина тикшеренеүҙәрен үҙәк дауаханала үтһәләр, диспансеризацияны ауылда үткәрергә тырышам. Санитар Гүзәл Дәүләтшина менән бергә эшләйбеҙ. Алдағы биналар һыуыҡ ине. Яҡты, йылы урында эшләйәсәгемә ҡыуанам ғына. Имен-һау ғына эшләргә яҙһын, - ти район үҙәк дауаханаһының Почет грамотаһына лайыҡ булған Ләйсән Флүр ҡыҙы.

Мөсәттәр ҙә ФАП-лы булды
Мөсәттәр ҙә ФАП-лы булды
Автор:Ә. Юлсурина
Читайте нас