

Ошоға бәйле, Бөрйән районы Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре “Яҡтырып күрен!” тип аталған иҫкәртеү акцияһы ойошторҙо.
Акция сиктәрендә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҡараңғы ваҡытта яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар ҡулланыу кәрәклеге хаҡында иҫкә төшөрҙөләр. Был ябай аксессуарҙар хатта насар күренеүсәнлек шарттарында ла водителдәргә йәйәүлеләрҙе күрергә мөмкинлек бирә һәм ғүмерҙе ҡотҡара ала.
Акция барышында йәйәүлеләрҙең иғтибарын тәүлектең ҡараңғы ваҡытында өҫ кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарҙы ҡулланыуҙың мөһимлегенә, шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәүгә һәм юлда үҙ-ара ихтирам итеүгә йүнәлттеләр.
Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла тематик иҫтәлектәр, яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элмәк тапшырҙылар һәм хәүефһеҙ юлдар теләнеләр.
Л. Алтыншина, инспектор.