Йәмғиәт
24 Ноябрь 2025, 11:00

Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Быйыл республикала халыҡҡа өс меңгә яҡын дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе Күп функциялы үҙәктәр булдырылыуға 10 йыл тулды. Ошо уңайҙан бөгөн район мәҙәниәт һарайында ойошма хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү сараһы уҙҙы.

Тантаналы сарала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хәкимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, район Советы рәйесе урынбаҫары Зәбир Аратов ҡатнашты.
Рәмил Миңлеәхмәт улы үҙәк коллективын юбилейы менән ҡотлап, хеҙмәткәрҙәрҙең юғары профессиональ сифаттарын, яуаплылығын, һәр килеүсе кешегә иғтибарлы мөнәсәбәтен билдәләне. Тап ошо сифаттар Күп функциялы үҙәктең район халҡы араһында ышанысын яулауына килтерҙе, тип билдәләне ул.
Күп йыллыҡ хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы өсөн һәм Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан үҙәктең Иҫке Собханғолдағы бүлексәһенең әйҙәүсе белгестәре - Ғәзиз Баймырҙин һәм Юлиә Зәйнетдинова район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.
Зариф Закир улы үҙәк хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. “Ун йыл эсендә Күп функциялы үҙәк, документтар һәм консультациялар алыу процесын күпкә ябайлаштырып, граждандар өсөн ышаныслы ярҙамсыға әйләнде”, тине һәм Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү күп функциялы үҙәгенең Иҫке Собханғолдағы бүлексәһе мөдире Айгөл Ишбулатоваға, үҙәктең баш белгесе Гөлйөҙөм Мансуроваға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Үҙәк хеҙмәткәрҙәрен Зәбир Самат улы тәбрикләп, Гөлйөҙөм Мансуроваға һәм Айгөл Ҡунафинаға район Советының Рәхмәт хатын тапшырҙы.  

Автор:Г. Хафизова
Читайте нас