Йәмғиәт
24 Ноябрь 2025, 11:00

“Фурҡан” паркы асылды

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров “Фурҡан” мәсете янындағы яңы төҙөлгән паркты асыу тантанаһында ҡатнашты.

“Фурҡан” паркы асылды“Фурҡан” паркы асылды
“Фурҡан” паркы асылды

Парк 2024 йылда халыҡтың әүҙем тауыш биреү ярҙамында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә булдырыла. Төҙөкләндерелгән биләмәлә ял итеү өсөн эскәмйәләр, уйын һәм спорт майҙансыҡтары, ҡышҡы таусыҡ, бәләкәй фонтан ҡуйылған, асфальт түшәлгән.

Рәмил Миңлеәхмәт улы проектты бойомға ашырырға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт еткерҙе, бер төркөм ирекмәндәрҙе, “Фурҡан” паркын төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәткән шәхси эшҡыуар М. Бакировты, «ГИП- Электро» йәмғиәте етәксеһе Н. Сафинды бүләкләп үтте.

Зариф Зәкир улы халыҡты парк асылыу менән ҡотлап, уның мәсет янында булыуының әһәмиәтлеген билдәләне, парктың әүҙем ял итеү, осрашыуҙар һәм ғаилә ялын үткәреү өсөн яратҡан урын булыуын теләне.

Автор:Г. Хафизова
Читайте нас