Йәмғиәт
24 Ноябрь 2025, 12:20

Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде

Район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллин менән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров Хакимиәт йортонда граждандарҙы ҡабул итте, ойошма-учреждение етәкселәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары менән осрашыу үткәрҙе. 

Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килдеДепутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде

Депутат яңы ҡабул ителгән закондарға аңлатма бирҙе. Осрашыуҙа пособие, пенсия, ауыл ипотекаһы, кредит, МХО, урман, һунарсылыҡ, малдар һ.б. мәсьәләләр буйынса һорауҙар ҡаралды. 

Бүләкләүҙәр

Зариф Закир улы район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллинды исемле сәғәт менән бүләкләне.

Урман хужалығы хеҙмәткәре Динар Аҙанғоловҡа Рәхмәт хаты тапшырылды. Үҙәкләштерелгән бухгалтерияның иҫәп-хисап өҫтәле бухгалтеры Гөлсинә Әхмәтшина Финанс министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Депутаттан шәп бүләк!

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров йыл һайын гәзит-журналдарға яҙылыу осоронда үҙенең һайлаусыларына матбуғат баҫмаларына подписка бүләк итә. Быйыл да ул, яҡындары махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған райондаштарыбыҙ - Фәйрүзә Мөхәмәтдиноваға, Таһир Әминевҡа, Нәсимә Ҡарабаеваға, Миңниса Ғәлинаға, Лилиә Вәлиуллинаға 2026 йылдың тәүге яртыһына «Таң» гәзитенә, Зәбир Иманғоловҡа, Рәйлә Харрасоваға “Берҙәм Рәсәй” гәзитенә подписка бүләк итте.

Ауыл хакимиәте башлыҡтары Нуриман Әминевҡа, Азамат Алтыншинға, Ғайса Ғайсинға, Биктимер Мырҙабулатовҡа “Берҙәм Рәсәй” партия билеттарын тапшырҙы.

Илнур Аҫылғужин (Ғәлиәкбәр), Сәлим Ишморатов (Ғәҙелгәрәй), Заһир Ҡарасурин (Байназар), Айназ Мирасов (Әтек), Вәлит Тләүбаев (Нәби) “Атай ҡаһарманлығы” йәмғиәт наградаһына лайыҡ булдылар.

Райондың “Ирҙәр ҡоро” менән осрашыуҙа ойошмаға яңы рәйес итеп бер тауыштан район хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса урынбаҫары Илфат Ғәлин һайланды.

Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Депутат эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас