Йәмғиәт
24 Ноябрь 2025, 10:25

Баланы билдәһеҙ йәнлек тешләгән

Бөгөн генә Иҫке Собханғол һәм Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылдарында ике янғын осрағы булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында бер кеше һәләк булған. Үткән аҙнала 10 йәшлек баланы йылға буйында йөрөгәндә билдәһеҙ (күҙаллауҙарынса, һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған) ҡырағай йәнлек тешләү осрағы теркәлгән. Тулыраҡ: сайтта.

Баланы билдәһеҙ йәнлек тешләгәнБаланы билдәһеҙ йәнлек тешләгән
Баланы билдәһеҙ йәнлек тешләгән

Бөгөн район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин район ойошмалары етәкселәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә сираттағы оператив кәңәшмә үткәрҙем.
Райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ағымдағы хәл, райондағы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса һорауҙар ҡаралды.

Р. Абдуллин:
“Халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырам: газ, электр ҡоролмаларының, мейестәрҙең төҙөклөгөн даими тикшереп тороғоҙ. Балаларға һәм өлкән йәштәгеләргә иғтибарлыраҡ булығыҙ. Йортоғоҙға янғын иҫкәртеүсе ҡоролмалар алып ҡуйығыҙ. Бөгөн генә Иҫке Собханғол һәм Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылдарында ике янғын осрағы булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы янғында бер кеше һәләк булды. Район биләмәһендә янғын сығыу хәүефен кәметеү маҡсатында профилактик рейдар дауам итә, әммә һәр кеше үҙе лә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә яуаплы ҡарашта булырға тейеш.
Районда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы, киҙеү менән сирләүселәр арта бара. Профилактика сараларын, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен дә үтәү мотлаҡ. Һаулыҡты хәстәрләүҙең һөҙөмтәле ысулдарының береһе вакцинация булып тора. Киҙеүгә ҡаршы прививкаларҙы ваҡытында яһатып ҡалырға саҡырам.
Үткән аҙнала 10 йәшлек баланы йылға буйында йөрөгәндә билдәһеҙ (күҙаллауҙарынса, һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған) ҡырағай йәнлек тешләү осрағы теркәлгән. Балаларға иғтибарлы булығыҙ, үҙҙәрен генә ҡарауһыҙ урманға, һыу буйҙарына ебәрмәгеҙ.
Мобилизацион резерв буйынса һорау ҡаралды. Мобилизацион кеше резервы - Рәсәй Оборона Министрлығы менән контракт төҙөгән запаста булған граждандар запасы. Резервта булған граждандар тыныс тормош шарттарында хәрби йыйындарҙа һәм күнекмәләрҙә ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта эш урынын һаҡлап ҡала һәм сараларҙа ҡатнашҡан ваҡытта компенсация ала.Әлеге мәлдә эшһеҙ булған граждандарға мобилизацион кеше резервына ингәндә, хәрби йыйындар мәлендә, һаҡлау талап ителгән объекттарҙа ваҡытлыса эшкә урынлашыу, эш хаҡы алыу мөмкинлеге бар. Мобилизацион кеше резервына инеү буйынса тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн йәшәгән урындағы ауыл хакимиәтенең хәрби-иҫәп өҫтәленә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Социаль селтәрҙәге төркөмдәр, “Инцидент-менеджмент” аша килгән мөрәжәғәттәр аша район халҡын борсоған һорауҙар ҡаралды, улар башлыса юл һорауҙарына бәйле. Иҫке Собханғол – Мораҡ йүнәлешендә әле юлды рәтләү дауам итә. Эш һөҙөмтәһе сифатлы булыр, тип ышанам.
Көн тәртибендә ҡаралған мәсьәләләр буйынса яуаплылар, үтәлеү ваҡыттары билдәләнде.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем!”

Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan

 

Баланы билдәһеҙ йәнлек тешләгән
Баланы билдәһеҙ йәнлек тешләгән
Баланы билдәһеҙ йәнлек тешләгән
Баланы билдәһеҙ йәнлек тешләгән
Баланы билдәһеҙ йәнлек тешләгән
Баланы билдәһеҙ йәнлек тешләгән
Автор:
Читайте нас