Йәмғиәт
21 Ноябрь 2025, 09:45

Үҙе бик тәмле, үҙе ябай ғына бәлеш

Бер таба бәлеш өсөн кәрәк була: -160 г ирегән аҡ май; -2 йомортҡа...

Үҙе бик тәмле, үҙе ябай ғына бәлешҮҙе бик тәмле, үҙе ябай ғына бәлеш
Үҙе бик тәмле, үҙе ябай ғына бәлеш

Бер таба бәлеш өсөн кәрәк була:

-160 г ирегән аҡ май;

-2 йомортҡа;

-ярты стакан шәкәр ҡомо (100 г);

-семетеп кенә тоҙ;

-1 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель);

-ошо ингредиенттарҙан ҡамыр килеп сығырлыҡ он (яйлап өҫтәй барабыҙ).

Үрҙә аталған ингредиенттарҙы ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Унан ҡамырыбыҙҙы табаға ҡул менән йәйеп һалабыҙ. Эслеккә ҡурай еләге йәйәбеҙ (башҡа еләк тә бара). Еләк өҫтөнә әҙ генә шәкәр менән он һибәбеҙ. Шунан мейескә оҙатабыҙ.

Ул арала 250 г магазин ҡаймағына 3 аш ҡалағы шәкәр һалып, яҡшылап болғатып ҡуябыҙ.

Бәлеш бешеп сығыу менән мейестән алып, өҫтөнә шәкәрле ҡаймаҡты ҡоябыҙ. Яңынан мейескә тығырға кәрәкмәй.
(Мәрйәм Миңлеғолованың ысулы. Интернет селтәренән алынды).

Автор:
Читайте нас