Йәмғиәт
19 Ноябрь 2025, 07:00

Бизнесмен Ғәле ҡарт (сатирик хикәйә). Т. Баһауетдинова

-...Ҡуй, унсама аҡсаны һаҡларға урын бармы беҙҙең! Теге кәвит мәлендәге аҙаҡ кешегә яйлап арттырып һатырға тип магазин һайын атың менән елдереп йөрөп йыйып алған бер тоҡ геришкәңде һатып, зәрә күпсеп байып киткәйнең шу. Әйткәндәй, ул ҡар баҙыңдағы донъя бөтөүгә тигән май шәмдәрең, бер тоҡ геришкәң, өс йәшник бәҙрәф ҡағыҙҙарың, бер йәшник шырпың, ике йәшник тоҙоң үткән йылғы ямғырлы йәйҙә баҙыңда күпсеп ятҡанын оноттоңмо. Кеше күҙенән йәшереп, төнө буйы картуф баҡсаһы осона соҡор яһап күмеп йөрөгән кеше кем ине әле ул? Йә-йә!

Бизнесмен Ғәле ҡарт (сатирик хикәйә). Т. БаһауетдиноваБизнесмен Ғәле ҡарт (сатирик хикәйә). Т. Баһауетдинова
Бизнесмен Ғәле ҡарт (сатирик хикәйә). Т. Баһауетдинова

Тыштан ашығып ҡына түгел, сәсәп-йығылып килеп ингән бабайына танымағандай булып ҡарап, нимә булды икән, тип йөрәкһеп китте Әсмә ҡарсыҡ.

Ғәҙәттә, яйлап баҫып, ишектән дә ипле генә инеп-сығып йөрөгән Ғәле ҡартты алыштырып ҡуйған һымаҡ бөгөн – елферҙәп йөрөй ҙә ҡуя!

-Әбей, анауы йәйгеһен шишмәнән һыу ташыған кәнистер ҡайҙа ул? Бет итеп эҙҙәнеп, тапманым. Вис нәмәне ҡыпшырып, унда бында тыңҡыстап тығырға тиһәң, һиңә ҡуш.

-Аһ-аһ, яталыр аласыҡ тирәһендә. Уны өйҙә нимитәйем мин. Ҡалай утҡа баҫҡан кеше һымаҡ өтөп алып бараң. Нейнәмәгә кәрәк булып китте әле һиңә ул кәнистер?

-Ана, Шәһит зәпәрәйе менән райунға барып ҡайтҡан.

-Зәпәрәйе буғас, бара инде. Беҙҙеке бумағас, өйҙә генә утырабыҙ.

-Зәһәр телдәшмәй генә тор. Тыңдап бөт. Ул ана шул райунда запрафкыға ла һуғылған.

-Аһ, зәпрәйенә һыу ҡойоп йөрөмәйҙер инде, бинзин ала барғандыр.

-Ай, әттәгенәһе, сыпрандаҡ! Ҡөмөрөң буйы шул сыпрандаҡтығың теңкәне ҡоротто. Туҡта, һөйҙәп бөткәнде көт.

-Һөйҙә! Шан нимә буған. Ул һаран күп буһа бинзингә һаҡ артҡанға иҫе китеп ҡайтҡандыр.

-Уға түге шул. Һыу буйы сират, тей. Илдә бинзин бөткән тей бит.

-Аның нимәһенә ҡаңғыраң. Һинең алаша бейәңә бинзин нимәгә? Һыу эсереп, бесән ашаттың да ектең дә киттең!

-Эй, тауыҡ баш! Һиңә нимә тип һүҙ әрәм итәм әлеүе. Бизнис асырға була бит. Күптәр, ушириттан ялҡып, эштәп йөрөгәндәр, ваҡыттары бумағас, аптырап, ушириттарынан кире боролалар, тей. Уширит 2 саҡырымға һуҙылған, тей. Шәһит әйтә, иртәгә таңғы дүрттән барып баҫам, тей, сиратҡа. Минең дә башҡа елле уй килде. Мин дә Шәһиттең зәпәрәйенә ултырып барып, беҙҙең ваҡыт күп, сиратта тороп, берәй 100 литр запас алып ҡуяйыҡ, тейем.

-Бейәңә эсермәксе булаңмы аны?

-Ҫыу мейе! Аҙаҡ, бинзин вис бөткәс, машиналы кешеләргә яйлап 2-3 хаҡҡа һатаһың.

-Уй, әттәгенәһе! Ул 100 литрҙы оҙаааааҡ һатырһың индеүе. Шунан серееееп байып китерһең. Ҡуй, унсама аҡсаны һаҡларға урын бармы беҙҙең! Теге кәвит мәлендәге аҙаҡ кешегә яйлап арттырып һатырға тип магазин һайын атың менән елдереп йөрөп йыйып алған бер тоҡ геришкәңде һатып, зәрә күпсеп байып киткәйнең шу. Әйткәндәй, ул ҡар баҙыңдағы донъя бөтөүгә тигән май шәмдәрең, бер тоҡ геришкәң, өс йәшник бәҙрәф ҡағыҙҙарың, бер йәшник шырпың, ике йәшник тоҙоң үткән йылғы ямғырлы йәйҙә баҙыңда күпсеп ятҡанын оноттоңмо. Кеше күҙенән йәшереп, төнө буйы картуф баҡсаһы осона соҡор яһап күмеп йөрөгән кеше кем ине әле ул? Йә-йә. Ана, өйҙәге баҙҙа ла донъя бөткәс ашарға тигән ярты тоҡ геришкәң менән бүҫкә тоҡ дөгөң бүртеп ята. Ашатып ҡуй шуларыңды һарыҡтарға йә тауыҡҡа. Ундағы урындығыңды ла, утындарыңды ла алып сығарып ташла инде, әҙәм көлдөрөп, бәшмәктәнеп ятмаһындар.

Битенә сәпәп әйтелгән әсе дөрөҫлөккә зиты ҡыҙған Ғәле ҡарт урынында ике-өс әйләнеп алды.

-Бинзин ул һиңә серек геришкә түге! Ул хадауай тауар. Бөтә кеше бизнис тип йәбешеп ятҡанда, ошо тормоз арҡаһында байып буманы. Шул геришкәне лә һин әрәм иттең.

-Нисек? – Әбейҙең күҙ дүрткел булды.

-Ана, балаларға күстәнәскә ебәрештер, муллаға хәйер итеп апар, тинем, тыңдаманың. Магазинға һөйҙәшеп ҡуйып та ярты хаҡына буһа ла һаттырһаң булыр ине – ярты ҡаза булыр ине исмаһам. Ир башым менән мин шулайтып йөрөмәйем бит инде.

-Әһә! Ир башың менән минең йыйынты аҡсаны таптырып алып, магазин һайын һин сабып йөрөнөң түгелме һуң, әҙәм көлдөрөп. Ауыл магазинындағы май шәмдәре бөткәс, райунға сабып сығып киттең әлеге Шәһитең менән. Күпме тыйып ҡараным.

-Бизнистә бер нәмә аңдамаған һинең арҡаңда вис убытыкта йәшәп ятабыҙ.

-Нисек?

-Бизнис яңғыҙ кешенең эше түгел, уны бергәләп апарырға тейешбеҙ. Мин дастаушик, һин - һатыусы.

-Аһ, атыу һәҙер йөҙ литр бинзин апҡайтып, мине анау киналағы һымаҡ каралива бинзоколонка итеп ҡуяңмы инде.

-Ҡана, теге аҡсанан бир әле берәй 10 мең. Апҡайтырмын.

Еңмеш Ғәле ҡара таңдан тороп, тәки Шәһиткә эләгеп китте район үҙәгенә. Әбейе ярҙамы менән теге кәнистрҙе табып алды, сүплек тирәләрен ҡараштырып, әллә нисә бишәр литрлыҡ май, һыу һауыттары йыйып алды. Ҡыҫҡаһы, 50-60 литр бензинлыҡ һауыт йыйҙы.

Кискә аһылдап ҡайтып инде. Ҡараңғыла Шәһит машинаһынан теге бензинлы һауыттарын тирә-яғына ҡарана-ҡарана йүгереп йөрөп келәтенә ташыны. Шәһит ҡайтып киткәс, келәтенең боронғо елле йоҙағы эргәһенә йәнә бер келә ҡатып, тағы бер йоҙаҡ элде.

Иртәгеһен таң менән тороп таҡта йышып, аласыҡтағы мейесенән күмер алып, уға ҙур итеп яҙыу яҙҙы.

Шунан ғына тынсып, иртәнге сәйгә инде.

Кешеләр урамда йөрөй башлауға Ғәле ҡарттың ҡапҡаһы алдында өҫтәл, ултырғыс пәйҙа булды. Уның өҫтө лә, аҫты ла теге полторашкалар, 5 литрлыҡ май, һыу һауыттары менән тулған ине. Ә ҡапҡала елле яҙыу: “Бинзин һатыла. Һаҡы 100 һум”. Бабай үҙе атаһынан ҡалған счетын өҫтәленә һалып һатып алыусылар көттө. Тик яҡын килеүсе булманы.

-Ярай, килерһегеҙ әле, көнө бөгөн түгел. Ишеү как йүгерешеп килерһегеҙ, - тине лә бензинлы һауыттарын келәтенә кире ташыны.

Икенсе көндө лә яңы хасил булған алыпһатарҙың өҫтәле янынан килеүсе табылманы. Өсөнсө көндө әлеге лә баяғы райунға барып ҡайтҡан зәпәрәйле Шәһит тирә-яғына ҡарана-ҡарана килеп, ипләп кенә сер тиште. Баҡтиһәң, районда бензин ҡәҙимгесә һатыла икән. Сират түгел, шурт та юҡ. Хаҡы ла әүәлгесә, имеш...

Ғәле бизнесмендың танауы һалынып төштө. Бензинлы һауыттарын тиҙ генә йыйыштырып, йортона һыпыртыуҙан башҡа сара ҡалманы.

Әлеге лә баяғы Шәһит, күршеһенең бензиндарын урынлаштырғылап бөткәнен көтәүелләберәк торҙо ла, сираттағы хәбәр ебен тағатты:

-Бинзине бинзин әле ул аның, тилвизурҙан газ бер 50 йылға ғына етерҙек ҡалған тигәндәр, тей, әле ул. Утындың эшенән дә, саңынан да ҡотолоп, рәхәтләнеп йәшәп ятҡанда мына беҙгә тағы бер бәлә.

-Етемдең ауыҙы ашҡа тейһә, мороно ҡанай тигән нәмә инде был. Инде газлы булдыҡ, рәхәткә сыҡтыҡ, элекке һымаҡ билгә балта ҡыҫтырып ат менән дағырҙап урманға йөрөү бөттө, тип кенә йөрөй инек. Беҙгә килеп етһә, бөтә торған бөтә нәмә. Ай әттәгенәһе, газһыҙ ҡалайтылыр инде, ҡалайтылыр...

Өйгә ингәс: “Газ бөтөргә мужыт, тейҙәр әлеүе, әбей. Бер илле йылға етерҙек кенә ҡалған, тинеләр. Ҡалайтабыҙ инде”, - тип әбейенә лә ҡайғыһын һөйләп алды бабай.

-Башты ҡалҡытыр әмәл юҡ, бер нәмәһе менән баҫып ҡына торалар. Үәәәй. Әүәле рәхәт йәшәлгән икән. Тилвизуры ла, тилифуны ла буманы. Бер нәмә лә ишетмәнек тә.

Ғәле ҡарттың газды нисек уптым алып ҡалып, байыу тураһында уйлап башы әйләнеп сыға яҙҙы. Кешенән алда күберәк итеп алып ҡалып, аҙаҡ газһыҙ ыҙалаған кешеләргә һатып кинәнергә ине лә бит. Их...Тик яуап таба алманы. Башы шаңҡып, таңға ғына серем итеп китте бизнесмен ҡарт.

Әбейе менән иртәнге сәй эскәндә лә башында бер генә уй булды – газды нисек уптым алып ҡалырға? Ә әбейе ипләп кенә серле йылмая биреп сәй яһауында булды.

Ишек алдына сыҡһа ла ҡулына эш барманы. Ары һуғылды, бире һуғылды. Тик һорауына яуап таба алмай иҫе ҡороно. Газ бензин түгел шул. Ул бензиндары ла ултыра ана эсте бошороп.

Киске аш алдынан һаман борғаланған бабайынан ҡарап, әбей һорай ҡуйҙы:

-Бабай, һиңә нисә йәш әле ул?

-Бирҙең һорау. Ярты быуаттан ашыу бергә йәшәгән бабайыңдың йәшен дә оноттоң әллә?

-Аптырап һорайым инде...

-Ну, 76-ны тултырам быйыл көҙгә. Былтыр баллар ҡайтып, мәз килеп үткәрҙеләр ҙә баһа 75-емде! Киноға төшөрөп бөттөләр.

-Һе! Ә газ ҡасан бөтә тинеләр?

-Илле йыллыҡ ҡына ҡалған тей шул запас, илле йыллыҡ ҡына.

-Ә-ә. Сәпсим әҙ генә ҡалған икән шуу. Атыу һиңә теүәл 126 йәш тулған йылды газ бөтә икән.

Ҡапыл бабайҙың күҙҙәре ҙурайып китте. Үҙе аҡайған күҙҙәре менән әбейенә ҡарап ҡатты. Унан... башын  тотоп урындыҡҡа ултыра төштө...

Бер аҙҙан инде йөҙө буйтым кеше төҫөнә ингән Ғәле ҡарт ҡатыҡлы һурпаһын һемерә ине. Һуң ике көн буйы башын игәгән һорауға яуап табылды бит – газға һауыт эҙләргә, унан ҡайҙа һаҡлау тураһында уйларға түгел! Шуға аппетиты уянып, күңеле урынына кәлдәп кенә ултырҙы ла ҡуйҙы!

Был төндә Ғәле ҡарттан да ҡатыраҡ йоҡлаған кеше булмағандыр. Ә иртәгәһенә иҙән аҫтынан теге донъя бөтөүгә тигән монаяттар ҙа иҙән өҫтөнә сығып, ҡош-ҡортҡа, мал-тыуарға яйлап ашатырға тип соланға шылды.

Ғәле ҡарт үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй, дәртле итеп башҡарҙы был эштәрҙе:

-Мир күргәнде күрербеҙ әле! Ата-олатам бизнисмин булып йәшәмәгән әле! Барыбер асҡа үлмәгәндәр. Алаша бейәм һау булһын да әбейем иҫән булһын!

Әбей менән бабайҙың тормоштары элекке ҡәҙимге яйына һалынды. Тыныс, тандыр ғына йәшәүҙәргә ни етә инде, тип ҡыуаныша хәҙер Ғәле ҡарт менән Әсмә ҡарсыҡ.

Т. Баһауетдинова.

 

 

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас