Йәмғиәт
17 Ноябрь 2025, 03:55

Миләүшәнең руль артындағы мажаралары

Бөрйәнебеҙҙең Яңы Усман ауылының талантлы, сая, сос, тырыш һәм уңған ҡыҙы – яҙыусы, шағирә, журналист, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова быйыл ғына “тимер ат”ты эйәрләй һалып, шул арала байтаҡ мажараларға тарып бөткән. Хатта Өфө урамында автобус менән дә юлды бүлешә алмағандар. Автобус шоферы, әлбиттә, шундай шәп ханым артынан килгәнен белгән булһа, ситкә китеп туҡтатып та үткәрер ине лә бит...)) Ҡыҫҡаһы, әйҙәгеҙ, Миләүшәнең үҙе һөйләһен был турала.

Миләүшәнең руль артындағы мажараларыМиләүшәнең руль артындағы мажаралары
Миләүшәнең руль артындағы мажаралары

Республикала первая авто-леди булып киттем бит инде мин хәҙер. Килеп тороп тапшырыуға саҡыралар, яҙмалар һорайҙар . Как бутта нимәлер беләм инде))).

 

Хәҙер нисек итеп запаскамды тапҡанымды яҙам һеҙгә. Ауылға ҡайтып барам бер мәл. Как всегда шәп китеп барам инде, 40-50 менән . Юл насар, соҡор-саҡыр. Бер мәл экранымда яҙыу сыға, һикертә, уҡый алмайым. Шулай ҙа бер юлын уҡыным: низкое давление, шина... Был машинаның давлениеһы бармы инде ишшеү, тип уйлап барам. Шинаһы нимә әле ул, тип иҫләй алмайым. Ишеткәнем бар бит инде ул һүҙҙе, түкә нимә һуң әле ул ? Шулай бара торғас даңғыр-доңғор иттек. Инде ауыл юлына боролғас тынысланып телефонына текәлгән ҡустым ҡысҡырып ебәрҙе: “Туҡта! Тәгәрмәс тишелгән бит!” Төшөп ҡараһаҡ, ысынлап, үҙем яғы алғыһы бәлшәйгән.
--У-уй, нишәйбеҙ инде? – тием.
--Запаска ҡуябыҙ, — ти ҡустым.
--Юҡ миндә запаска.
--Барҙыр ул, яңы машина бит, булырға тейеш.
--Ҡайҙа булырға тейеш?
--Багажникта, — тип сумкаларҙы бушата башланы арттан.
--Ул багажникты мин көн һайын асам, тәгәрмәс һынлы тәгәрмәсте күрер инем инде, — тим.
--Хәҙер, — тип, был сумкаларҙы алып бөтөп, багажниктың иҙәнен ҡутара башланы. Бына бер мәл ҡараһам – аҫта сылый склад икән. Тәгәрмәсе лә, әллә ниндәй тимер-томоро вис теҙеп кенә һалынған.
--Ыста! — тием бот сабып, — Кисә үлһәм бынау сама нәмә тейәп йөрөгәнемде белмәй үлер инем ...
Ул арала арттан бер машина килеп туҡтаны, уҡытыусыбыҙ үҙебеҙҙең, Марс ағай икән. Төшә килеп ярҙамлаша башланы. Ҡаршынан икенсеһе килеп туҡтаны, уныһы сәпсим бер туған ағайым, балыҡҡа китеп бара икән. Йәһәт кенә алмаштырҙылар.
--Йыртҡансы килгәнһең, — тип шелтәләй ағайым.
--Давление, шина тип әллә нимәләр яҙа... Аңлап була что ли ундайҙы... Просто ғына яҙырға булмаймы шуны?
--Просто нисек тағы? Левое переднее колесо тип тороп әйткән.
--У тебя колесо лопнуло! Астанавись! тип кенә ҡысҡырһа һуң, — тип аҡланам инде.
Ярай, тәгәрмәсен ямап, дискын төҙәйтеп, йүнләп ебәрҙеләр ул яҡтан.

 

Эш боҙоп та алдым. Уныһын да яҙайым әле. Ҡалаға килеп ингәс беренсе күперҙә автобусҡа төкөнөм бер көн. Ҡараңғыла күпергә менеп еткәнемде аңламай, һуң аңғарып, үҙ полосамда борола алмай, икенсегә сығып, арттан килгән автобусты күрмәй ... Вобщем, үҙем яҡ морондо эләктерҙе. Автобус водителе һәйләй:
--Я пытался уйти, но вы меня догнали. Ладно на колесо попали, тут у вас только пластмассы задеты...
— Я вас не видела, - тим.
--Как не видели? Это самый большой автобус в городе, — тип аптырай был.
Күрмәнем баяғыны, ысын .
--Һеҙ ГАИ-ныҡыларға автобусты күрмәнем тип тормағыҙ инде, правағыҙҙы алып китерҙәр, туҡтап өлгөрмәнем тигеҙ, — тип өйрәтә хәҙер был мине.
Беҙ шулай һөйләшеп торған арала, тирә-яғына сигналдар ҡуйылған, тик торған автобустың икенсе яғына бер машина бәрелеп китте. Унан да күҙе шарҙай булған бер ҡатын килеп сыҡты:
--Ой! Я вас не заметила!
--Да что это такое? Что за бабский налет? Автобус что – невидимка?!
Бөтөнләй көйә лә, ҡурҡа ла алманым, ҡағыҙҙарын эшләп бөтөп ҡайтып ултырғас ҡына, машинаның хаҡын иҫләп, һиңмайлығыма ҡайғырып, илап алдым. Йомшарғайным – ауырыным. Машинам ремонтта ултырып, үҙем системалар алып саҡ һауыҡтыҡ. Һағынып бөттөм дөлдөлөмдө.

 

  • Әле кисә балалар бесәйҙәрен бер аҙнаға алып тороуҙы һораны ла, барып алдым. Уныһын һауытҡа ултыртып, өҫтөн сепрәк менән бәйләгәндәр ине. Бына был юлда даһыр-доһор тулап, һауыты менән иҙәнгә ҡолап, йырып килеп сыҡты ла, тажылдап тәҙрәнән-тәҙрәгә ырғый . Унан дерелдәп миңә һыйына, башымда йөрөй инде. Шаҡ ҡатып тик киләм . Ҡулды рүлдән ысҡындырыу юҡ. Ниһайәт, алдыма менеп, түшемә тырнаҡтары менән сат йәбешеп ултырып алды. Имен ҡайтып етһәм, был бесәйҙе үлтерәм дә , балларҙың кәрәген бирәм, тип киләм инде. Өйгә ингәс саҡ ысҡындырып алдым. Ҡурҡҡан! Йәлләнем инде, ярай ... Ҡара батырҙың бесәйе бит инде , ни хәл итәһең, ҡәҙерле ҡунаҡ булып түрҙә ята, ана.

Миләүшә Ҡаһарманова.

Миләүшәнең руль артындағы мажаралары
Миләүшәнең руль артындағы мажаралары
Автор:
Читайте нас