

Райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, үлем сәбәптәрен анализлау буйынса һорауҙар ҡаралды. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, беҙҙең районда кеше үлеменә сәбәпсе булған ауырыуҙарҙан иң таралғандары - ҡан әйләнеше системаһы һәм онкологик сирҙәр.
Район халҡының иғтибарын профилактик тикшереүҙәр, диспансеризация үтеүҙең кәрәклегенә һәм мөһимлегенә йүнәлткем килә. Был саралар ауырыуҙарҙы иртәрәк асыҡлау, уны ваҡытында дауалау һәм етди ҡатмарлыҡтарҙы иҫкәртеү мөмкинлеген бирә. Ошо уҡ маҡсатта төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә уңайлы булһын өсөн үҙәк район дауаханаһы белгестәре тарафынан ауылдарға сығып халыҡты ҡабул итеү ойошторолған. Үҙегеҙгә иғтибарлы булығыҙ һәм ошо мөмкинлектәрҙән файҙаланып, һаулығығыҙҙы тикшерегеҙ!
Район биләмәһендә капиталь төҙөлөш объекттарына милек хоҡуғы булыусыны асыҡлау, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрын тултырыу буйынса эштәр дауам итә, уға бәйле актуаль һорауҙар ҡаралды. Күсемһеҙ мөлкәткә милек хоҡуғы һәм уның менән идара итеү хоҡуғын раҫлау өсөн күсемһеҙ милек объекттарын берҙәм дәүләт реестрында теркәү һәм кадастр иҫәбенә ҡуйыу мотлаҡ икәнлеген иҫегеҙгә төшөрөп үтәм.
Социаль селтәрҙәге муниципаль район хакимиәтенең рәсми төркөмдәре, “Инцидент-менеджмент” системаһы аша килгән мөрәжәғәттәр буйынса район халҡын борсоған һорауҙарға анализ яһалды. Ауылдарға ҡырағай хайуандар, бигерәк тә бүреләрҙең, төшөүе көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Был мәсьәләгә айырым иғтибар бүленә, кешеләрҙең һәм малдарҙың хәүефһеҙлеген һәм именлеген тәьмин итеү юлдары ҡарала. Ауыл эсендә ҡырағай йәнлек күрһәгеҙ, шунда уҡ ауыл хакимиәтенә, 112-се номер буйынса Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә йәки полицияға хәбәр итергә кәрәк. Һаҡ булығыҙ!
Район автомобиль юлдарын ремотлау эштәрен дауам итәбеҙ. Әлеге мәлдә Әбйәлил юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығының Бөрйән районы участкаһы Иҫке Собханғол-Темәс, Иҫке Собханғол-Мораҡ автомобиль юлын рәткә килтерә. Юл эштәре планға ярашлы алып барыла.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем!
Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan