

Бер мәл республика Президенты Мортаҙа Рәхимов эш сәфәре менән Бөрйәнгә килгән. Күптәр белә, заманында халыҡ уны яратып, хөрмәтләп Бабай тип йөрөтә ине. Ул район етәкселәре менән кәңәшмә үткәргән, халыҡ менән осрашҡан, төҙөлөш эштәре менән ҡыҙыҡһынған, ҡыҫҡаһы, райондың хәл-торошо менән танышҡан. Бөрйәндә эш тамамланғас, Мортаҙа Рәхимов Күгәрсен районына барырға йыйына башлаған. Шул мәл ул ваҡыттағы Бөрйән районы башлығы Ирек Зарипов ошондай кәңәш биргән:
- Әйҙә, әллә ниндәй урау юлдан барғансы, мин һеҙҙе урман юлынан туп-тура Мораҡҡа алып сығам!
Ысынлап та, Белорет йә Баймаҡ аша барһаң, Мораҡҡа хәтлем дүрт йөҙ саҡырымдан ашыу юл үтер кәрәк. Ә урман юлы менән тура сыҡһаң, ни бары йөҙ саҡырым ғына ара. Ә шулай ҙа халыҡ, урау булһа ла юл яҡшы тип бушҡа әйтмәй шул (урау булһа ла юл яҡшы, һуҡыр булһа ла ҡыҙ яҡшы, тигән әйтем күп ваҡыт ошолай ҡыҫҡартылып әйтелә). Бына был юлы ла халыҡ әйтеменең дөрөҫлөгө тулыһынса раҫлана. Тура, әммә насар юлдан киткән юлсылар тегеләй һуғылып, былай һуғылып, ана батам, бына сумам, тип бара торғас, бер йылғаны сыға алмай, тәки баталар. Тәүҙә алда барған машина бата. Шунан уны уңдан урап үтәм тигәне бата. Һәм, уларҙы ҡыуандырып, һулдан урап үтәм тигәне лә бата. Мөмкин тиклем бысранмаҫҡа тырышып, таҙа ерҙән таҙа ергә һикереп сыҡҡан юлаусылар бер аҙ баштарын тырнап торалар ҙа машиналарҙы сығарыу буйынса эшкә тотоналар.
Мортаҙа Рәхимов берәүҙе лә әрләмәй, әлбиттә. Бындай хәлдәргә апаруҡ тарыған, тормошто күп күргән тәжрибәле етәксе барыһын да аңлай. Ул бысрана башлаған юлдаштарын тыныс ҡына күҙәтеп тора ла урманға табан юл ала. Артынан эйәрә төшкән ярҙамсыһына, эйәрмә, тип ҡулын ғына һелтәй. Баҡтиһәң, Мортаза Рәхимов урман эсендәге аҡланда бесән сабып йөрөгән “Беларусь”ты күреп ҡалған икән. Һәм уға табан юл ала. Бесән сабып йөрөгән “Беларусь” эргәһенә барып етә. Әммә... ғәжәйеп хәл, трактор уның эргәһендә туҡтамай үтә лә китә! Ярай, икенсе урап килгәнендә туҡтар, тип уйлап ҡуя Мортаҙа Рәхимов. Әммә был юлы ла туҡтамай “Беларусь”. Шатырлатып бесән сабып үтә лә китә. Мине танымай, тип уйлап ҡуя Мортаҙа Рәхимов. Хәҙер өсөнсөгә урап килгән тракторға алдан уҡ ҡулын күтәреп тора Мортаҙа Рәхимов. Шул мәлдә генә теге туҡтай. Мортаҙа Рәхимов бер аҙ ҡаты тауыш менән мөрәжәғәт итә:
- Һаумыһығыҙ, нишләп туҡтамайһың?
Әммә бесәнсе һорауға һорау менән яуап бирә:
- Сәләм, ә нишләп ҡулыңды күтәрмәйһең?
Был мине танымай, тигән фекергә тамам ышана Мортаҙа Рәхимов. Ул арала бесәнсе һүҙен дауам итә.
- Бәлки, һин бесәндең һәйбәт үҫкәненә, ә, бәлки, минең оҫта сапҡаныма һоҡланып ҡарап тораһыңдыр. Кем белә һине. Юҡ-барға туҡтарға минең ваҡыт юҡ.
Артабан Мортаҙа Рәхимов һорауҙы тура ҡуйған:
- Ә һин минең кем икәнемде беләңме?
Әммә бесәнсе лә яуапты тура биргән:
- Беләм!
Мортаҙа Рәхимов ауыҙ сите менән көлөмһөрәй биреп һорай ҡуйған:
- Йә, мин кем инде?
Әммә бесәнсенең яуабы уны аптырауға һалған:
- Һеҙ Башҡортостан Республикаһының Президенты Мортаҙа Рәхимов!
Бындай тулы яуаптан аптырап ҡалған Мортаҙа Рәхимов. Аптырарлыҡ та шул. Бесәнсе үҙен иркен, әммә итәғәтле тота. Шуға Мортаҙа Рәхимов бер мәлгә нимә тип әйтергә, нисек һүҙҙе дауам итергә белмәй, аптырап ҡалған. Тынлыҡ апаруҡ һуҙылып киткәс, бесәнсе ҡырҡа һорау ҡуйған.
- Ни йомош?
Бындай һорау Мортаҙа Рәхимовты айнытып ебәргән. Ғүмер буйы үҙе генә кешеләргә “Ни йомош” тиергә күнекккән Президент ҡаушап алған да киткән.
- Теге... ней... машина батты... тура сығайыҡ тигәйнек... Мораҡҡа...
Артабан һүҙен нисек дауам итергә белмәй тағы аптырап ҡалған. Уға бесәнсе ярҙамға килгән:
- Әйтер һүҙегеҙ бөттөмө!
- Әй, юҡ, юҡ... машиналарҙы һөйрәп сығара алмаҫһығыҙмы икән... Буш итмәҫ инек!
Бесәнсе кабина ишегенә таянып тороп баҫҡан да батып ултырған өс машинаға, шунан бесән сапҡысына (уны хәҙер сисергә тура килә бит инде) күҙ һалып, эш хаҡын самалаған. Шунан, ни эшләйһең инде, ярҙам итмәйенсә булмай, тип һөйләнә-һөйләнә тракторының кабинаһынан ергә һикереп төшкән. Майланып бөткән сепрәкте ҡулына алған һәм уға майлы ҡулдарын һөртә-һөртә барып, уң ҡулын Мортаҙа Рәхимовҡа һуҙған:
- Литр!
Мортаза Рәхимов та аптырап ҡалмаған. Уның майлы ҡулын таҙа ҡулы менән ҡыҫҡан һәм ышаныслы яуап биргән:
- Була!
Бына шулай республика Президенты менән ябай ауыл кешеһе араһында урман төпкөлөндә ябай ҡул ҡыҫышыу менән эш хаҡы килешелгән!
Шул арала бесәнсе асҡыстарын ала һалып, бесән сапҡысын сисә башлаған. Ә Мортаҙа Рәхимов машиналар яғына табан атлаған. Барып еткәнсе тигәндәй ошондай һүҙҙәрҙе ҡабатлаған, имеш:
- Эх, Ирек Фәсхетдиновичта ғына булһа ине бер литр, булһа ғына ярар ине унда...
Машиналар эргәһенә барып еткәс, ымлап ҡына Ирек Зариповты саҡырған. Апаруҡ бысранып бөткән район башлығы уның эргәһенә килеп еткән. Мортаҙа Рәхимов уның ҡолағына ғына “бер литр кәрәк ине”, тип шыбырлаған. Ярай әле, бәхеткә ҡаршы, уның машинаһында теге литр булған. Шул арала трактор килеп еткән. Һәм, әлбиттә, бер-бер артлы машиналарҙы һөйрәп сығарған. Мортаҙа Рәхимов матур пакетҡа һалынған күстәнәсте тотоп торған мәлдә уның ярҙамсыһы ошондай кәңәш биргән.
- Әйҙә, бирмәйек тә ҡуяйыҡ. Ней тиһәң дә һеҙ бит Президент.
Мортаза Рәхимов бер килке ярҙамсыһына ҡарап торған да машинаға табан ыңлайлаған. Пакетҡа мул ғына итеп колбаса, ҡуйыртылған һөт һәм башҡаһын һалған. Һәм һәр береһе ишетерлек итеп әйтеп ҡуйған.
- Әйткән һүҙҙе тота белер кәрәк!
Тора биргәс, өҫтәп ҡуйған.
- Мин алдаҡсы исемен күтәреп йөрөгөм килмәй.
Шунан Мортаза Рәхимов үҙ ҡулдары менән тулы пакетты бесәнсегә тотторған. Ә шулай ҙа әлеге лә баяғы Мортаҙа Рәхимовтың ярҙамсыһы бесәнсегә үҙ үпкәһен белдергән:
- Президент һынлы Президенттан хаҡ һорамаһаң да булыр ине.
Ҡабаланмай ғына пакетты “Беларусь” кабинаһына урынлаштырып, үҙе кабинаға инеп ултырған бесәнсе барыһына ла күҙ йүгертеп сыҡҡан да ошолай яуап тигән:
- Урманда Президент булмай!
Бындай тапҡыр яуапты ишеткәс, барыһы ла көлөп ебәргән. Мортаҙа Рәхимов та юғалып ҡалмаған:
- Бындай һүҙҙәрҙе үҙ иркенә йәшәп өйрәнгән урман кешеһе генә әйтә ала!
Юлдың ҡалған яғы мажараһыҙ үткән. Юлаусылар имен-аман Мораҡҡа барып еткәндәр. Кире Бөрйәнгә йыйынған Ирек Зариповты Мортаҙа Рәхимов ошондай теләктәр менән оҙатып ҡалған, имеш:
- Күстәнәс алырға онотма. Һиңә әле тура юлдан ҡайтаһы, насар юлда батаһы бар...
Эйе, урманда аҡса менән нимә эшләмәк кәрәк – магазиндар юҡ. Урманда ана шул шыйыҡ валютаның баһаһы юғары инде.
Борон халыҡ ҡына түгел, етәкселәр ҙә ябай булды!
Был һөйләүсене
Әғләм Шәрипов тыңлап торҙо.