Йәмғиәт
13 Ноябрь 2025, 04:10

МХО-ға бик ҙур күләмдә ярҙам иткән өсөн тәүге миҙалға лайыҡ булған

“Аҡсаның суммаһы, дөрөҫ, бик ҙур. Элек йыйылған бер гуманитар конвой менән дә йәнәш ҡуйырлыҡ түгел. Унда 42 әйбер – барыһы ла фронт өсөн иң кәрәкле һәм ҡиммәтле әйберҙәр”, тигән Өфө ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев.

МХО-ға бик ҙур күләмдә ярҙам иткән өсөн тәүге миҙалға лайыҡ булғанМХО-ға бик ҙур күләмдә ярҙам иткән өсөн тәүге миҙалға лайыҡ булған
МХО-ға бик ҙур күләмдә ярҙам иткән өсөн тәүге миҙалға лайыҡ булған

Ҡаланың социаль-иҡтисади эшмәкәрлегенә мөһим өлөш индергән, хәйриәлек менән шөғөлләнгән, кешеләрҙе ҡотҡарған йәки төрлө өлкәләрҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән өфөлөләрҙе яңы юғары муниципаль наградаға – “Ҡаҙаныштар өсөн” тигән миҙалға тәҡдим итәләр.

Был миҙал иң беренсе булып Өфө ҡалаһында йәшәүсе Римма Сотниковаға бирелде. Билдәле булыуынса, ул махсус хәрби операциялағы яугирҙар өсөн үҙенең шәхси средстволарына квадрокоптерҙар, автомобилдәргә запас өлөштәр һәм төҙөлөш материалдары һатып алған.

 “Аҡсаның суммаһы, дөрөҫ, бик ҙур. Элек йыйылған бер гуманитар конвой менән дә йәнәш ҡуйырлыҡ түгел. Унда 42 әйбер – барыһы ла фронт өсөн иң кәрәкле һәм ҡиммәт әйберҙәр”, тигән Өфө ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев.

ИА "Башинформ"

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас