Йәмғиәт
13 Ноябрь 2025, 07:55

Ерҙән 10 һумлыҡ аҡсаны алам тип...

Красногорскиҙа бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Туғыҙ йәшлек Глеб сираттағы күнекмәнән ҡайтып килгәнендә юлда 10 һумлыҡ төрөлгән аҡса күреп ҡала.

Ерҙән 10 һумлыҡ аҡсаны алам тип...Ерҙән 10 һумлыҡ аҡсаны алам тип...
Ерҙән 10 һумлыҡ аҡсаны алам тип...

Юлдан бер нәмәне лә алмаҫҡа кәрәклеген балаларығыҙға еткерегеҙ! 
Красногорскиҙа бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Туғыҙ йәшлек Глеб сираттағы күнекмәнән ҡайтып килгәнендә юлда 10 һумлыҡ төрөлгән аҡса күреп ҡала. Уны эйелеп алыуы була, шартлау яңғырай. Баланың бармаҡтары өҙөлә. Уны ашығыс рәүештә дауаханаға оҙаталар.
Малайҙың һаулығы өсөн Л. Рошаль исемендәге Балалар клиник үҙәге табиптары көрәшә.
Ата - әсәләргә кәңәш: балаларығыҙға юлда табылған әйберҙәрҙе, телефон, аҡса, тәңкә, хатта йомшаҡ уйынсыҡты - береһен дә алырға, теймәҫкә өйрәтегеҙ! Бындай кескәй тоҙаҡ миналарҙың аҙағы бик фажиғәле тамамланыуы ихтимал.

(Интернет селтәрендәге асыҡ сығанаҡтан).

Автор:
Читайте нас