Йоҡо сифатына шулай уҡ артыҡ яҡтылыҡ, кофеинды артыҡ ҡулланыу йәки кисен интенсив күнекмәләр, йоҡо бүлмәһендәге температура тәьҫир итә. Бүлмәлә һалҡын (оптималь температура яҡынса 19 градус) булырға тейеш. Бынан тыш, ҡайһы бер дарыуҙарҙы ҡабул итеү һеҙгә ваҡытында ял итергә ҡамасауларға мөмкин.
Мейе аҡыл асыҡлығын тулыһынса тергеҙеү һәм һаҡлау өсөн төндә бер нисә йоҡо стадияһы үтә.
Көндөҙ йоҡларға теләһәгеҙ, 15:00 сәғәткә тиклем йоҡлап тороғоҙ һәм иң күбендә ярты сәғәт менән сикләнегеҙ, тигән ҡағиҙәне үтәргә кәңәш итә белгестәр. Эш шунда: көндөҙ оҙаҡ йоҡлау биоритмды боҙа һәм төнгө сифатлы ялға ҡамасаулай.
«Йоҡонан бер үк ваҡытта торорға һәм ятырға өйрәнегеҙ, шул иҫәптән ял көндәрендә лә. Бындай режим һеҙгә көн һайын яҡшы кәйеф булдырасаҡ. Сәләмәт йоҡо - бик күп ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле һәм бушлай сараһы», - тип йомғаҡ яһай Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында.