

Алыҫ 1990 йылда Ҡаҙағстанға Гертруда Платайс бара. Ул - “илен һатҡандар”ҙың ҡатындары бикләнгән Аҡмулла лагерының элекке тотҡоно. Шул барғанында ул “АЛЖИР” музейы хеҙмәткәрҙәренә ҡасан тәүге тапҡыр ҡаҙаҡтарҙы күреүе һәм уларҙың тотҡон ҡатын-ҡыҙҙарға мөнәсәбәттәре хаҡында бәйән иткән.
Был хәл бер буранлы ҡышҡы иртәлә була. Тотҡон ҡатын-ҡыҙҙар Ҡаҙағстандың Жаланаш күле ярында һаҡсыларҙың көслө күҙәтеүе аҫтында барактар төҙөү өсөн ҡамыш йыйғандар. Һәр тотҡондоң үҙ нормаһы була һәм уны үтәү өсөн тәүлегенә 17-20 сәғәт эшләргә тура килгән. Ҡамыштар араһынан күрше Жанашу ауылында йәшәүсе урындағы халыҡ – ҡарттар һәм балалар килеп сыҡҡан мәлдә йонсоған, яфаланған ҡатын-ҡыҙҙар аяҡтан йығылыр хәлдә була.
Өлкәндәр команда бирә һәм балалар былай ҙа аяҡтарында саҡ баҫып торған ҡатын-ҡыҙҙарға таш бәрә башлай. Һаҡсылар ҡысҡырып бик ҡаты һаһылдай башлайҙар: күрәһегеҙме, һеҙҙе илегеҙҙәге етәкселек кенә түгел, бында, ауылда, хатта балалар ҙа яратмай.
“Быны күреү бик ауыр һәм йәнде өшөтә ине. Иң беренсе сиратта – рухи яҡтан”. – тип иҫләй Гертруда Платайс.
Бындай “туҡмауҙар” бер нисә көн дауам итә. Мыҫҡыл ителгән, йәберләнгән тотҡон ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙҙәренән йәштәр аға... Улар яҙмыштарына үпкә белдереп, Сталин пропагандаһы менән иҫәрләнгән һәм уҫалланған ҡаҙаҡтарҙың ғәҙел эш итмәүенә йәндәре әрней.
Берҙән-бер көн үҙҙәренә әленән-әле осоп торған таштарҙан һаҡлана-һаҡлана йөрөп эшләп, хәле бөткән Гертруда аңғармаҫтан шул таштарҙың береһенә эләгә һәм йөҙө менән тап шул таштар өҫтөнә барып төшә. Секунд эсендә уның танауына эремсек еҫе килеп бәрелә. Ул тейеп ҡуймаһындар тип ышыҡланып-һаҡланып йөрөгән таштарҙан сыр һәм һөт еҫе килгәнен аңлай. Ул шул таштарҙың береһен ерҙән күтәреп алып, ауыҙына һала – бик тәмле ризыҡ тәм итә.
Ул таштарҙы йыйып, тотҡондар, улар араһында ҡаҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙары ла булған барактарына алып ҡайта. Ҡаҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙары бының, тоҙланып, ҡояшта киптерелгән эремсек киҫәктәре - ҡорот тигән ризыҡ булыуын әйтә.
Баҡтиһәң, тотҡон ҡатын-ҡыҙҙарға нисек тә булһа ярҙам итеү теләге менән урындағы ҡаҙаҡтар һаҡсыларҙың иғтибарын йәлеп итмәҫлек берҙән-бер ысул тапҡан булған икән - тотҡондарҙы күрә алмау битлеге аҫтында изге эш эшләгәндәр.
Ҡаҙаҡтар үҙҙәре лә был мәлдәрҙә 1930 йылдарҙағы ҡаты аслыҡтан яфаланып йәшәһәләр ҙә, хатта балаларын юғалтыу ҡурҡынысы аҫтында ла туҡтамағандар. Улар алдан ҡыуаҡлыҡтарҙа тотҡондар өсөн бешкән ит, ҡулғикмәк, ҡорот һәм талҡан киҫәктәре йәшереп ҡуялар.
Тере ҡалған тотҡондар йөрәгендә ҡаҙаҡтарға рәхмәт ғүмерҙәре буйы һаҡлана. “Барлыҡ лагерҙар ҙа насар. Ләкин тап Ҡаҙағстандағы лагерҙарҙа күптәр тере ҡалды. Иң беренсе сиратта ҡаҙаҡтар арҡаһында. Улар аслыҡтан, һыуыҡтан ныҡ яфа күрҙеләр”, - тип һөйләй Гертруда.
Тарих уҡытыусыһы Раиса Голубева Гуртруда Платайстың иҫтәлектәре нигеҙендә «Курт – драгоценный камень» тигән шиғыр ҙа яҙған.
Автор: Алена ДЕМЧЕНКО.
Сығанаҡ: "История Казахстана".
Фото: Интернет селтәренән – “АЛЖИР” музейы сайтынан.