

- Бәйләнеш операторҙары Башҡортостан халҡын бәйләнеш һәм интернет менән тәьмин итеүҙе әүҙем алып бара. Беҙ бындай башланғыстарға һәр ваҡыт булышлыҡ итәбеҙ. Ауыл-ҡалаларҙа мобиль интернет бар икән, тимәк, халыҡ Дәүләт хеҙмәттәре менән ҡуллана, онлайн уҡыуҙар үтә ала, бизнес үҫешә, - ти республиканың дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин.
«Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» федераль программаһына ярашлы ауылдарҙы мобиль Интернет менән тәьмин итеү буйынса “Дәүләт хеҙмәттәре” (Госуслуги) www.gosuslugi.ru/inet порталында тауыш бирергә кәрәк.
3 ноябргә ҡарата һөҙөмтәләр түбәндәгесә:
- Тимер ауылы 794 тауыш менән 2-се урынды биләй;
- Ҡолғана 20-се урында – 278 тауыш;
- Мәһәҙей 21-се урында - 272 тауыш;
- Мәндәғол 22-се урында -266 тауыш;
- Ғәлиәкбәр 61-се урында - 85 тауыш.
Тауыш биреү 2025 йылдың 9 ноябренә тиклем бара. Ихлас ҡатнашайыҡ!