Инсульт симптомдары:
-хәлһеҙлек, баш әйләнеү, тигеҙлекте, координацияны, ҡайһы саҡ аңды юғалтыу;
-телмәр менән проблемалар (кеше һөйләшә алмай, кешенең әйткәнен аңламай);
-кәүҙәнең (биттең) бер яғының ойоуы, фалиж һуғыу;
-күҙ алдары ҡараңғылана, әйберҙәр тоноҡ йәки икәү булып күренә, ҡайһы саҡ бер күҙҙең күреү һәләте юғала;
-сәбәпһеҙ ҡапыл көслө итеп баш ауыртыу, ҡоҫҡо килеү.
Хәүеф факторҙары:
-оло йәштә булыу (айырыуса 65 йәштән һуң);
-артериаль гипертензия ишемия инсульты хәүефен ике тапҡырға арттыра;
-ҡанда холестерин кимәленең юғары булыуы;
-атеросклероз;
-тәмәке тартыу;
-шәкәр диабеты;
-һимереү;
-йөрәк ауырыуҙары, айырыуса аритмия, миокард инфаркты.
Әҙер ризыҡҡа өҫтәмә тоҙ ҡушыуҙан баш тартыу, шулай уҡ тоҙо күп булған аҙыҡ-түлекте ҡулланыуҙы сикләү хәүефте кәметә.
-Инсульт - тиҙ арала медицина тикшереүе үтеүҙе талап иткән етди сир. Ваҡытында диагностика үткәреү һәм дөрөҫ дауалау өҙлөгөү менән үлем хәүефен кәметергә мөмкин. Инсультҡа юл ҡуймау өсөн йәшәү рәүешен үҙгәртергә һәм хәүеф факторҙарын контролдә тоторға кәрәк.
Артериаль баҫымды даими контролдә тотоу, тәмәке тартыуҙан һәм алкоголдән баш тартыу, сәләмәт туҡланыу һәм кәүҙә ауырлығын тотоу, физик әүҙемлек һәм спорт менән шөғөлләнеү, даими рәүештә медицина тикшереүе үтеү, шәкәр диабеты һәм гипертония кеүек хроник сирҙәрҙе дауалау мөһим, - ти табип-невролог Тайфур Әйүпов.