Йәмғиәт
28 Октябрь 2025, 04:45

МАХ сигнал көсһөҙ урында ла эшләй

МАХ – тулыһынса үҙебеҙҙә эшләнгән яңы аралашыу мессенджеры ғына түгел, ул заманса ҙур платформа. Уның ярҙамында бик күп һорауҙарҙы һәм проблемаларҙы хәл итеп була. Тиҙҙән мессенджерҙы яңыртасаҡтар һәм уны «Дәүләт хеҙмәттәре»нә бәйләп, байтаҡ эштәрҙе ошо ҡушымтала атҡарып буласаҡ: мәҫәлән, ҡатыныңа аҡса күсереү, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, табипҡа яҙылыу, яратҡан кафеңдан пиццаға заказ биреү, такси саҡырыу, үҙ каналыңды булдырып, танылған блогер булып китеү.

МАХ сигнал көсһөҙ урында ла эшләйМАХ сигнал көсһөҙ урында ла эшләй
МАХ сигнал көсһөҙ урында ла эшләй

МАХта каналдар әле үк бар, әммә улар һынау үтә, шуға күрә уларҙы булдырыу мөмкинлеген бер нисә эре федераль киң мәғлүмәт сараһына, блогерҙарға һәм губернаторҙарға ғына бирҙеләр. Улар араһында Радий Хәбиров та бар. Уның каналының адресы – max.ru/radiyhabirov. Тәүге көндә үк уға биш меңдән ашыу кеше яҙылды һәм уларҙың һаны көндән-көн арта бара. Беҙгә билдәле булыуынса, быйыл көҙгә бөтә ҡулланыусылар ҙа үҙ каналын булдырыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Опция эшләп китеү менән беҙҙең баҫма ла мотлаҡ үҙенекен асасаҡ.

Мах шәхси мәғлүмәттәрҙе урлай тиҙәр, шул дөрөҫмө?

Һуңғы бер нисә көндә интернетта бер иш йөкмәткеле бихисап мәҡәләләр барлыҡҡа килде: йәнәһе «мессенджер беҙҙе күҙәтә, телефондан алынған мәғлүмәтте ҡайҙалыр ебәрә, хатта үҙе камераны тоҡандырып, беҙҙе төндә фотоға төшөрә».
Ысынында, Махтың «шпион» ҡушымтаһы булыуы тураһындағы имеш-мимеш бер ниндәй ҙә дәлилдәргә нигеҙләнмәгән. Башҡа мессенджерҙар ниндәй рөхсәт талап итә, Мах та тик шуларҙы ғына һорай. Камераға һәм микрофонға рөхсәт – шылтыратыуҙар һәм тауышлы хәбәрҙәр ебәреү, бәйләнеш мәғлүмәттәре – дуҫтар эҙләү, файлдарға рөхсәт – документтар ебәреү, геолокация – урын-ер менән уртаҡлашыу, Bluetooth башҡа төрлө ҡорамалдар – ҡолаҡсындар һәм смарт-сәғәттәр өсөн кәрәк.


Әле үк файҙалы функциялары бар

Беҙ ҡушымтаны бер аҙ өйрәнеп, байтаҡ уңайлы һәм файҙалы функцияларын таптыҡ:
- «Хәүефһеҙ режим» – тәү сиратта оло йәштәгеләр өсөн кәрәкле әйбер. Ҡыҫҡаса әйткәндә, көйләү бүлегенә инеп, «үҙеңдекеләр» менән генә аралашыуҙы һайлай алаһығыҙ, йәғни ике әңгәмәсе лә бер-береһенең телефон китапсығында булһа ғына бәйләнешкә инеп була. Таныш булмаған номерҙар һеҙгә шылтырата алмай.
- Һуңынан яуап биреү, йәғни онотмау өсөн хәбәрҙе «уҡылмаған» тип билдәләргә мөмкин.
- Алдан уҡ ҡуйылған бушлай GigaChat нейроселтәре. Ул тауышлы хәбәрҙәрҙе, фотоһүрәттәрҙе таный, һорауҙарға яуап бирә, текстар яҙа һәм башҡа һәләттәре бар.

ИҒТИБАР!
Махты мутлашыусылар ҙа өйрәнә

Мутлашыусылар һәр ваҡыт кеше күп урынды һайлай, шуға күрә улар яңы мессенджерҙы ла үҙләштерә башланы. Әлегә бер нисә осраҡ билдәле. Мәҫәлән, Эске эштәр министрлығында һөйләүҙәренсә, 26 йәшлек Өфө ҡыҙына «Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре» шылтырата һәм ул, «Дәүләт хеҙмәттәре»ндәге аккаунтығыҙҙы емергәндәр тигән хәбәргә ышанып, 300 мең һумын «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсергән.
2025 йылдың июлендә Мах 10 меңдән ашыу мутлашыусының номерына блок ҡуйҙы, ә башҡалары менән көрәшеү өсөн «хәүефле төймә»не эшкә ебәрҙе. Уны әүҙемләштереү өсөн, шикле хәбәргә баҫһағыҙ, меню асыла. «Ялыу ебәреү» төймәһен һайлап, артабан сәбәбен күрһәтегеҙ.
Һеҙ ҙә, үҙ сиратығыҙҙа, һанлы гигиена тураһында онотмағыҙ: кәрәкмәһә, таныш булмаған номерҙарға яуап бирмәгеҙ, трубканы һалығыҙ, әгәр әңгәмәсе аҡса тураһында һөйләһә, һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бер ниндәй ҙә «хәүефһеҙ иҫәп» юҡ, ә полиция, тәфтиш комитеты, Федераль именлек хеҙмәте һәм Үҙәк банк енәйәт тураһында иҫкәртеү өсөн шылтыратмай.

БЕЛЕП ҠУЙЫҒЫҘ

Нисек күсереп алырға һәм теркәлергә?

1. МАХты RuStore, Google Play, AppGallery, App Store аша күсереп алырға мөмкин. Windows өсөн веб-версия һәм сайттан macOS ҡуйырға була. Ҡушымтаны күсереп алғас, «Инергә» тигән төймәгә баҫығыҙ. Әйткәндәй, 2025 йылдың сентябренән Рәсәйҙә һатылған барлыҡ смартфондарҙа мессенджер ҡуйылған буласаҡ – яңыраҡ ошо хаҡта закон үҙ көсөнә инде.

2. Теркәлеү өсөн Рәсәй йәки Белоруссияның телефон номеры кәрәк. Уны йыйғас, «Дауам итергә» тип баҫығыҙ. Һеҙгә алты билдәнән торған код киләсәк. Уны яҙғас, тағы «Дауам итергә» тигәнде һайлағыҙ.

3. Исемегеҙҙе яҙығыҙ, башҡалар һеҙҙе нәҡ шулай тип күрәсәк. Рус йәки латин хәрефтәре, дефис, бушлыҡ билдәһе ҡулланырға мөмкин. Һандар, эмодзи һәм махсус символдар ҡулланырға ярамай. Теләһәгеҙ, фамилияғыҙҙы ла өҫтәй алаһығыҙ. Артабан тағы «Дауам итергә» тигәнгә баҫығыҙ.

4. Аватарка ҡуйығыҙ йәки әҙер шаблондар араһынан һайлағыҙ (унда эт-бесәйҙәрҙең, хатта төрлөсә төшөрөлгән жирафтарҙың йөҙләгән варианты бар). Аватарканы һәр ваҡыт үҙегеҙ теләгәнгә алмаштыра алаһығыҙ. Был аҙымды ҡалдырып, һуңынан көйләү бүлегендә фотоһүрәт өҫтәргә мөмкин.

5. «Аралаша башларға» тигәнгә баҫып, теркәлеүҙе тамамлағыҙ.
МАХҡа бер нисә ҡорамал аша бер юлы инергә мөмкин, мәҫәлән, телефон, өй йәки эш компьютеры аша. Чаттар һәм шылтыратыуҙар һәр береһендә күренеп торасаҡ.

Автор:
Читайте нас