

Әбделмәмбәт мәктәбендә урам уйындары фестивале гөрләне. Ямғыр яуыуы ла өркөтмәне, күтәренке кәйефте төшөрә алманы. Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә күптән көтөлгән был байрамға ваҡытында йыйылдылар. Ата-әсәләр комитеты менән берлектә эшләнгән грант сиктәрендә үтте лә инде фестиваль.
"Бура һуғыу", "Себен һуғыу" кеүек инде онотолоп барған халыҡ уйындарын яңынан тергеҙеү маҡсатында ата-әсәләр уҡыусыларға күрһәтеп, өйрәтеп кенә түгел, үҙҙәре лә ҡуша уйнап йөрөнөләр. Ололарҙың өмөттәре аҡланды, балалар тәнәфес ваҡытында, төштән һуң да килеп бура ла һуҡтылар, себенде лә буш ҡалдырманылар.
Уйнай торғас, арыуыҡ оҫтарып та алдылар, был юлы хатта ағайҙарға ал бирмәнеләр. Фестивалдә бер юлы бер нисә уйын зонаһы эшләне. Теләүселәр ижади оҫтаханала һүрәт төшөрҙөләр, кемдәрҙер шашки уйнаһа, ҡайһылары "Классики", "Твистер", "12 таяҡ", "Ҡыҙыл байраҡ" кеүек уйындарҙа ҡатнашты. Ә шулай ҙа иң көсөргәнешле уйындар "Бура һуғыу","Себен һуғыу" булды.
Еңеүселәр бүләк алып ҡыуандылар. Балаларҙы бүләктәр менән ҡыуандырыусы спонсорҙарға: "Ҡыпсаҡ" хәйриә фондына, Әфләтүнова Зәлиә, Хисаметдинова Римма,Шәрипова Әнисә апайҙарға рәхмәттең ҙурын әйтәбеҙ.
Фестиваль үтеп китеү менән был уйындар онотолмаҫ, балалар араһында киң танылыу алыр тип өмөтләнәбеҙ.
Сығанаҡ: Әбделмәмбәт мәктәбе-МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово
#ЗнаниеРодители #МинистерствоПросвещения
#Грант
#НародныеИгры
#АктивныйОтдыхУспехВучебе