

Фәрит Моратшинды күптәр яуаплы, намыҫлы, иғтибарлы водитель итеп беләләр. Тәжрибәле водителдең руль артындағы стажы - 40 йыл. Еңел машинаға водитель таныҡлығын ул мәктәпте тамамлағанда өлгөргәнлек аттестаты менән бергә алып сыға. Унан әрме хеҙмәтенә алына – десантсы-разведчик булып хеҙмәт итә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “Ватанға хеҙмәте өсөн” миҙалы, рәхмәт хаттары менән наградлана. Ҡайтҡас леспромхозға эшкә урынлаша һәм 1985 йылда йүнәлтмә буйынса Тәтешле районында “С” категорияһына уҡып ҡайта.
Фәрит Мазһар улының юлдар буйлап сәйәхәте тап ошо йылда башлана ла инде. Леспромхозда эшләгәнендә ЗИЛ, «Урал», «КамАЗ» автомашиналарында гел алыҫ юлға сығырға тура килә. “Бөтә Рәсәйҙе урап сыҡтым,” – тип әйтеүе тиккә түгел. Унан һуң тиҫтә йыл дауамында район үҙәк дауаханаһында “Тиҙ ярҙам” машинаһын йөрөтә, аҙаҡ 8 йыл себер тарафтарында эшләп ҡайта. Унда ла үҙ һөнәренә хыянат итмәй – автобус водителе була. Аҙаҡ такси хеҙмәтенә эшкә күсә.
-Тәүге йөрөткән машинам минән 2 йәшкә генә бәләкәй ине, - тип көлә Фәрит Мазһар улы. Леспромхозда эшләгәндәге ЗИЛ автомашинаһы була ул. Уның менән сайыр, ҡырсын ташый.
Ә үҙенең тәүге шәхси автомобилен - ВАЗ 2103 машинаһын 1991 йылда 10 миллион һумға һатып ала. Заманына күрә автобаҙарҙа иң осһоҙло машина була. Әле иһә «Лада Ларгус», «Нива» автомашиналары бар.
–Ғүмер буйы машина йөрөтәм. Төрлө ерҙә эшләнем, шулай ҙа иң ҡыйыны кеше ташыуы. Машинаға үҙенән тыш кемделер ултыртҡан һәр водителдең иңендә кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ ята.
Был һөнәрҙе һайлауым осраҡлы түгел – әсәйемдең бер туған ҡустыһы Әхмәт ағай шофер булды. Ағайыма тағылып йөрөп тә шофер ене ҡағылды миңә. Ул икмәк ташыусы ине.
Юлда ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәргә осрап ҡына тораһың. Шулар араһында иң иҫтә ҡалғандары Бөрйән эсендә таксила эшләгән ваҡытта булғандыр.
Бер ваҡыт таңғы сәғәт 5-тә бер ҡатын-ҡыҙ шылтырата, миңә порошок кәрәк, ти. Ниндәйе, тим, шаяртып. Кер порошогы инде! Йоҡлай алмағас, кер йыуа башлағайным, порошогым бөттө лә ҡуйҙы, ти. Ул ваҡытта төнгө магазиндар тәүлек әйләнәһенә эшләй ине, алып барып бирҙем.
Бер ҡатын өйөнә тиклем такси саҡыртты ла, такси хаҡын эре аҡса менән түләне. Тейешле өлөшөн алып, ҡалғанын бирәйем, тиһәм, ваҡ аҡсам юҡ. Был миңә, ярай, ҡалғаны өсөн инеп, эсеп тик йөрөгән иремә берҙе яҫҡап сығығыҙ ҙа ҡуйығыҙ, ти. Әлбиттә, улайтып йөрөмәнем инде.
Юл булғас, төрлө хәлдәр була. Юл аҙабы – гүр ғазабы тип бушҡа әйтмәгәндәр. Шундай осраҡтарҙа изге күңелле кешеләр осрап тора. Оҙаҡ йылдар водитель булғас машинаның ҡайһы ере боҙолорға тороуын тауышына ҡарап билдәләй башлайһың. Үҙем юлда боҙолоп ултырғаным юҡ, сөнки алдан хәстәрләйем. Шулай ҙа юлдарҙы үҙегеҙ беләһегеҙ, тәгәрмәс тишелә лә ҡуя.
Бер мәл Аҫҡарҙан ҡайтып килгәндә тәгәрмәс тишелеп, алмаштырып алғайным, күп тә китмәнем, тағы берәүһе тишелде. Запасты ҡуйҙым бит инде, багажникта тишек тәгәрмәс кенә. Нимә эшләргә белмәй торғанда бер егет туҡтап, тәгәрмәс ҡалдырып китте. Үҙе ғаиләһе менән Исламбайҙан ҡайтып бара ине.
Үҙем дә боҙолоусыларға туҡтап ярҙам итәм, һөйрәп алып ҡайтҡаным да бар. Күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙар, тәгәрмәстәре тишелһә, аптырап ҡарап торалар. Нимә эшләйһең инде, алмаштырып бирәһең. Бер нисә йыл элегерәк Сибайҙан ҡайтып килешләй бер ҡатынҡай эргәһенә туҡтағайныҡ. Ирен әрләй, запас тәгәрмәс һалмаған, тип. Багажнигының ковригын күтәреп, запас тәгәрмәсен күрһәтһәм, юрамал йәшереп һалып ҡуйған еще, тип тағы ҡыҙып әрләшә башланы. Рәхәтләнеп көлөштөк.
Машинаһына 4 һауыт май ҡойоп, эшләмәй, ҡарап бирегеҙ әле, тиеүсе ҡатын-ҡыҙ ҙа булды. Ҡатын-ҡыҙҙар иғтибарлы, ипле водитель булһалар ҙа, машинаны ҡарау, ремонт - ир-егеттәрҙең эше. Хәҙер автосервистар күп, шунда индерһәләр, күпкә отошлораҡ.
Юлда йәнлек-ҡоштар ҙа күп осрай. Быйыл айыу күп, тиҙәр. Ысынлап та шулай, мин 4 тапҡыр айыу осраттым - икәүһе Сибайға китеп барышлай, поселоктың тауы башында осрағайны, Ғәлиәкбәр менән Ямаш араһында бер үк айыу китеп барышлай ҙа, ҡайтып килгәндә лә осраны.
Бөтә ғүмерем машинаға бәйле булғас, хәтирәләр ҙә шуға ғына бәйле. Минең өсөн башҡа профессия юҡ. Кемдер үҙ һөнәрен маҡтаһа, барыбер ҙа водитель булыу иң яҡшыһы, тип әйтәм. Әлбиттә, кешене йөрөткәс рәхмәт һүҙҙәрен күп әйтәләр, әрләп китеүселәр ҙә юҡ түгел. Бер ҡатынға ҡыҙы әйберҙәр биреп ҡайтарғайны, алды ла, бер сумка юҡ, ти. Шылтыратып һорағыҙ, тиһәм, юҡ, ул һиңә тапшырған, ти ҙә ҡуя. Өс көн буйына әрләне, хакимиәткә барып етте. Һөҙөмтәлә, ҡыҙы сумкаһын машинаға бөтөнләй ултыртмаған булып сыҡты, - ти Фәрит ағай.
Ҡайҙа, ҡасан ғына юлға сыҡһа ла уны тормош иптәше Гөлдәр Нурислам ҡыҙы оҙатып ҡала, ҡаршы ала. Тылы ныҡ булғас, ғаилә башлығы ла юлда тыныс йөрөй. Был ғаилә пары икеһе лә һөнәрҙәренә тоғро – Гөлдәр апай йәш сағынан алып ғүмере буйы сәс ҡырҡыусы булып эшләһә, Фәрит ағай ғүмер буйы “тимер ат”та елдерә. Ҡыҙҙары Гүзәл район хакимиәтендә, улдары Илшат Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтендә эшләй. Әйткәндәй, Илшат та атаһы юлында - буш ваҡытында Бөрйән-Сибай араһында студенттарҙы йөрөтә.
-Уңайҙан файҙаланып, барлыҡ водителдәрҙе лә һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Хәҙер юлда машиналар ныҡ күп, иғтибарлыраҡ булһындар ине. Сөнки күптәр шәп тиҙлектә йөрөргә ярата. Руль артында водитель үтә лә һиҙгер булырға тейеш. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй. Секунд эсендә төҙәтә алмаҫлыҡ яңылышлыҡ китеүе бар. Бер-беребеҙҙе хөрмәт итәйек. Юлдарыбыҙ имен, үҙебеҙ иҫән булайыҡ, - ти стажлы водитель Фәрит ағай Моратшин.