Йәмғиәт
22 Октябрь 2025, 10:35

Йәйләүгә һинд ҡыҙы килгәне

...Ферма малдарын йәйләүгә сығарырға ваҡыт еткәс, бер төркөмгә һауынсы таба алмауҙары асыҡланды. Романтика эҙләп йөрөгән миңә етә ҡалды. Теге төркөмгә һауынсы булып йәш ҡыҙҙар менән йәйләүгә киттем. Трактор юлһыҙ, батҡаҡ ерҙәрҙән байтаҡ мәшәҡәттәргә сумдырып алып барып түкте Төпәрғоҫ буйҙарына. Йәйләүҙә иң ситтә төҙөлгән яңы ыҡсым ғына өйҙө беҙгә тинеләр. Балта оҫталары яңы ғына арлы-бирле эш бөткән икән. Бысҡы вағы, башҡа ағас-таш тулып ята, өйҙөң эсе тас әпилкә. Ике яҡҡа таҡтанан ике урындыҡ, ике урындыҡ араһына таҡта өҫтәл әтмәләнгән. Бөтә йорт йыһазы шулар. Теге романтика көҫәп йөрөгән танау әҙерәк төшә биреп ҡуйһа ла, кәкерәйеп үк ҡуйманы, шөкөр. Хәлде тиҙ самаланым. Ихатала, соланда күҙемә таҡта ҡалдыҡтары салынғас, башмаҡ ҡараусы Ғәйнетдин бабай менән һыйырҙарҙы көтөүсе Раймандан балта, ҡул бысҡыһы, сөй һорап алдым да эшкә лә тотондом. Башта таҡта ҡалдыҡтарын бер-береһенә сөй менән нығытҡылап, үҙемсә һауыт-һаба өсөн кәштә әтмәләп, стенаға беркетеп ҡуйҙым. Унан үҙебеҙҙең “матурлыҡ мөйөшөнә” - ҡара ҡәләм, помада-фәлән өсөн кәштә яһаған булдым...

Йәйләүгә һинд ҡыҙы килгәнеЙәйләүгә һинд ҡыҙы килгәне
Йәйләүгә һинд ҡыҙы килгәне

Унынсыны бөткәс, БДУ-ға уҡырға ингән ерҙән кире әйләнеп (дөрөҫөрәге, ҡасып) ҡайттым. Туғандарҙы, инә алманым, тип алдарға ҡайтыуыма хәбәр минән алда Бөрйәнгә килеп еткән ине инде – “Уҡырға инде. Уҡымайым, тип ҡайтып китте. Сәйҙә апай кире алып килһен!”. Имтихан биргәндә бер бүлмәлә йәшәгән Бөрйән ҡыҙы тырышҡан!

Юҡ инде, ауылда бер йыл эшләйем, тигәс, эшләйем барыбер! Шунан ғына уҡырға барам. Юғиһә, әсәйҙең уҡып йөрөгән апайҙарыма нисек аҡса еткерә алмай яфаланғанын күреп үҫтем бит.

Ауыл мәҙәниәт йортона художество етәксеһе булып эшкә лә төшөп киттем. Уныһы айырым тарих. Ә бөгөн бәйән итәсәк хәлдәр хужалыҡ фермаһының йәйләүенә бәйле.

Клубта йылға яҡын эшләп ташланым. Уҡытыусы, һауынсы ҡыҙҙар, эшсе егеттәр менән ҡыш буйы әллә нисә концерт ҡуйҙыҡ, өмәләргә йөрөнөк. Былай ауылда күңелле генә.

Ферма малдарын йәйләүгә сығарырға ваҡыт еткәс, бер төркөмгә һауынсы таба алмауҙары асыҡланды. Романтика эҙләп йөрөгән миңә етә ҡалды. Теге төркөмгә һауынсы булып йәш ҡыҙҙар менән йәйләүгә киттем. Трактор юлһыҙ, батҡаҡ ерҙәрҙән байтаҡ мәшәҡәттәргә сумдырып алып барып түкте Төпәрғоҫ буйҙарына.

Йәйләүҙә иң ситтә төҙөлгән яңы ыҡсым ғына өйҙө беҙгә тинеләр. Балта оҫталары яңы ғына арлы-бирле эш бөткән икән. Бысҡы вағы, башҡа ағас-таш тулып ята, эсе тас әпилкә. Ике яҡҡа таҡтанан ике урындыҡ, ике урындыҡ араһына таҡта өҫтәл әтмәләнгән. Бөтә йорт йыһазы шулар. Теге романтика көҫәп йөрөгән танау әҙерәк йәмшәйә биреп ҡуйһа ла, кәкерәйеп үк төшмәне, шөкөр. Хәлде тиҙ самаланым. Ихатала, соланда күҙемә таҡта ҡалдыҡтары салынғас, башмаҡ ҡараусы Ғәйнетдин бабай менән һыйырҙарҙы көтөүсе Раймандан балта, ҡул бысҡыһы, сөй һорап алдым да эшкә лә тотондом. Башта һауыт-һаба өсөн кәштә әтмәләп, стенаға беркетеп ҡуйҙым. Унан үҙебеҙҙең “матурлыҡ мөйөшөнә” - ҡара ҡәләм, помада-фәлән өсөн кәштә яһаған булдым. Өйҙә ир-ат булмағас, балтаны ла, бысҡыны ла, сүкеште лә тота белеүем ярҙам итте.

Ярай әле, тимер мейес ҡуйғандар. Ямғырлы көндәрҙә бик ярап ҡала. Кейем киптереү бер яфа бит юғиһә ундай мәлдәрҙә.

Күңелле генә йәшәп киттек. Икмәкте үҙебеҙ бешереп ашайбыҙ, башҡаһын да. “Үҙебеҙ” тигән булам, икмәкте Зөлфиә баҫа торғайны. Уның баҫҡан икмәге үҙенә башҡа бер тәмгә эйә. Булка һымағыраҡ тәм бир. Нимә генә тиһәләр ҙә, икмәккә бит ҡул, күңел тәме һеңә... Зөлфиәнең әсәһе Нурия инәй ҙә ауылда ҡамыр аштары оҫтаһы булып танылған кеше ине.

Ризыҡты эргәнән Сәксәйгә, Темәскә ағас тейәп үтеүсе “Урал” машиналарына эләгеп барып, Бетерәнән, Сәксәйҙән (Баймаҡ районы ауылдары) алып ҡайтабыҙ.

Киске һауын мәлендә иң зитҡа тейгәне - ҡыҙҙарға “һунар” йәки “ҡыҙ күҙләү” спектакленән бер күренеш башлана. Бетерәнән, Темәстән матастарҙа килгән ялан егеттәре ҡара ҡарға һымаҡ ялан кәртә ситтәрендә ҡыҙҙарҙың һыйыр һауып бөткәндәрен көтөп йөрөй. Бер өйөр егеттәр ҡарап торғанда ҡул менән һыйыр һауып ултырыуы еңел түгел. Ҡайһы саҡ күмәкләшеп йөк машинаһында ла киләләр. Һауын бөткәс, ҡайта һалып, йыуынып-ашағандан һуң егеттәрҙең матайҙарына йәбешеп Һарағы фермаһы йәйләүенә елдерәбеҙ. Ул яҡтағы бөтә йәйләүҙәр өсөн Һарағы бригадаһының Яланйылғалағы йәйләүе төп йыйылыу урыны булды. Йәйләүҙән өҫтәрәк, урман ҡырында, таҡта түшәп, сәхнә лә эшләгәндәр ине. Беҙ, төрлө йәйләүҙәрҙән, Баймаҡ яҡтарынан йыйылған йәштәр, төнө буйы әхритә һуғабыҙ ҙа таң һыҙыла башлауға теге матастарҙа үҙ йәйләүҙәребеҙгә таралышабыҙ. Ҡайһы бер йәйләүҙәрҙән молоковоздарға ла тейәлешеп киләләр ине. Ҡайтҡас ҡайҙа йоҡлау – тура һыйыр һауырға сығабыҙ. Ҡыҙҙар ҙа ипле, егеттәр ҙә аҡыллы булғандыр – ундай-бындай күңелһеҙ хәлдәргә тарыу кеүек күренештәрҙе иҫләмәйем.

Йәй буйы һыйырҙарҙы, күгәүендәрҙән талана-талана, өс һауһаҡ, көҙгә ике һауынға ҡалдырҙыҡ. Көҙгә ҡарай һөт кәмей башлай бит. Бына ошо көҙгә ыҡҡан көндәрҙә иң шәбе инде йәйләүҙә! Кем емеш йыя, кем – башҡа эш менән! Көнө буйы бушбыҙ!

Шундай көндәрҙең береһендә нимә эшләргә белмәй йөрөнөк тә, үҙебеҙгә байрам ойоштороп алырға ниәтләнек. Шунан алда ғына Бетерегә барып ҡутара ризыҡ алып ҡайтҡайныҡ, өҫтәүенә.

Арабыҙҙа, ҡыҙҙар араһында инде, иң оло тигән ҡатын-ҡыҙ беҙҙән 2-3 йәшкә генә олораҡ Әлимә еңгәй. Ҡыуандыҡ ағай – көтөүсе. Улар ғына ғаиләле. Өйҙәре лә ҙур ғына. Байрам булғас, уйын-көлкөһөҙ булмай инде. Әҙерлеккә ихлас тотондоҡ. “Баш ҡаланан” киләсәк “халыҡ әртистәре”лә күҙалланғас, микрофон-фәләнде хутҡа ебәрҙек. Булған күлдәк билбауҙарын бер епкә теҙеп бәйләнек. Микрофонды тотоп өйөрөлөп-сөйөрөлөргә кәрәк бит.

Өҫтәлгә төп һыйыбыҙ, ул саҡтағы ғәҙәт буйынса – майға бешкән икмәк. Тик ҡамырға йомортҡа-фәлән юҡ. Һөт оҙатылмай, елле сепарат аша үткәрелә. Уны ҡабыҙыу - үҙе бер тарих. Ҡабынмай ыҙалата. Йәйләүҙә электрҙың духы ла юҡ. Һөттө үткәрәгәс, ҡаймағынан май яҙып, унан шул аҡ майҙы ҡаҙанда иретеп, фләгәләргә тейәп оҙата сепаратсы. Шул май иреткәндә туртаһы сыға бит, ғәҙәттә, майлы икмәкте шул туртаға баҫҡан булабыҙ. Тик был юлы сепаратсыбыҙ туртаһын йәлләне лә ҡуйҙысы. Бирмәй ҙә ҡуя. Мин уны кире сепарат аша үткәреп, тағы майын сығарам, ти. Бер сынаяҡ ҡына кәрәк тә бит. Алдыыыҡ, барыбер. Теге күрмәгәндә сәлдерҙек бер кәсә туртаны. Үҙең шул һөттө һауып, бер сынаяҡ турта ла алмаған мәлдәр бар ине шул... Кеше үтә намыҫлы булдымы, әллә хөкүмәт байлығына мәнәсәбәт шулай инеме – белмәйем.

Әлимә еңгәйҙең өйөндә табын ҡорҙоҡ. Теге “концерт” табынға хәтлем булырға тейеш бит инде. Ундай эштәрҙең рәтен беләбеҙ. Рәсми өлөш, концерт, шунан – банкет! Әлимә еңгәбеҙ күлдәге өҫтөнән әллә нимәләр ҡоршап кейеп сығып, магнитофонға ҡушылып “рок” йырлап алды. Уны мин алыштырҙым... Ҡыҫҡаһы, әллә ҡайҙан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, әртистәр көтөп торманыҡ, барыбер беҙҙе иҫкә алған кеше лә юҡ, шуға урман төпкөлөндә үҙ күңелебеҙҙе үҙебеҙ күреп, күңелебеҙ булғас, дәрәжәле генә ҡиәфәттә банкетҡа индек. Уйй, өҫтәлдә нимә генә юҡ! Кемдә ниндәй ризыҡ бар – барыһы ла шул бер табында! Хатта виноградҡа тиклем табылған.

Йәнә хәҙер “дресс-код” тип аталған модный нәмәне белгәнбеҙ әле ул шул мәлдәрҙә үк (1985 йыл булырға тейеш). Банкетҡа ҡунаҡ булып кейенеп барырға тейешбеҙ. Шунан алда ғына Рәғиҙә менән Зөлфиә, яңылышмаһам, Бетерәнән, унар метр түшәклек тауар алғандар ине. Мине шуның ҡыҙылына уранылар. Сәсемдә ялбыраттыҡ, маңлайыма помада менән елле төртөк төрттөләр. Һиндостандан килгән ҡунаҡмын, йәнәһе!

Иң мөһиме, өҫтәлдә хәмер-фәлән юҡ! Балалар һымаҡ уйнабыҙ ғына.

Табындың ҡыҙған ғына мәлендә тышта шалтырап килеп арба туҡтаған тауыш ишетелде. Күҙҙәрҙе ишеккә төбәнек. Ә унда – бригаданың ветеринар фельдшеры Әхтәм бабай. Башын ыуа-ыуа инеп килә. “Уф, арбала килә ятҡанда тараш тешләне башымды. Ныҡ ауырта”, тип һөйләнә-һөйләнә инеп килеүе. Унан беҙҙең табынды күреп, аптырап китте.

-Әйҙәгеҙ, Әхтәм ағай, түрҙән уҙығыҙ! Какрас ҡына килдегеҙ. Мына Индиянан ҡунаҡтар килеп, зыу килеп ҡунаҡ булып ятабыҙ. Яҡшының ҡунағы бер көндә. Ҡунаҡ күр ҙә үҙеңә саҡырып алырһыыың. – Әлимә еңгәй тәтелдәй-тәтелдәй быҙауҙарҙың хәлен белергә килгән ветеринарҙы өҫтәлгә саҡырҙы.

Ултырҙы бабай.

-Мына, майғикмәктән етеш, ағай. Йоммошаҡ ҡына! (Үҙе ипләп кенә сепаратсыға күҙ ташлай). Мына винаграт та бар, - тип ҡыҫтапмы-ҡыҫтай өй хужаһы.

Бабай ҙа артыҡ ҡыҫтатмай. Сәйҙе һыпыра ғына. Юлда һыуһаған.

-Мына винаграт бигерәк тәмле булған, - тип емеште алдынараҡ этеп ҡуйғас, Әхтәм бабай берәүһен алып ҡабып та ебәрҙе һәм... ризыҡ ҡапҡан гримасала ҡатып та ҡалды.

-Ай, тешем...

Баҡтиһәң, шаян еңгәбеҙ табынға матурлыҡ өсөн кәүшиктән эшләнгән сувенир виноградтар һалған булған икән. Бабай, бер нәмә уйламай, ҡәҙимгесә тешләп ебәргән һәм баяғы башҡа төшкән һымаҡ бәлә тешкә төшкән...

Ҡыҫҡаһы, быҙауҙар яғына барып торманы ветеринар, башы ла, теше лә эш өҫтөндә зыян күреп, яҡты күҙҙә ҡайтыу яғына боролдо. Сығып оҙатып ҡалдыҡ.

Был “банкет”, “концерт” тарихының дауамы ла булды әле.

Ярай, виноград “ашалды”, һинд сарилары сиселде, сәстәр йыйылды, күлдәк билбауҙары ла таратылып алынды. Бәлки, “банкет” оҙағыраҡ та дауам итер ине - урман яғынан көтөүҙең башы күренде. Әмәлгә ярағандай, көтөүсе Райманы ла иртәләгәнсе.

Йәһәт кенә өҫ-башты алыштырып, һыйыр һауырға йүгерҙек. Көҙ алдынан ней һыйарҙарҙың һөтө кәмегән, һауындарҙың иртәнгеһе лә, кискеһе лә берәр сәғәт кенә ваҡытты ала. Дөбөр-шатыр һыйырҙарыбыҙҙы һауып, ялан кәртәләр яғынан өйөбөҙгә ҡайтып килһәк, берҙән-бер бөртөк йәш егетебеҙ, һыйыр көтөүсе Райман, ихаталағы усаҡ өҫтөндә кейемдәрен киптереп ултыра. Теге Мостайҙың “Үлмәҫбай” поэмаһындағы һымаҡ:

Минең яҙғанды уҡығас,
«Әкиәт», тимә, ҡоҙа,
Бына ул усаҡ янында
Сылғау киптереп тора,

тигән һымаҡ инде.

-Нимештәп улайтып бөтә кейемең һыуланды һуң? – тип һорай ҡара баҡырсала сәй ҡайнатып мәшәҡәтләнеүсе Ғәйнетдин бабай.

-Эй, мынауы нишаналар минауат (көлөмһөрәп, беҙгә эйәге менән ымлап күрһәтә). Һыйырҙар ашап-туйып, ятып торғастар, төштән һуң үҙем дә сиҙәмдә серем итеп китеп барһам, өҫтән, йәйләү яғынан, әллә ниндәй тауыштар ишетелә башланы. Нимә булып китте икән, тип яҡынлабыраҡ барып ҡарайым, тиһәм, ишек алды яҡшылап күренмәй. Уй, унда... шайтан туйы ине! Кеме йырлай, кеме бейей! Күңелле инде! Тик яҡшылап күренмәй, ҡәһәрең. Шуға йылға буйындағы анау ҡайынды самаланым да, шуға үрмәләнем. Ә унан ихаталағы хәлдәр ус эсендәге һымаҡ ҡына күренә. Шәп булды ул концерт! Ҡыланғандарына һыным ҡатып көлөп ултыра инем ҡайын башында, онотолоп киткәнмендер инде, бер ваҡыт шатыр-шотор итеп тап йылғаның уртаһына барып төштөм. Шуға һыйырҙарҙы ла иртәрәк алып ҡайтырға тура килде,  - ти “разведчик”.

 Йәйләүҙә йөрөп ҡайтҡанын ишеткәс, ут күршеһе Әхтәм бабайҙан әсәйем, йәйләүҙә ҡыҙҙар нисек йәшәп ята, тип һораған. “Бирешерлек түгел әле ҡыҙың. Индиянан ҡунаҡ килеп, зыу булып ҡунаҡ булып яталар”, тип яуаплаған был. Әсәй аңлап етмәгән. Мин ҡайтҡас ҡына, Индиянан ниндәй ҡунаҡтар килгәйне, нимәләр ашаттығыҙ, тип һораны. Миңә хәлде аңлатыуҙан башҡа сара ҡалманы.

Телефон да, телевизор ҙа, электр ҙа юҡ саҡ. Ашарға ихаталағы аҫҡаҡтарға сүлмәк элеп бешерәбеҙ, ҡара баҡырсала ыҫ еҫе һеңдереп сәй ҡайнай... Уртала икмәк мейесе әтмәләнгән...

 Әллә ниндәй шарттар талап итмәй, үҙ күңелебеҙҙе үҙебеҙ күреп йәшәгән шул йәшлек мәлдәре һағындыра. Ул мәлдәрҙең илаһи бер моңо бар ине шул... Барыбыҙ бергә күңел астыҡ, зыу килеп йәшәнек. Хәҙерге һымаҡ, һәр кем үҙ усына төбәлеп ултырманы...

Т. Баһауетдинова.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас