Йәмғиәт
21 Октябрь 2025, 05:40

Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

Ғүмер иткән еренә -  Кесе Ватанына ҡарата һөйөү Марат Отелло улын район халҡының тормош шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән көндәлек эшмәкәрлеккә әйҙәй. Район Советы депутаты булып 10 тапҡыр һайланыуы уның халыҡ араһында ышаныс яулауы хаҡында һөйләй. Был ышаныстың нигеҙендә - халыҡтың ихтыяждарын тәрән аңлау һәм ҡабул ителгән ҡарарҙар өсөн яуаплылыҡ йөгөн алып барырға әҙер булыу. Һүҙ ҙә юҡ, уның хеҙмәте уны депутат булараҡ та, кеше булараҡ та иң беренсе район халҡының хөрмәте менән баһалана.

Хеҙмәте менән хөрмәт яулағанХеҙмәте менән хөрмәт яулаған
Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

Кешеләргә хеҙмәт итеү – был һөнәр генә түгел, ул талант, бер үк ваҡытта бурыс, намыҫ эше лә.

Властың барлыҡ кимәлдәрендәге депутаттар һәр кешене ишетеү, уның хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен һаҡларға тырышыу, уға уңайлы һәм хәүефһеҙ йәшәүгә шарттар булдырыу өсөн эшләй.

Бөрйән районы муниципаль район Советы депутаты, ғүмерен кешеләргә хеҙмәт итеүгә бағышлаған Йәримов Марат Отелло улы - кешеләр мәнфәғәтенә эскерһеҙ һәм ғәҙел хеҙмәт итеүҙең асыҡ үрнәге.

Марат Йәримов 1951 йылдың 7 ноябрендә Дүртөйлө ҡалаһында тыуған. Дүртөйлөлә 2-се һанлы мәктәпте тамамлағандан һуң Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Унан һуң Өфө авиация институтында белем ала. Хеҙмәт юлын Бөрйән районында башлай.

Бөрйәндә “Сельхозэнерго” участкаһы начальнигы вазифаһында, “Бөрйән” совхозында баш инженер булып, шулай уҡ ауыл хужалығы идаралығында эшләй, “Сельхозтехника”-ның Бөрйән район бүлегендә идарасы (управляющий) була. 1988 йылда ул Бөрйән район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары итеп һайлана.

Артабан, 1993 йылдан 2001 йылға тиклем, Бөрйән районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм эске хужалыҡ буйынса  урынбаҫары вазифаһында дәүләт хеҙмәтен дауам итә. 2005 йылдан 2015 йылға тиклем, хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр, халыҡты хеҙмәтләндереү буйынса комплекслы үҙәк дәүләт бюджет ойошмаһында бүлексә мөдире булып эшләй.

Уның фиҙакәр хеҙмәте дәүләт наградалары менән билдәләнгән.

Ғүмер иткән еренә -  Кесе Ватанына ҡарата һөйөү Марат Отелло улын район халҡының тормош шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән көндәлек эшмәкәрлеккә әйҙәй. Район Советы депутаты булып 10 тапҡыр һайланыуы уның халыҡ араһында ышаныс яулауы хаҡында һөйләй.

Был ышаныстың нигеҙендә - халыҡтың ихтыяждарын тәрән аңлау һәм ҡабул ителгән ҡарарҙар өсөн яуаплылыҡ йөгөн алып барырға әҙер булыу. Һүҙ ҙә юҡ, уның хеҙмәте уны депутат булараҡ та, кеше булараҡ та иң беренсе район халҡының хөрмәте менән баһалана.

Бөрйән районы өсөн күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, һөнәри оҫталығы өсөн Йәримов Марат Отелло улы “Бөрйән районы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” Почетлы билдәһе менән наградланды.

 

#ВАРМСУ #марафонСлужение

Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған
Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас