

Беҙҙең Байназар ауылы ҡатын-ҡыҙҙарының "Изгелек" төркөмөндәге ҡатын-ҡыҙҙар эшләй ҙә, ял да итә беләләр. Беҙ бер ғаиләлә үҫкән балалар кеүек берҙәм дә, татыубыҙ ҙа, эшебеҙҙең һөҙөмтәһе лә ошо берҙәм булыуыбыҙҙан. "Берҙәмлектә - көс" тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр икән.
Ысынлап та шулай. МХО-лағы яҡташтарыбыҙға ярҙамға тиҙ арала аҡсаһын да, кәрәкле әйберҙәрҙе лә йыябыҙ, маскировка селтәренә тауар етмәһә, тиҙ генә аҡса йыйып, лентаға заказ бирәбеҙ. Тауарын Белореттан алдырта һалып, эшебеҙҙе тамамлап та ҡуябыҙ.
Ете маскировка селтәрен үреп, икәүһен Вайлберстан һатып алып, шуның араһында посылкаға әйберҙәр йыйып, тултырып, Иҫке Собханғолға алып барып тапшырып та ҡуйҙыҡ һәм бөгөн, батырға ла ял кәрәк, тигәндәй, төп ризығыбыҙ булған икмәкте ололап, "Икмәк - бөтәһенә лә баш" исемле матур кисә үткәреп ташланыҡ.
"Икмәк -табын йәме" конкурсында 20 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Ҡамырҙан бешерелгән ризыҡтарҙың ниндәйе генә юҡ - ҡабарып бешкән икмәктән алып барыһы ла бар! Өҫтәлебеҙ тәмле-тәмле, төрлө ризыҡтарҙан һығылып торҙо. Һәр конкурста ҡатнашыусы үҙе бешереп алып килгән ашамлығының рецебы менән таныштырҙы, араһында беҙгә ят, сит илдәр ризыҡтары ла булды.
Жюри ҡарап, баһа биргәндән һуң, сәй табыны әҙерләнде. Өҫтәл артына ултырғас, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәниә Яҡшыбаева, сәйҙән алда, тиҙерәк һуғыш бөтөүен, илебеҙгә тыныслыҡ килеүен теләп, ут эсендә йөрөгән яугирҙарыбыҙҙың иҫән-һау ҡайтыуына доға ҡылайыҡ, тине. Сәғит Ғизетдин улы "Фатиха" сүрәһен уҡығас, Гәүһәр Һибәт ҡыҙы доға ҡылды. Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы һәм Дилә Эдуард ҡыҙы әҙерләгән хәйер-саҙаҡаларын тараттылар.
Жюри ағзалары конкурс һөҙөмтәләре менән таныштырып, барыһын да 1-се урын алыуҙары менән ҡотлап, бүләкләп китте. Унан инде күңелле һөйләшеүҙәр, киләсәккә эштәр планлаштырып, тәмлекәстәр менән сәй эсеп, һыйланып, рәхмәттәр әйтеп таралыштыҡ.
Аллаһ бирһә, беҙҙең ҡылған доғаларыбыҙ, эшләгән изге эштәребеҙ ярҙамы менән һуғыш бөтөп, яугирҙар һау-сәләмәт ғаиләләренә ҡайтып инһендәр ине. Амин!