

Иҫке Собханғол менән Янһары ауылы араһында Саҡмағош шишмәһенең сыҡҡан урыны бар. Был ерҙе ололар “ен ояһы” тип йөрөтөр ине. Йәш саҡта өс тәгәрмәсле мотоциклға ҡатынымды ултыртып, шул тау битенә килдек. Ул ваҡытта өйләнешмәгәйнек әле.
Сентябрь айы, ай яҡтыһында юл күренеп ята, ҡаршыбыҙҙа ялан аша ғына Саҡмағош буйы. Мин төнгө урманда баян уйнай башланым. Бер аҙҙан уйнауҙан туҡтағайным, ҡаршы яҡтағы һыу буйында тауыш ҡупты. Тауыштан, аттар ҡыңғырауы зыңынан быларҙың арбаға тейәлешеп, ашығып беҙгә ҡарай юлланғанын аңлап ҡалдым.
“Ана, уйнауҙан туҡтаны, ҡабаланығыҙ”, – тине ирҙәр тауышы. Юлда саң ҡупты, ә үҙҙәре күренмәй, һауа тып-тын, ел юҡ. Айлы аяҙ тыныс төндә был хәл мине ныҡ ғәжәпкә ҡалдырҙы. Әйберҙәрҙе мотоциклға ырғытып, ул урындан тайыу яғын ҡараныҡ. Шунда улар килеп етеп өлгөрһә, минән таң атҡансы баян уйнатыр ине, нисек ҡотолор инек үҙҙәренән, белмәйем. Баян тауышы менән тыныс йәшәп ятҡан параллель донъяның тыныслығын юғалттыҡ шулай.
(Авторы билдәһеҙ. “Сәйер донъя” төркөмөнән алынды).