

Бөрйән районында "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Реаль эштәр" проекты ғәмәлгә ашырылыуын дауам итә. Проект һайлаусыларҙың наказдарын үтәүгә һәм уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Ағымдағы йылда проект сиктәрендә байтаҡ эштәр башҡарылды.
Иҫке Собханғол ауылының Совхоз урамында урынлашҡан спорт майҙансығында балалар уйын майҙансығы төҙөлдө.
Байназар ауылында мәктәп-яны интернатының ҡыйығы ремонтланды.
Яңы Усман ауыл мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләре яңыртылды, шулай уҡ икенсе ҡаттан запас сығыу урынында тимер ишек һәм баҫҡыстар һатып алып ҡуйылды.
Иҫке Монасип урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Тимер филиалы ашханаһына коридор булдырылды.
Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Мораҙым филиалында яңы тәҙрәләр ҡуйылды.
Байғаҙы ауыл мәҙәниәт йортоноң нигеҙе ремонтланды.
Ғәлиәкбәр ауыл мәҙәниәт йортона йылытыу ҡаҙаны алынды.
Сығанаҡ: Р. Абдуллин сәхифәһе.