Йәмғиәт
15 Октябрь 2025, 13:00

"Ауылда йәшәүем менән бәхетлемен"

Бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт-ҡура, мал-тыуар мәшәҡәттәре араһында замананан артта ҡалмай донъя көтөп, барыһына өлгөрөп, тырышып йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар бихисап. Улар балаларын тәрбиәләргә лә, иренә иғтибар бүлергә лә, эшенә лә өлгөрә, үҙенә лә ваҡыт таба.

"Ауылда йәшәүем менән бәхетлемен""Ауылда йәшәүем менән бәхетлемен"
"Ауылда йәшәүем менән бәхетлемен"

15 октябрь - Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө

Һәр ауылдың һәр йортонда тиерлек бар ундай ҡатын-ҡыҙҙар. Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәүсе Наилә Ҡаһарманова ла гөрләтеп донъя көткән, ауылда рәхәтләнеп йәшәгән, булғанына шөкөр итә белеп, булмағанын булдырырға тырышып торған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе.
Хәйбулла ҡыҙы 2013 йылда Ғәҙелгәрәй егете Алмаз менән тормош ҡороп, ауылда төпләнәләр. Бер-бер артлы 4 балалары тыуа. Хәҙер Ләйсәнгә - 12, Эльзаға - 11, Илүзәгә - 8, улдары Уралға 3 йәш. Наилә Юлай ҡыҙы 2020 йылдан алып ауылда йәштәр эштәре буйынса белгес булып эшләй. Тормош иптәше - ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре.
Кеше менән ихлас аралашырға яратҡан Наилә йәштәр, мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр менән төрлө саралар ойоштора. Бөгөнгө көндә төп иғтибар махсус хәрби операциялағы егеттәргә, уларҙың яҡындарына ярҙам ойоштороуға йүнәлтелгән. Сираттағы ылау менән ебәреү өсөн ауыл халҡы менән яңыраҡ ике маскировка селтәре, уҡыусылар менән окоп шәмдәре әҙерләп ҡуйғандар. Әлеге ваҡытта бөтә ауыл менән «Айыҡ ауыл» конкурсына әҙерләнәләр.
Ҡаһармановтар ауыл еренең бөтә рәхәтлектәрен, мөмкинлектәрен күреп йәшәргә тырыша. Күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса тулы йәшелсә-емеш үҫтереп, үҙҙәренән артҡанын ауылдаштарына һатып, ғаилә бюджетына өҫтәмә килем дә индерәләр. Уңған хужабикә буш ваҡыттарын әрәм итмәй, һатыуға заказ менән төрлө бәлештәр, ҡыҙҙары менән тәмлекәстәр бешерә. Ҡышҡылыҡҡа ла йыл да күп төрлө ризыҡтар әҙерләп, банкаларға ябып ҡуя. Ауылда, «Шүлгән-Таш» музейы янында ойошторолған йәрминкәләрҙән ҡалғаны юҡ уның.
Балаларын да үҙе кеүек эшкә әрһеҙ булырға өйрәтә, ғәҙел кеше итеп үҫтерергә, матур бала саҡ бүләк итергә тырыша әсә. Йәштәр менән волейбол уйынына, апайҙар менән кистәрен скандинав таяҡтары менән йөрөргә лә ваҡыт таба.
-Ваҡытты дөрөҫ бүлә белергә генә кәрәк. Бер бала менән дә, бер нәмә лә өлгөрмәйем, тип ултырыусылар ҙа, күп бала ҡарап та, барыһына етешеп йәшәүселәр ҙә бар.
Йәш саҡта күңел ҡалаға ынтылһа ла, ауылда йәшәүе мең рәхәт. Мин бәләкәй саҡтан уҡ үҙемдең өйөмдөң туфалтаһына сығып, иртәнсәк ҡояшҡа ҡарап ултырырға тип хыяллана, күҙ алдына килтерә торғайным. Ошо хыялым тормошҡа ашты - йортобоҙҙан тышҡа сыҡҡан урын ҡояш яғына ҡарап тора.
Тормошомдан ҡәнәғәтмен, ауылда йәшәүем менән бәхетлемен, Аллаға шөкөр.
Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете иң тәү сиратта иренән тора. Мине ҡурсалаусы йүнсел тормош иптәшемә, донъябыҙҙы ҡорошҡан, балаларыбыҙҙы ҡарашҡан ҡәйнәм менән ҡайныма рәхмәтлемен.
Ауылда йәшәгән барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға теләгем шул – донъя мәшәҡәттәренә батмай, үҙегеҙгә лә ваҡыт бүлеп, яратҡан шөғөл менән булышып тормоштоң матурлыҡтарын тойоп йәшәгеҙ, - ти Наилә.

Автор:Г. Хафизова
Читайте нас