Йәмғиәт
14 Октябрь 2025, 12:20

Мөһим мәсьәләләр ҡаралды

Район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин бөгөн сираттағы оператив кәңәшмә үткәрҙе. Районда оператив хәл-торош, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә һәм медицина хеҙмәтләндереүе буйынса ағымдағы хәл тураһында һорауҙар ҡаралды.

Мөһим мәсьәләләр ҡаралдыМөһим мәсьәләләр ҡаралды
Мөһим мәсьәләләр ҡаралды

Район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин бөгөн сираттағы оператив кәңәшмәне үткәрҙе.
Районда оператив хәл-торош, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә һәм медицина хеҙмәтләндереүе буйынса ағымдағы хәл тураһында һорауҙар ҡаралды.
-Үткән аҙнала Иҫке Собханғол ауыл биләмәһендә бер янғын осрағы теркәлгән – мунса янып киткән. Хөрмәтле райондаштар, ут менән һаҡ булығыҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!
Ер участкалары, капиталь төҙөлөш объекттарына милек хоҡуғы булыусыны асыҡлау, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрын тултырыу буйынса эш барышы тураһында һорау һәм уға бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Күсемһеҙ мөлкәткә милек хоҡуғы һәм уның менән идара итеү хоҡуғын раҫлау өсөн күсемһеҙ милек объекттарын берҙәм дәүләт реестрында теркәү һәм кадастр иҫәбенә ҡуйыу мотлаҡ. Күсемһеҙ милектең бөтә төрҙәре, шул иҫәптән ер участкалары, биналар һәм ҡоролмалар, теркәү үтергә тейеш.
Муниципаль район биләмәһендә “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү”, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программалары ярҙамында социаль инфраструктураны, шул иҫәптән клубтарҙы, мәктәптәрҙе һәм башҡа мөһим объекттарҙы төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Ошо программаларҙа еңеүсе проекттарҙың нисек тормошҡа ашырылыуын ҡарап үттек.
Мобилизацион резерв темаһына айырым туҡталып үтәм. Мобилизацион кеше резервы - Рәсәй Оборона Министрлығы менән контракт төҙөгән запаста булған граждандар запасы. Резервта булған граждандар тыныс тормош шарттарында хәрби йыйындарҙа һәм күнекмәләрҙә ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта эш урынын һаҡлап ҡала һәм сараларҙа ҡатнашҡан ваҡытта компенсация ала.
Мобилизацион кеше резервына инеү буйынса тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн йәшәгән урындағы ауыл хакимиәтенең йә эш урынында хәрби-иҫәп өҫтәленә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тип хәбәр итә үҙенең сәхифәһендә район етәксеһе.

 

Автор:
Читайте нас