

Мобиль элемтә үткәрелеү халыҡтың тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса хәл ителә. Һәр кем үҙ ауылы өсөн тауышты Дәүләт хеҙмәттәре порталында бирә ала www.gosuslugi.ru/inet
Беҙҙең райондан быйыл тауыш йыйыуҙа 4 ауыл ҡатнаша – Мәһәҙей, Мәндәғол, Ғәлиәкбәр һәм Ҡолғана. Тауыш биреү 9 ноябргә тиклем бара.
"Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0" программаһы ярҙамында һуңғы 4 йылда мобиль интернетҡа 100-500 кеше йәшәгән 5 меңгә яҡын ауыл тоташтырылған. Шуларҙың 4 меңгә яҡыны тауыш биреү ярҙамында интернетлы булған.
Хөрмәтле дуҫтар, ауылдар өсөн тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашайыҡ!