

Үҙем яҙ Белоретта йөрөһәм дә, ауылдағы ҡыҙым улы менән килеп, йәшелсәләр сәсеп ҡуйған ине. Күҙҙе иркәләп, үҙебеҙҙе һөйөндөрөп, йәшелсәләр бик матур булып үҫтеләр. Кәбеҫтәләр кеше башы ҙурлығында инде, кишер-сөгөлдөр ҙә уңды. Белоретҡа киткәндә бер түтәл кишерҙе, бер түтәл сөгөлдөрҙө ҡаҙып алып киттек. Ҡалғандарын, эреләнә бирһендәр, тип алманыҡ. 10-15 көн йөрөп, кире ҡайтыуыбыҙға ниндәйҙер йәнлек йәшелсәләрҙе тәләфләп бөткән! Иң ныҡ зыян күреүсе йәшелсә – кишер. Уны түтәле менән юҡ иткән. Сөгөлдөр ҙә зыян күргән. Хатта кәбеҫтәнең күсәнен кимергән!
– Һуҡыр сысҡандыр, – ти улым.
– Юҡ, уның эшенә оҡшамаған. Сысҡан ул тиклем итмәй. Хәйер, берәй төрлө мутант булмаһа?
Ул арала ҡыҙым килеп инде (беҙгә был ҡоротҡос тураһында ҡыҙым хәбәр итеп, алдан имен ҡалған кишер-сөгөлдөрҙө алған ине инде).
– Ҡапҡанға эләктергәндәр уны, ниндәйҙер аҡ моронло йәнлек ти. Үткәндә бөткәнсе алып ҡуймағанһығыҙ. Ул йәнлек беҙҙең яҡта юҡ, ти ул, - тип хәбәрен теҙҙе.
– Әллә самолёт-вертолёттан ташланылармы икән? - тип тә аптыраштыҡ, тик ни икәнен белә алманыҡ.
Әле бына интернетта ошо аҡ моронло йәнлекте күреп, уның тураһындағы мәғлүмәтте уҡып сыҡтым. Хомяк булған икән теге ҡоротҡос. Элек ысынлап та беҙҙең яҡта булмаған. Хәҙер инде беҙҙе икенсе һорау борсой: китерме икән ул беҙҙең баҡсанан?
Зәйтүнә Айытбаева, Ҡолғана ауылы.