Йәмғиәт
6 Октябрь 2025, 04:15

Бабайҙың Винни Пухта ниндәй йомошо булған?

Йәки айыуҙан ҡасҡас, бүре тотоп алғаны... Кәңәшмә бөткәс тә директор тышҡа сығып, ыңғай үҙен көтөп торған УАЗ-игына йүнәлгән. Атайым да директорҙың артынан эйәргән: "Винни Пух, Винни Пух ҡустым, көтөп тороғоҙ әле. Һеҙҙә йомошом бар ине".

Бабайҙың Винни Пухта ниндәй йомошо булған?Бабайҙың Винни Пухта ниндәй йомошо булған?
Бабайҙың Винни Пухта ниндәй йомошо булған?

Йәки айыуҙан ҡасҡас, бүре тотоп алғаны...

Кәңәшмә бөткәс тә директор тышҡа сығып, ыңғай үҙен көтөп торған УАЗ-игына йүнәлгән. Атайым да директорҙың артынан эйәргән: "Винни Пух, Винни Пух ҡустым, көтөп тороғоҙ әле. Һеҙҙә йомошом бар ине".

Бөрйән леспромхозында төрлө йылдарҙа йыртҡыс йәнлектәр фамилиялы етәкселәр эшләнеләр. Мин мәктәпте тамамлап, эшкә ингәндә леспромхоздың директоры Волков ине, армиянан ҡайтыуыма Арыҫланов етәкләй ине. Фәрғәт ағайымдың (КрАЗ шоферы булды) һөйләгәненән: "Айыуҙан ҡасып киткәйнек, бүре тотоп алды беҙҙе". Баҡтиһәң, гараж иөдире Медведевтанҡ асҡандар икән, директор Волков тотоп алған быларҙы.
Мин армияла саҡта директор булып "Винни Пух" ҡушаматлы кеше эшләгән, исем-шәрифен дә белмәйем.

Директорҙа йомошо булып, атайым леспромхоздың контораһына барған. Директор үҙенең урынбаҫарҙары менән кәңәшмәлә булғас, атайым башҡа эшселәр менән һикәлтәлә көтөп, тәмәке көйрәтәләр икән.

Кәңәшмә бөткәс тә директор тышҡа сығып, ыңғай үҙен көтөп торған УАЗ-игына йүнәлгән. Атайым да директорҙың артынан эйәргән: "Винни Пух, Винни Пух ҡустым, көтөп тороғоҙ әле. Һеҙҙә йомошом бар ине". Атайым Винни - исеме, Пух - атаһының исеме тип уйлаған, ҡайҙан белһен инде, ғүмере мультик ҡарамаған кеше.

Директор ҡапыл туҡтап, әйләнгән дә: "Мин Фәлән Фәләнович булам, ағай", тигән. Шулай ҙа атайымдың йомошон тыңлап, ыңғай яуап биргән. Контораның һикәлтәһендә торған эшселәр, ҡысҡырып көлгәндәрен дироектор ишетмәһен өсөн, тығылышып, контораның эсенә һыпыртҡандар...

Фәрзәт Ҡаһарманов.

Автор:
Читайте нас